Гашева Руфина Сергеевна (1921—2012) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы(325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы 2-се Белорус фронты) , гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Руфина Гашева 1921 йылдың 14 октябрендә Пермь губернаһының Пермь өйәҙенда Верхнечусовские Городки ауылында (хәҙер Пермь крайының Чусовский районында ҡала тибындағы ҡасаба) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1922 йылда ғаилә әсәһенең Горький өлкәһе Чкалов районындағы тыуған Катунки ауылына күсеп килә. 1923 йылда, атаһы вафат булғандан һуң, Руфина әсәһе менән Уралға китә.
1930 йылда Гашева Руфина Мәскәүгә килә, унда биш йыллыҡты тамамлай. Шунда Гашева снайперҙар мәктәбенә уҡырға инә һәм комсомол сафына алына.
1941 йылда Руфина Гашева Мәскәү дәүләт университетында механика-математика факультетының ике курсын тамамлай. Өсөнсө курста, 1941 йылдың октябрь айында Гашева 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкына тәғәйенләнеүгә өлгәшә. 1942 йылда Гашева Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбе янында штурмандар курсын тамамлай.
1944 йылдың декабренә Гашева дошмандың тере көсөнә һәм хәрби техникаһына ҙур зыян килтереп, 823 хәрби осош яһай. Ике тапҡыр дошман зенитчигы тарафынан бәреп төшөрөлә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге указы менән гвардия өлкән лейтенанты Руфина Сергеевна Гашеваға «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары өсөн» Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4853) тапшырылып Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
1952 йылда Сит ил телдәре хәрби институтын тамамлай. Бронетанк ғәскәрҙәренең хәрби академияһында 1957 йылға тиклем инглиз теле буйынса өлкән уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылдан — майор дәрәжәһендә запаста.
Руфина Гашева запасҡа сыҡҡандан һуң һуң СССР оборона министрлығы нәшриәтендә өлкән өлкән контроль мөхәррире булып эшләй. Мәскәүҙә йәшәй һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
2012 йылдың 1 майында вафат була. Мәскәүҙә Востряков зыяратында ерләнә.
2018 йылда Мәскәүҙә Флот урамының 28-се йортона осоусы Руфина Гашеваға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.