Мартина Галинарова | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
словак. Martina Halinárová | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы |
164 см/51 кг | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Профессия |
спортивный инструктор | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Белеме |
высшее | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
75% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ятып |
78% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тороп |
71% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярыш |
242 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
2 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум |
3 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мартина Галинарова Викимилектә |
Галинарова Мартина, фамилияһы — Яшицова, шулай уҡ тәүге иренең фамилияһы аҫтында билдәле Шварцбахерова (1973 йылдың 22 апрелендә тыуған, Долны Кубин, Словакия) — Словакия спортсыһы. Донъя вице-чемпионы, ҡышҡы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Донъя кубогы этабы еңеүсеһе, ике тапҡыр Европа чемпионы, Европа вице-чемпионы, Словакия чемпионы.
«Дукла» (Банск-Быстрица) Спорт клубтары ағзаһы.
Галинарова үҙенең биатлон карьераһын 1992 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындары бөткәс үк башлай. Ике йылдан һуң Лиллерхаммерҙа олимпия миҙалы өсөн көрәште, унда алтынсы була.
Дөйөм алғанда, Словакия намыҫын биш Олимпиадала яҡлаған. Донъя кубогында 19 миҙгел үткәрҙе.
1992 йылдың декабрендә Поклюкала Донъя кубогы этабында дебюты була. Тәүге ярыш һөҙөмтәләре буйынса 15 километрға шәхси ярышта ул хатта немец олимпия чемпионы Антье Харвиҙы уҙып, туғыҙынсы урынды алды. Антье Харви 17-се генә урында ҡала. Һуңынан Эстерсунд һәм Лахтиҙа Донъя кубогы этаптарында еңеү яулай. Һөҙөмтәлә беренсе биатлон миҙгелен спортсы Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә 9-сы урын менән тамамлай. Был уның бөтә спорт карьераһында иң яҡшыһы булды.
1998 йылда Нонзаваонсена (Нагано, Япония) Мартина беренсе этапта сығыш яһаған словак эстафета командаһы дүртенсе урынды алды. Спортсының һуңғы олимпиадаһы Ванкуверҙағы ярыштар булды: бында Мартина эстафетала 13-сө урын яуланы, уның составында ул беренсе этапта йүгерә.
1999 йылда Финляндияның Контилахти ҡалаһында барған донъя чемпионатында ул үҙенең ил өсөн тәүге миҙалын яуланы, эҙәрлекләү ярышында етенсе булып киткән Мартина икенсе урынды яулай.
2011 йылдың 25 майында рәсми рәүештә спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[1]. Ул «Дукла» клубында илдең йәштәр йыйылма командаһы менән шөғөлләнәсәк.
Кейәүҙә, улы бар.
2011 йылдың 1 апреленә ҡарата[2]