Гетти музейы

Гетти музейы
J. Paul Getty Museum
Гетти үҙәге
Гетти үҙәге
Асылған ваҡыты 1954
Урынлашыуы Лос-Анджелес, АҠШ
Директор Майкл Бренд
Сайт getty.edu
Логотип Викисклада Гетти музейы Викимилектә

Гетти музейы (J. Paul Getty Museum) — Калифорнияла иң ҙур художестволы музей. 1997 йылдан музей Лос-Анжелеста урынлашҡан. Хәҙерге заман Гетти үҙәген төҙөү 1.2 млрд долларға төшкән. Архитекторы Ричард Мейер. Музейҙың антик осор коллекциялары Малибула күрһәтелә. Музейға инеү бушлай.

Музейҙы нефть магнаты Дж. Пол (1892—1976) нигеҙләгән. Ул ваҡытта ул донъялағы иң бай кеше булған. Музей кәрәк-яраҡтарына тип ҡалдырған күп миллиардлы мөлкәт музейҙы Лондон һәм Нью-Йорк аукциондарында иң хәлле һатып алыусы итә.

Музей етәкселәре бөйөк художниктарҙың картиналарын дәртләнеп һатып алалар, 1980 йылдарҙа уларҙы сәнғәт әҫәрҙәре баҙарында яһалма рәүештә хаҡ күтәреүҙә ғәйепләйҙәр. Гетти үҙәге Италия һәм Грециянан контрабанда ысулы менән антик сәнғәт әҫәрҙәрен һатып алыуҙа ғәйепләйҙәр. Италия хөкүмәте музейҙан законһыҙ сығарылған мөлкәтте кире ҡайтарыуҙы талап итә.[1]

2013 йылда музей 4600-ҙән артыҡ экспонатың һанлы рәсемен йәмәғәт милкенә тапшырҙы.[2]

Коллекция хазиналары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]