Вупи Голдберг | |
Whoopi Goldberg | |
Исеме |
Кэрин Элейн Джонсон |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актриса, кинопродюсер |
Карьераһы |
1981 — хәҙергә тиклем |
Наградалары |
«Оскар» кинопремияһы(1991) |
IMDb | |
Вупи Голдберг Викимилектә | |
Ву́пи Го́лдберг (ингл. Whoopi Goldberg; төп исеме — Кэ́рин Эле́йн Джо́нсон (ингл. Caryn Elaine Johnson 13 ноябрь 1955 йыл) — АҠШ-тың театр һәм кино актрисаһы, продюсер һәм сценарийҙар авторы, алып барыусы һәм ЮНИСЕФ-тың изге ниәт илсеһе.
Американың дүрт абруйлы наградаһын: «Оскар», «Грэмми», «Эмми», «Тони», шулай уҡ ике «Алтын глобус», BAFTA һәм Голливудтың Дан аллеяһында Йондоҙ алыусы.
Кэрин Элайн Джонсон 1955 йылдың 13 ноябрендә [1].
Нью-Йорк ҡалаһының Челси районында ярлы ғаиләлә тыуған. Әсәһе Эмма (2010 йылда үлгән) — медицина хеҙмәткәре һәм уҡытыусы, атаһы Роберт Джеймс Джонсон-кесе (1930—1993) рухани булған«Вупи» ҡушаматын (ингл. «whoopee cushion» — «һауалы яҫтыҡ») Кэрин бала сағында ала. «Эс күбә икән, һауаны сығар», тип әйтеп йөрөгән. Кешеләр миңә: «Һин һауалы яҫтыҡ һымаҡ» тип әйттеләр. Минең исемем шунан килеп сыҡты"[2][3]. Әсәһенең кәңәше менән Голдберг фамилияһын ала[4].
Һигеҙ йәшенән Элен Рубенстайндың эксперименталь балалар театрында сығыш яһай, тәүге тапҡыр сәхнәгә сыға, ғүмерендәге тәүге актерлыҡ оҫталығы дарестәрен ала. Уҡытыусылары ҡыҙҙың талантын юғары баһалай.
Тулы дөйөм белем алмай, сөнки бер нисә йыл арттағылар рәтендә йөрөй, һуңынан, дислексия (уҡыу һәм яҙыуға өйрәнеү ҡыйынлығы) менән ауырыуы сәбәпле, бөтөнләй мәктәпте ташларға мәжбүр була[5].
1960 йылдар аҙағында Кэрин хиппи хәрәкәтенә ҡушыла, өйөнән сығып китә, марихуанаға ылыға[6]. Оҙаҡ эшһеҙ йөрөй, наркотик йоғонтоһонан ҡотола алмай. 1970 йылдар башында «Наркотиктарға ҡаршы» ойошмаһы ағзаһы Элвин Мартин менән таныша. Элвин уға тормошон үҙгәртеп, наркотикты ташларға ярҙам итә. Тиҙҙән улар өйләнешә, Александра исемле ҡыҙҙары тыуа.
Кэрин ҡарауылсы, кирбес һалыусы, мәйеттәргә грим һалыусы булып эшләй. 1974 йылда театр агентлыҡтары аша Сан-Диего ҡалаһының яңы театрында эш таба. Элвин Нью-Йорктан китергә ризалашмай, улар айырылыша, Кэрин ҡыҙы менән Американың көнбайышына күсә.
Театрҙағы эшен Вупи Голдберг исеме аҫтында башлай. Сан-Диегола «Репертори тиэтр» ҡала театрын төҙөүҙә ҡатнаша, һуңынан «Блэк стрит тиэтр»ға (Сан-Франциско) күсә.
Тәүге төп ролен «Мамаша Кураж» пьесаһында уйнай. Моноспектаклдәрҙә уйнап, билдәлелек яулай, Канада, Европа буйлап гастролдәр менән йөрөй, 1984 йылда Бродвейҙа сығыш яһап, «Ғайса пәйғәмбәр — суперйондоҙ» мюзиклында ҡатнаша.
1985 йылда Элис Уокерҙың «Баҫыуҙағы алһыу зәңгәр сәскәләр» романы буйынса төшөрөлгән фильмда Селия Джонсон ролен башҡарып, «Алтын глобус» наградаһы менән, һәм «Оскар» премияһы номинацияһында билдәләнә.
Артабан мауыҡтырғыс жанрҙа эшен дауам итә, комедия, криминаль комедия, детектив, сериал, фантастик жанрҙарҙа эшләй. Вупи ҡатнашлығында «Джек-Һикрәндәк», «Бур», «Хәтәр һылыуҡай», «Алға, туташ!», «Өрәк», «Камелот батыры» һ.б. фильмдар төшөрөлә. Көндәлек тормошондағы образы уға ирекле, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар ролен уйнарға ярҙам итә.
Вупи Голдбергтың драма ролдәре лә киң билдәле: «Миссисипи шәүләһе», «Өйгә оҙон юл» фильмдарында төшә, Андрей Кончаловскийҙың «Гомер һәм Эдди» фильмы Сан-Себастьяндағы Халыҡ-ара кино фестивалендә Гран-при яулай.
1991 йылда Вупи Голдберг «Оскар», «Алтын глобус», BAFTA наградаларын Джерри Цукерҙың «Өрәк» фильмында экстрасенс Ода Мэй Браун роле өсөн ала. 1992 йылда Канн кино фестивалендә «Серафина», «Уйынсы» фильмдары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Вупи Голдберг шулай уҡ йәнһүрәттәр тауышландырып, диктор текстарын уҡый, Майкл Джексондың «Liberian Girl» музыкаль клибында төшә.
Кинолағы эше менән бер рәттән, телевидениены ла яулай. Бер нисә йыл «Комик ярҙам» юмористик шоуы ҡатнашыусыһы була, авторлыҡ ток-шоуын алып бара.
1994 йылда Вупи Голдберг «Оскар» премияһы тапшырыу тантанаһының алып барыусыһы була, шунан бирле төрлө сараларҙы алып барыусы булараҡ уңыш ҡаҙана.
Вупи Голдбергтың өс ире була: Элвин Мартин, ҡыҙы Александраның атаһы (1970-се йылдар)[7][8], фотограф Дэвид Кассен (1988—1990)[8][9] , эшҡыуар Майкл Трахтенберг (1994—1995)[8].
34 йәшендә өләсәй була, ейәнсәре Амара тыуа, унан башҡа тағы ике ейәне бар[10].
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Вупи Голдберг Викимилектә | |
Вупи Голдберг Викияңылыҡтарҙа |
Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |