Геза Гардони

Геза Гардони
мадьярса  Gárdonyi Géza
Тыуған көнө:

3 август 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Австрия империяһы

Вафат булған көнө:

30 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Эгер, Венгрия

Эшмәкәрлеге:

прозаик, журналист

Жанр:

тарихи проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

венгер

Геза Гардони (Гардоньи Эгер, мадьярса  Gárdonyi Géza; 3 август 1863 йыл, Австрия империяһы30 октябрь 1922 йыл, Эгер, Венгрия) — мадьяр яҙыусыһы һәм журналисы. Күп һанлы ғилми һәм нәфис хеҙмәт авторы. Барыһынан да бигерәк, «Эгер йондоҙҙары» һәм «Күренмәҫ кеше» кеүек тарихи романдар авторы булараҡ билдәлелек яулаған.

Гардони көнсығыш Венгриялағы аристократтар поместьеһынан килгән слесарҙең улы була. Ул уҡытыусылыҡ колледжын тамамлай һәм бер ни тиклем ваҡыт уҡытыусы һәм католик канторы булып эшләй. Гардони 1885 йылда Мария Молнарға өйләнә, әммә никах бәхетһеҙ булып сыға һәм 1892 йылда тарҡала. 

1880 йылдар уртаһында Гардони гәзит һәм журналдарға мәҡәләләр яҙа башлай. Ауыл тормошо тураһындағы «Göre Gábor» сатирик новеллалары — уның тәүге уңышы була. Һуңғараҡ ул был новеллаларынан баш тарта. Быуат алышынған йылдарҙа Гардони үҙенең яҙмаларында тарихи темаларҙы сағылдыра һәм тап улар популяр хикәйәләр серияһына нигеҙ була ла инде.

1897 йылда Гардони әсәһе менән Эгергә (бөгөнгө төньяҡ Венгрия) күсеп килә һәм ғүмер ахырынаса шунда йәшәй. Геза Гардониның ҡәбере Эгер крепосында; унда «Csak a teste» (Бары кәүҙәһе генә) тип яҙылған. Гардони йәшәгән һәм үҙенең билдәле эштәрен яҙған йорт бөгөнгө көндә музейға әйләндерелгән. 

Гардониның айырыуса киң билдәле әҫәре — «Egri csillagok» — тәү тапҡыр 1899 йылда баҫыла. Әҙәби телдә ул «Эгер йондоҙҙары» тип тәржемәләнгән. Китапта 1552 йылда Ғосман империяһының төрөк ғәскәрҙәре ҡамауға алған венгр ҡалаһы Эгерҙәге тормош һүрәтләнә. Уның геройҙары араһында билдәле Балинт Терек һәм унда хеҙмәттә торған Шебештьен Тиноди ла була. 1968 йылда режиссёр Зольтан Варконьи роман буйынса шул уҡ исемдә фильм төшөрә. 2002 йылда «Эгер йондоҙҙары»н «Big Read» (Венгрияла — «A Nagy Könyv») телетапшырыуы тамашасылары «иң популяр венгр романы» тип һайлай.

Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, Гардониның иң яҡшы әҫәре тип уның 1901 йылда баҫылған «A láthatatlan ember» китабын атарға кәрәк. Был фекер шунан килә: «Эгер йондоҙҙары»нан айырмалы рәүештә был китап венгр булмаған китап уҡыусыларына яҡыныраҡ. Әҫәрҙә һундарҙың башлығы Атилла йәшәгән осор һүрәтләнә. Сюжеттың ҙур өлөшөндә византия дипломаты Приск Панийскийҙың Атилла станына килеүе һүрәтләнә. Роман геройы — һун ҡыҙына ғашиҡ булған Зэта исемле византия ҡоло. Зэта ҡаса һәм һундарҙың ҡолона әүерелә. Был иһә уға яратҡан ҡыҙына өйләнеү өмөтөн бирә. Шулай уҡ китапта Каталаун яландары янындағы һун һәм римлылар араһындағы алыштың драматик эпизодтары һүрәтләнгән.

Ошо ике роман Гардонины Венгрияла билдәле итә, әммә бары тик егерменсе быуаттың икенсе яртыһында ғына башҡа телдәргә тәржемәләнә һәм баҫыла башлай.  

  • Egri csillagok (Эгер йондоҙҙары)
  • A láthatatlan ember (Күренмәҫ кеше)
  • Isten rabjai (Хоҙай тотҡоно)
  • A lámpás (Лампа)
  • A bor (Шарап)
  • Ida regénye (Ида хикәйәһе)
  • Hosszúhajú veszedelem (Оҙон сәсле ҡурҡыныс кеше)