Гибралтар боғаҙы

Гибралтар боғаҙы
исп. Estrecho de Gibraltar, ингл. the Strait of Gibraltar, ғәр. مضيق جبل طارق
Йыһандан күренеш.
Йыһандан күренеш.
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраУрта диңгеҙ, Атлантик океан
Илдәр
БүләПиреней ярымутрауының көньяҡ осон һәм Африканың төньяҡ-көнбайыш яр буйын 
Киңлеге14-45 км
Оҙонлоғо59 км
Иң тәрән урыны1184 м
Испания
Точка
Гибралтар боғаҙы
 Strait of Gibraltar Викимилектә

Гибралтар боғаҙы (исп. Estrecho de Gibraltar, ингл. the Strait of Gibraltar, ғәр. مضيق جبل طارق‎, лат. Fretum Gaditanum) — Пиреней ярымутрауының көньяҡ осон һәм Африканың төньяҡ-көнбайыш яр буйын айырыусы, Урта диңгеҙҙе Атлантик океан менән тоташтырыусы боғаҙ.

Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 14—44 км, фарватерҙа уртаса тәрәнлек 338 м (максималь тәрәнлек 1181 м)[1].

Гибралтар боғаҙында төрлө тәрәнлектәрҙә ағымдар ҡапма-ҡаршы яҡтарға йүнәлгән. Өҫкө ағым Атлантиканан Урта диңгеҙгә йылына уртаса 55 198 км³ һыу (уртаса температураһы 17 °C һәм тоҙлолоғо 36 ‰-дән юғарыраҡ) килтерә. Тәрәнлек ағымы Атлантик океанға 51 886 км³ һыу (уртаса температураһы 13,5 °C һәм тоҙлоғо 38 ‰) килтерә[1].

Гибралтар боғаҙы ҙур стратегик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә[1]. Боғаҙ тирәһендә Испания порттары Сеута, Ла-Линеа, Альхесирас, Марокко ҡала-порты Танжер һәм Бөйөк Британияның Гибралтар хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан[2].

«Гибралтар» һүҙе «Джебель Тарик» (ғәр. جبل طارق‎‎‎; «Тарик тауы») ғәрәп һүҙбәйләнешенең испанлаштырылған варианты булып тора. Тауға ғәрәп юлбашсыһы Тарик ибн Зиядтың исеме бирелгән[3].

Гибралтар боғаҙы аша тоннель йәки күпер төҙөү проекттары буйынса фекер алышыуҙар бара.

  1. 1,0 1,1 1,2 Гибралтар боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Гибралтар // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  3. Путешествие по планете. Гибралтар