Глобус

Глобус

Гло́бус (лат. globus, «шар») — өс үлсәмле Ер шары, йәки башҡа планета моделе, шулай уҡ күк көмбәҙе моделе[1]; Ер шарының йәки башҡа күк есеменең үҙ күсәре тирәһендә әйләнмәле итеп эшләнгән бәләкәй моделе[2].

Беренсе глобусты б. э. т. 150 йылда Кратет Малльский эшләгән булған.

Географик карталарҙан айырмалы булараҡ глобуста боҙоп күрһәтеү һәм өҙөклөктәр юҡ, шуға күрә глобус ҡитғаларҙың һәм океандарҙың урынлашыуын күҙаллау өсөн уңайлы. Шул уҡ ваҡытты глобустың масштабы бик бәләкәй, ниндәйҙер урынды ентекләп күрһәтеү өсөн бик уңайһыҙ.

Глобус буйынса Ерҙең формаһын, уның үҙ күсәре тирәләй әйләнеүен, материк һәм океандарҙың һыҙаттарын күҙ алдына килтереп була. Глобустың барлыҡ өлөштәренә бер үк масштаб һаҡлана, шуға күрә аралыҡ һәм майҙан бөтә өлөштәрендә лә бер төрлө. Ерҙең өҫкө өҙөн глобуста өйрәнеү үңышлыраҡ.

Интерактив (Мультитач) глобус

Хәҙерге заманда глобустарҙы төрлөсә эшләйҙәр. Мәҫәлән, АҠШ-та һанлы глобус эшләнгән, Германияла интеактив (Мультитач) глобус эшләгәндәр.

  1. Глобус :: Словопедия.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)