Герцогиня Лилиан Халландская | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Швеция Бөйөк Британия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Lillian May Davies |
Титул | шаһбикә[d] һәм герцогиня[d] |
Тыуған көнө | 30 август 1915[1][2] |
Тыуған урыны | Суонси, Уэльс, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d] |
Вафат булған көнө | 10 март 2013[3][1][2] (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Юргорден[d], Östermalm city district[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция |
Ерләнгән урыны | Кунглига бегравнингсплатсен[d] |
Атаһы | William John Davies[d][1] |
Әсәһе | Gladys Mary Curran[d][1] |
Хәләл ефете | Иван Крэйг[d] һәм Бертиль, герцог Халландский[d] |
Нәҫеле | Бернадоты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | модель |
Префикс титула | Королевское высочество[d] |
Социаль синыф | член королевской семьи[d] |
Сәләмәтлек торошо | Альцгеймер ауырыуы[4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Герцогиня Лилиан Халландская Викимилектә |
Принцесса Лилиан Халландская (30 август 1915 йыл — 10 март 2013 йыл) — швед король йорто ағзаһы, принц Бертиль, герцог Халландскийҙың ҡатыны (1912—1997), король Карл XVI Густавтың инәйе, элекке инглиз моделе.
Лилиан Суонсила — ҙурлығы буйынса Уэльстың икенсе ҙур ҡалаһында тыуа һәм Уильям Девис менән Гледис Мери Курендың ҡыҙы була. Йәш сағында модель булып эш башлай һәм «Vogue» журналы тышлығында тора. Уға биш йәш булғанда ата-әсәһе айырылыша. Рәсми рәүештә никах 1939 йылда тарҡала.
1940—1945 йылдарҙа ул инглиз актеры Иван Крейг менән йәшәй. Икенсе бөтә Донъя һуғышы ваҡытында Король флоты өсөн радио әҙерләгән заводта эшләй, шулай уҡ яраланған һалдаттар госпиталендә шәфҡәт туташы булып йөрөй.
1943 йылда ул Лондонда беренсе тапҡыр принц Бертиль Шведскийҙы — король Густав VI Адольф һәм Маргарита Коннаутскаяның улын осрата. Лилиан Иванда кейәүҙә булһа ла, тиҙҙән улар һөйәркәләр булып китә. 1945 йылда ир менән ҡатын айырылыша. Принц Бертильдың өлкән ағаһы Адольф Густав 1947 йылда бер йәшлек малайын ҡалдырып һәләк булғандан һуң, уның швед короллегендә регент булып ҡалыу мөмкинлеге тыуа. Ошо сәбәпле ул Лилианға өйләнә алмай, сөнки ул тәхеттән мәхрүм булыр ине. Бер нисә йыл улар бәйләнештәрен йәшереп, бергә йәшәйҙәр. Францияның көньяғында Сент-Максимда йәшәйҙәр. Принцтың атаһы, король Густав VI оҙон ғүмер кисерә, ошо ваҡытта Бертилдың туғаны бәлиғ була.
Король Густав VI Адольф үлгәндән һуң(1973 йыл), Лилиан һәм Бертиль никах килешеүе төҙөй. Никахлашыу 1976 йылдың 7 декабрендә үтә. Король юҡ саҡта ла Бертиль уның урынбаҫары сифатында сығыш яһай. Ҡатыны принцесса Лилиан, герцогиня Халландская тип атала башлай. Парҙар үҙҙәренең Сульбаккен виллаһында йәшәй.
Бертиль 1997 йылдың 30 авгусында үлә. Ул ҡатынының 82 йәшлек тыуған көнөндә вафат була. 1997—2010 йылдарҙа Лилиан Швецияны күрһәтеп, рәсми сараларҙа һәм байрамдарҙа ҡатнашыуын дауам итә. 2000 йылда ул король һарайы янындағы тормошо, шулай уҡ Бертиль менән ғаилә тормошо тураһында автобиографик китабын сығара. 2008 йылдың авгусында принцесса үҙ йортонда йығылып, ҡабырғаһын һындыра. Ошондай осраҡ 2009 йылдың февраль айында ҡабатлана. 2010 йылда принцесса Лилиан Альцгеймер ауырыуы[5] менән ауырый һәм башҡаса йәмәғәт бурыстарын үтәй алмай тип иғлан ителә.
Принцесса Лилиан Стокгольмда 2013 йылдың 10 мартында вафат була. Үлгән мәленә ул швед король йортоноң һәм Европаның башҡа теләһә ҡайһы король ғаиләләренең иң оло йәштәге ағзаһы булып иҫәпләнә[6].
Принцесса Лилиан хөрмәтенә принцесса Мадлендың 2014 йылдың 20 февралендә тыуған ҡыҙына Леонор Лилиан Мария тип уның тулы исемен ҡушалар[7].