ГОЭЛРО | |
Нигеҙләү датаһы | 1920 |
---|---|
Дәүләт | Совет Рәсәйе |
ГОЭЛРО Викимилектә |
ГОЭЛРО́ (ҡыҫҡ. рус. Государственная комиссия по электрификации России, йәғни Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы) — 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң РСФСР-ҙы электрлаштырыу буйынса дәүләт планы. Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан В. И. Ленин ҡушыуы буйынса һәм уның етәкселеге аҫтында эшләнә. Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән йыйылған VIII Бөтә Рәсәй электротехниктар съезы тарафынан хуплана[1]. ГОЭЛРО планы бер ни тиклем иҫкәрмәләр һәм өҫтәмәләр менән Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан ҡабул ителә, ул 1921 йылдың 21 декабрендә «Рәсәйҙе электрлаштырыу планы тураһында» ҡарар ҡабул итә[2].
Аббревиатура йыш ҡына Государственный план электрификации России тип, йәғни ГОЭЛРО комиссияһы продукты тип тә тарҡатыла.
Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, Рәсәйҙе киң күләмле электрлаштырыу проекты 1917 йылғы революцияға тиклем үк[3] Петербург электр компанияһында эшләгән немец инженерҙары тарафынан әҙерләнгән, фараз ителеүенсә, Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) ваҡытында һуғыш сығымдары күп булғанлыҡтан уны тормошҡа ашырып булмай. Икенсе бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1916 йылда Рәсәй тәбиғи етештереү көстәрен өйрәнеү комиссияһының энергетика бүлеге эшләгән әҙерләмәләр ГОЭЛРО планының нигеҙенә һалына. Был бүлек 1930 йылда СССР Фәндәр академияһының Энергетика институтына әйләндерелә[4].
1920 йылда, бер йыл да үтмәҫтән[5][6] (граждандар һуғышы (1917—1922/1923) һәм интервенция ваҡытында), РСФСР хөкүмәте тарафынан В. И. Ленин етәкселеге аҫтында илде электрлаштырыуҙың перспектив планы эшләнә. Г. М. Кржижановский етәкселегендәге Рәсәйҙе электрлаштырыу планын эшләү буйынса дәүләт комиссияһы ойошторола. Комиссия эшенә ике йөҙләп ғалим һәм инженер йәлеп ителә. 1920 йылдың декабрендә комиссия эшләгән план Советтарҙың VIII Бөтә Рәсәй съезы тарафынан хуплана, бер йылдан уны Советтарҙың IX Бөтә Рәсәй съезы раҫлай.
ГОЭЛРО энергетиканың ғына түгел, бөтә иҡтисадтың үҫеш планы була. Унда предприятиелар төҙөү, был төҙөлөштәрҙе бөтә кәрәк нәмә менән тәьмин итеү, электроэнергетиканы алдан үҫтереү ҡарала. Былар һәммәһе территорияларҙы үҫтереү пландары менән бәйләнә. Улар араһында 1927 йылға планлаштырылған Сталинград трактор заводы ла була. Был план сиктәрендә Кузнецк күмер бассейнын үҙләштереү башлана, уның тирәһендә яңы сәнәғәт районы ҡалҡа. Совет хөкүмәте ҡатнашыусыларҙың ГОЭЛРО-ны үтәү инициативаһын хуплай. Электрлаштырыу менән шөғөлләнеүселәр һалым льготаларына һәм дәүләт кредиттарына иҫәп тота ала.
10—15 йылға иҫәпләнгән ГОЭЛРО 1,75 млн кВт дөйөм ҡеүәтле 30 район электр станцияһын (20 ТЭС һәм 10 ГЭС) төҙөүҙе күҙҙә тота. Планға Штеровка, Кашира, Түбәнге Новгород, Шатура һәм Силәбе район йылылыҡ электр станцияларын, Түбәнге Новгород, Волхов (1926), Днепр ГЭС-тарын, Свирь йылғаһында ике станцияны төҙөү индерелә. Проект сиктәрендә иҡтисади районлаштырыу үткәрелә, ил территорияһының транспорт-энергетик каркасы билдәләнә. Проект төп һигеҙ иҡтисади районды (Төньяҡ, Үҙәк сәнәғәт, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер, Кавказ һәм Төркөстан) солғай. Бер ыңғайҙан илдең транспорт системаһы ла үҫтерелә (иҫке тимер юлдарҙы магистралләштереү һәм яңыларын һалыу, Волга-Дон каналынтөҙөү).
ГОЭЛРО проекты Рәсәйҙә индустриалләштереүгә нигеҙ һала. План 1931 йылға нигеҙҙә ваҡытынан алда тормошҡа ашырыла. 1932 йылда электр етештереү 1913 йыл менән сағыштырғанда планда күҙҙә тотолғанса 4,5 тапҡырға түгел, ә 7 тапҡырға тиерлек арта: 2,0 млрд кВт/сәғәттән 13,5 млрд кВт/сәғәткә етә.
Күрһәткес | 1913 | 1920 | ГОЭЛРО планы | 1930 | 1935 | ГОЭЛРО планын үтәү йылы |
---|---|---|---|---|---|---|
Тулайым сәнәғәт продукцияһы (1913-I) | 1 | 0,14 | 1,8-2 | 2,5 | 5,8 | 1929-1930 |
Район электр станцияларының ҡеүәте (млн. квт) | 0,2 | 0,25 | 1,75 | 1,4 | 4,1 | 1931 |
Электр энергияһы етештереү (млрд. квт. сәғ.) | 2,0 | 0,5 | 2,8 | 8,4 | 28,3 | 1931 |
Күмер (млн. т.) | 29,2 | 8,7 | 62,3 | 47,8 | 109,8 | 1932 |
Нефть (млн. т.) | ? | 3,9 | 16,4 | 18,5 | 25,2 | 1929-1930 |
Торф (млн. т.) | 1,7 | 1,4 | 18,4 | 8,1 | 18,5 | 1934 |
Тимер мәғдәне (млн. т.) | 9,2 | 0,16 | 19,6 | 13,7 | 26,3 | 1934 |
Суйын (млн. т.) | 4,2 | 0,12 | 9,2 | 5,0 | 12,5 | 1934 |
Ҡорос (млн. т.) | 4,3 | 0,19 | 6,5 | 5,8 | 12,6 | 1933 |
Ҡағыҙ (тыс. т.) | 269,2 | 30,3 | 683,5 | 435,3 | 648,8 | 1936 |
Электр ауылдарҙа ғәмәлдә революцияға тиклем үк билдәле була. Элекке ер биләүселәр ҙур булмаған электр станциялары ҡуллана, тик уларҙың һаны әҙ була[8].
1913 | 1917 | 1927 | |
---|---|---|---|
Электр станциялары һаны | |||
Билдәләнгән ҡеүәт (кВт) | |||
Хеҙмәтләндерелгән ауыл хужалығы биләмәләре | 542 | ||
Ағымдағы ҡулланыу (мең кВт/сәғ.) |
Электр энергияһы ауыл хужалығында: тирмәндәрҙә, мал аҙығы турағыстарҙа, иген таҙартыу машиналарында, ағас бысыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ҡулланыла башлай.
ГОЭЛРО Комиссияһы етәкселәре:
ГОЭЛРО Комиссияһы ағзалары:
Совет етәкселеге Уэллсты 10-15 йылға иҫәпләнгән пландың тормошҡа нисек ашырылыуын 10 йылдан килеп ҡарарға саҡыра. Уэллс 1934 йылда килә һәм пландың үтәлеү генә түгел, күп күрһәткестәр буйынса арттырып үтәлеүен күреп шаңҡып ҡала.
Свердловск өлкәһендә 1949 йылға МТС-тарҙың һәм совходарҙың 95 проценты, колхоздарҙың 72 проценты электрлаштырыла[9]. 1951 йылда совхоздарҙы электрлаштырыу тамамлана, 1952 йылда өлкәләге МТС-тарҙың 100 проценты электр энергияһы ҡуллана. 1952 йылда Свердловск өлкәһе колхоздарының 95 проценты электрлаштырылған була.
ГОЭЛРО комиссияһының беренсе ултырышында комиссия рәйесе Г. М. Кржижановскийға күренекле рус электротехнигы К. А. Круг килә һәм комиссияға берәй билдәле политэкономды индерергә тәҡдим итә. «Беҙгә бер ниндәй политэконом кәрәкмәй, беҙҙең үҙ политэкономыбыҙ бар — Карл Маркс!» тип ҡаты яуап ҡайтара Кржижановский[10].