Глазго университеты |
ингл. University of Glasgow |
Байраҡ | Герб |
| |
Нигеҙләү датаһы |
7 ғинуар 1451 |
|
Рәсми атамаһы |
Oilthigh Ghlaschu |
Принадлежит к |
Группа «Рассел»[d] |
Архивы хранятся в |
Glasgow University Archive Services[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы |
канцлер Университета Глазго[d] |
Ректор |
Aamer Anwar[d] |
Издание организации |
The Glasgow Guardian[d] |
Описание девиза |
Путь, истина, жизнь[d] |
Дәүләт |
Бөйөк Британия[1] |
Административ-территориаль берәмек |
Глазго-Сити[d] |
Историческое графство |
Ланаркшир[d] |
Ойошма ағзаһы |
Группа «Рассел»[d][2], ORCID[d][3][4], Digital Preservation Coalition[d][5], Confederation of Open Access Repositories[d][6][7], arXiv.org[d][8], Guild of European Research-Intensive Universities[d][9], Partnership of a European Group of Aeronautics and Space Universities[d] һәм Комитет по этике публикаций (COPE)[d][10] |
Бойһонған ойошма (филиал) |
Scottish Universities Environmental Research Centre[d], MRC-University of Glasgow Centre For Virus Research[d] һәм Centre for Battlefield Archaeology[d] |
Милке |
Glasgow University Library[d], Historical Thesaurus of English[d], Hunterian Museum and Art Gallery[d] һәм The Hunterian collections[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Глазго, Шотландия, Бөйөк Британия |
Ҡулланылған тел |
инглизсә |
Төҫ |
Ҡара төҫ һәм алтын төҫ[d] |
Диапазон IPv4 |
130.209.0.0/16[11] |
Диапазон IPv6 |
2001:630:40::/48[12] |
Рәсми сайт |
gla.ac.uk |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр |
132 601 |
Эндпоинт API |
idp.gla.ac.uk/shibboleth[13] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы |
Категория:Преподаватели университета Глазго[d] |
|
Глазго университеты Викимилектә |
Глазго университеты — Бөйөк Британияла өҫтөнлөклөлөгө буйынса дүртенсе һәм Шотландияла иң эре университет. Глазго ҡалаһында урынлашҡан. 1451 йылда папа буллаһы Николай V тарафынан нигеҙ һалына. Бөйөк Британия «Рассел» тикшеренеү университеттарының абруйлы алдынғылар төркөмөнә һәм Universitas 21[en] халыҡ-ара университеттар селтәренә инә (һуңғыһына нигеҙ һалыусы- ағза).
QS World University Rankings исемлегендә 2013 йылда Бөйөк Британияла университет 9-сы урынды биләй һәм планетаның юғары уҡыу йорттары араһында 51 иң яҡшы юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инә[14]. Университет менән ете Нобель премияһы лауреаты бәйле, береһе Шотландияның премьер-министры һәм беренсе министры.
Структуралы дүрт колледждан тора.
Университет китапханаһында махсус коллекциялар бүлеге бар, ул боронғо, һирәк һәм уникаль баҫмаларҙан тора, шул иҫәптән халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған урта быуат һәм ренессанс ҡулъяҙмалар бар. Китаптар коллекцияһының иң ҡиммәтле һәм иң билдәлеһе булып Хантер китапханаһы тора, ул XVIII быуаттың иң яҡшы китапханаһы булған. Доктор Уильям Хантер (1718—1783), шотланд анатомы һәм табибы, Лондон король йәмғиәте ағзаһы, үҙ ваҡытында күренекле акушер, хәҙерге анатомияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; билдәле хирург Джон Хантерҙың өлкән ағаһы, 1740 йылдарҙа Лондонда күсеп килгәнгә тиклем Глазго университетында уҡый. Коллекцияла 10000 ашыу баҫма китап һәм яҡынса 600 ҡулъяҙма бар.
140 илдән студенттар уҡый.
Университетта 2 студент союзы һәм йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшләй. Кампус территорияһында кинотеатр, театр, 4 музей, бассейн менән заманса спорт залы бар.
2014 йылда студенттар ректоры булып (етәкселеге алдында студент вәкиле) Эдвард Сноуден һайлана[15] (өс йылға). Элек был вазифаны Винни Мандела һәм Вануну Мордехай биләгән.
- Гукер, Уильям Джексон
- Фрэнсис Джеффри, Лорд Джеффри — ректор, әҙәби тәнҡитсе.
- Листер, Джозеф — основатель антисептики
- Макьюэн, Уильям — хирург, хәҙерге нейрохирургяның пионеры
- Смит, Адам — иҡтисадсы, философ-этик; университетты тамамлаусы
- Хатчесон, Фрэнсис — Шотланд мәғрифәтселегенә нигеҙ һалыусы Просвещения]]
- Блэк, Джозеф — инглиз химигы, физик.
- Баркли, Уильям — билдәле диндар
- Кокшотт, Пол
- Горст, Джон Эльдон — 1893—1896 йылдарҙа ректор
- Вербицкий, Михаил Сергеевич — 2002—2007 й.й.