Герман Наталья Мирчевна | |
рум. Natalia Gherman | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Молдова |
Тыуған көнө | 20 март 1969 (55 йәш) |
Тыуған урыны | Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Атаһы | Мирча Иванович Снегур[d] |
Һөнәр төрө | филолог, дипломат, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | глава правительства Молдавии[d], Deputy Prime Minister[d] һәм министр иностранных дел Молдавии[d] |
Уҡыу йорто |
Молдавский государственный университет[d] Лондон король колледжы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Либерал-демократическая партия Молдовы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Герман Наталья Мирчевна Викимилектә |
Наталья Мирчевна Герман (молд. Natalia Gherman; 20 март 1969, Кишинёв, Молдова ССР-ы, СССР) — Молдавия дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2017 тйылдан Үҙәк Азия буйынса БМО-ның генераль секретарының махсус вәкиле[1].
Беренсе вице-премьер-министр, 2013 йылдың 30 майынан 2016 йылдың 20 ғинуарына тиклем Молдованың сит ил эштәре һәм Европа интеграцияһы министры. 2015 йылдың 21 июненән 21 июленә тиклем Молдова Республикаһының Премьер-министры.
Молдавияның беренсе президенты Мирча Снегурҙың ҡыҙы.
Наталья Мирчевна Герман 1969 йылдың 20 мартында Кишинёв ҡалаһында тыуған. Молдова дәүләт университетында инглиз һәм немец телдәренең филология факультетын тамамлай. 1992 йылда Бухареста сәйәси һәм административ тикшеренеүҙәрҙең милли мәктәбен тамамлай.
Австрияла илсе вазифаһын биләй, ОБСЕ ҡарамағында даими вәкил һәм Венала башҡа халыҡ-ара ойошималарҙа даими вәкил (2002—2006), Швеция, Норвегия һәм Финляндияла (2006—2009 йылдарҙа илсе вазифаларын биләй.
2009 йылдың 29 июнендә Герман Наталья министр Андрей Стратан тәҡдиме буйынса Европа интеграцияһы һәм сит ил эштәре министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм Молдавия менән Европа Союзы араһында ассоциация тураһында килешеү төҙөү буйынса баш һөйләшеүсе итеп тәғәйенләнә.
2013 йылдың 30 майында Герман Наталья Юрий Лянкэ хөкүмәтендә беренсе вице-премьер-министр, Европа интеграцияһы һәм сит ил эштәре министры итеп төғәйенләнә.
2017 йылдың сентябрь айында Ашхабадта резиденцияһы менән Үҙәк Азияның превентив дипломатия буйынса Төбәк үҙәктең махсус вәкиле һәм етьәксеһе итеп тәғәйенләнә.[2][3][4][5]
Молдованың евроинтеграцияһы һәм ЕАЭС Таможня союзына интеграцияға ҡаршы сығыш яһай, Молдавияла Рәсәй телеканалдарын ретрансляциялауҙы тыйыу яҡлы булып тора[6].
Молдаван теленән тыш, румын, урыҫ, француз һәм немец телдәрендә һөйләшә.