Гидрофиттар

Гидрофиттар, макрофиттар (гидро... һәм фито...) — ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре.

Гидрофиттар өсөн механик һәм һыу үткәргес туҡымаларҙың үҙгәреүе, махсуслашҡан һауа йөрөтөүсе туҡымаларҙың (аэренхималар) булыуы хас; тамыры беркетеү ағзаһы булып тора.

Төрҙәре: һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (бәләкәй тәлмәрйен тәңкәһе, күл сальвинияһы, ябай ҡырҡтамыр һ.б.); һыу эсендәгеләр (өс өлөшлө тәлмәрйен тәңкәһе, ябай бысҡы үлән һ.б.); һыу төбөнә нығынғандар [һыу өҫтөнә сығып торғандар (ике өйлө күрән, яҫы япраҡлы екән һ.б.), һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (аҡ томбойоҡ, өйкөм терпебаш, һары томбойоҡ һ.б.), һыу эсендәгеләр (бүрекле һыу үләне, канада элодеяһы һ.б.)]. Г. һыу ятҡылыҡтарының таҙарыныу процесында ҡатнаша. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (сатырлы һыусәсәк, ябай уҡъяпраҡ), мал аҙығы үҫемлектәре (күрән), декоратив үҫемлектәр (аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ), дарыу үҫемлектәре (һары томбойоҡ).

Составында алкалоидтар һәм флавоноидтар булған аҡ томбойоҡ һәм пак томбойоҡ халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына Г. үҫемлектәрҙең 5 һирәк төрө индерелгән (еп һымаҡ һыу үләне, ике өйлө күрән, кескәй һары томбойоҡ, күл сальвинияһы; реликт булған һыу сәтләүеге).

  • Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.

Гидрофиттар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.