Геосфера | |
![]() | |
Ҡапма-ҡаршыһы | атмосфера[d] |
---|
Геосфе́ралар ( грек. γῆ — Ер һәм σφαῖρα — шар) — Ер планетаһын барлыҡҡа килтереүсе сферик ҡыртыштар (тоташ һәм өҙөк-өҙөк).
Геосфералар Ер үҙәгенән эҙмә-эҙлекле сиратлаша, арауыҡта һәм билдәле ваҡытта киҫешә (бер-береһенә үтеп инә), бер геосфера икенсеһенә күсә, әммә барлыҡҡа килеүендә һәм эшмәкәлегендә үҙаллыҡ һаҡлай. Геосфералар бер-береһе менән бәйле һәм тотороҡло динамик система барлыҡҡа килтерә[1].
Геосфераларҙың синтетик концепцияһын һәм Ер тураһында тәүге дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәрҙе геолог Эдуард Зюсс туплаған, күпмелер идеяларҙы географ Альфред Геттнер әйткән.
Рәсәйҙә глобаль масштабта тәбиғәттең зоналылығын Докучаев Василий Васильевич фәнни өйрәнеп, мәғлүм иткән[2].
Бер нисә төп геосфераны айырып ҡарарға мөмкин:
Геосфера | Барлыҡҡа килеү млрд лйыл элек |
Үҙенсәлектәре |
---|---|---|
Литосфера | 4.0 | Силикат ҡыртыш (вултырма тоҡомдар барлыҡҡа килеүе — 3.8 млрд йыл) |
Гидросфера | 4.0 | Һыу ҡыртышы |
Педосфера | 1.0 | Тупраҡ ҡыртышы (геосфералар төйөнө, ҡоро ерҙә һәм һыу төбөндә биокос система) |
Биосфера | 3.5 | Тормош ярыһы (тере матдә) |
Атмосфера | 4.0 | Газ ҡыртышы |
Ионосфера | 3.5 | Атмосфераның өҫкө ионлы ҡатламы (айырып билдәләнә) |
Магнитосфера | 3.5 | Ерҙең магнит яланы (башҡа геосфераларҙың һаҡлау ҡатламы) |
Ҡайһы бер ғалимдар кеше эшмәкәрлеге менән бәйле икенсел геосфераларҙы билдәләй:
Шулай уҡ ошолар айырылып тора:
Тәбиғәт шарттары Һәм процестары йыйылмаһы буйынса үҙенсәлекле ҡатламдар айырымлана:
Ерҙең геосфера тураһында тәғлимәт үҙ эсенә геосферологияны, ноосферологияиндерә һәм башҡаларҙы ала. Һәр геосфера, төрлө кимәлдә, айырым фәндәр йәки фәнни йүнәлештәр ярҙамында өйрәнелә.