Гена Димитрова

Гена Димитрова
болг. Гена Мачева Димитрова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған көнө 6 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Беглеж[d], Плевен[d], Плевенская область[d], Болгария
Вафат булған көнө 11 июнь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…] (64 йәш)
Вафат булған урыны Милан, Италия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Ерләнгән урыны Центральное кладбище[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Национальная музыкальная академия[d]
Уҡыусылар Elena Baramova[d]
Кемдә уҡыған Христо Брымбаров[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Стара планина»
Рәсми сайт ghenadimitrova.com
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5]
 Гена Димитрова Викимилектә

Гена Димитрова (болг. Гена Мачева Димитрова, 6 май 1941 йыл11 июнь 2005 йыл) — болгар опера йырсыһы (сопрано). Болгарияның халыҡ артисы (1979).

Гена Димитрова 1941 йылдың 6 майында Болгарияның Плевен өлкәһендәге Беглеж ауылында тыуған.

Бала саҡтан уҡ йырлай, тәүге музыка уҡытыусыһы Ивану Генков ҡыҙҙың уңышлы киләсәген күҙҙаллай. Гимназияла опера әҫәрҙәрен башҡара башлай.

1964 йылда Софияла Болгария дәүләт консерваторияһын тамамлай. Үҙ-үҙен тәьмин итер өсөн консерватория ашханаһына эшкә урынлаша, шунлыҡтан байыраҡ коллегаларының төртөрөүҙәренә дусар була. Генаның уҡытыусыһы билдәле опера йырсыһы һәм педагог Христо Брымбаров була, уның уҡыусылары араһында шулай уҡ Николай Гяуров, Борис Христов, Никола Гюзелев, Кирилл Кристев, Никола Николов, Димитр Узунов, Райна Кабаиванска һ.б. бар.

1964—1966 йылдарҙа Болгария дәүләт консерваторияһында стажировка үтә. 1966 һәм 1970 йылдарҙа Ла Скала уҡыуханаһында профессорҙар Ренато Пасторино, Энцо Феррари һәм Маргарита Карозионан дәрестәр ала.

1967 йылдың 27 декабрендә София халыҡ операһында (Болгария милли опера һәм балет театры) Джузеппе Вердиның «Набукко» операһында Абигейл роле менән дебют сығышы була. Тиҙҙән уңышлы сығыш яһай башлай һәм ваҡыт үтеү менән донъяның иң яҡшы опера сәхнәләрендә күренә башлай. 1971 йылда «Яҙмыш көсө» операһы менән Франция буйлап турнеға бара.

Хосе Каррерас, Пьеро Капучили, Пласидо Доминго, Лучано Паваротти һ.б. менән бергә сығыш яһай.

Афина, Рим, Будапешт, София һәм башҡа ҡалаларҙың консерваторияларында мастер-кластар уҙғара. Йәш таланттар менән эшләй, уларҙың концерттарын ойоштора һәм шунда башҡарыусы булараҡ сығыш яһай. Уҡыусылары араһында Елена Баримова һәм Байса Дашням бар.

2005 йылдың 11 июнендә Миланда яман шеш ауырыуынан вафат була.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Болгарияның халыҡ артисы (1979).
  1. Record #35372710 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Ghena Dimitrova // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Ghena Dimitrova // Discogs (ингл.) — 2000.
  5. https://data.performing-arts.ch/a/b1c5865a-26e8-454b-8d19-2ff992bee0c0 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы