Вәзир |
Вәзир - (рус. Визи́рь, ғәр. وزير, wazīr) — министр вазифаһы йәки мосолман Шәреғендәге илдәрҙә юғары дәрәжә биләгән чиновник [1]. Сәсәниҙәрҙән ҡалған ғәҙәт буйынса, Ғәббәсиҙәр хәлифәлегендә писарҙарҙы, кәтибтәрҙе (секретарҙарҙы) вәзир тип атайҙар[2].Урыҫ телендә бер нисә вариант яҙылыш осрай: вазир, везер, везир, визир; күплектә - вюзера́[3]
Вәзир — хөкүмәт министры өсөн ҡулланылған стандарт ғәрәп һүҙе. Премьер-министрҙарҙы ғәҙәттә Рәис- әл-Вүзәр (һүҙмә-һүҙ: министрҙар президенты) йәки әл-Вәзир әл-Әүүәл (барыһынан алдағы министр - премьер-министр) тип атайҙар.
«Вәзир» һүҙенән урыҫ телендәге шахмат фигураһы атамаһы яһалған:ферзь[4]. Мәгәр Аҡһаҡ Тимер шахматында уны "вәзир" тип атауҙы дауам итәләр.