Гирсу | |
Культура | Шумерҙар |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Ди-Кар[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Эра | Древний Ближний Восток[d] |
Гирсу Викимилектә |
Гирсу (хәҙер Телло) — хәҙерге Ираҡта урынлашҡан боронғо шумер ҡалаһы.
Гирсу көньяҡ Месопотамияла, Тигр менән Евфрат араһында урта тирәлә ултыра. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта һыу юлынан бәйләнгән Нина-Сирара (хәҙерге Зургхул) һәм Лагаш (хәҙерге Әл-Хиба) ҡалалары менән союзда тора. Был берлектә Лагаш төп урынды биләй.
Гирсуҙың ҡурсалаусыһы Нингирсу («Гирсу әфәнде») илаһ була, уға бағышланған ғибәҙәтхана Лагаш хакимы Гудеа тарафынан бик күркәм итеп яңыртып төҙөлә. Ҡорамдың урыны теүәл генә билдәле түгел, әммә уның эрбет ағасы, алтын, затлы таштар менән яңыртылған ҡиәфәте Гудеа тарафынан тантана тураһындағы яҙмала ентекләп тасуиранған.