Горбатов Александр Васильевич | |
рус. Горбатов, Александр Васильевич | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 21 март 1891 |
Тыуған урыны | Пахотино[d], Вязников өйәҙе[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 1973 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офицер, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Хәрби звание | армия генералы[d] һәм Унтер-офицер[d] |
Командалыҡ иткән | 3-сө армия (СССР) |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d], армия[d], Һауа-десант ғәскәрҙәре[d] һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Горбатов Александр Васильевич Викимилектә |
Горбатов Александр Васильевич (21 март 1891 йыл — 7 декабрь 1973 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, армия генералы (1955). Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1920—1921)[3]. Советтар Союзы Геройы (1945). 3-сө армия командующийы (1943—1945). Һауа десанты ғәскәрҙәре командующийы (1950—1954).
Александр Васильевич Горбатов 1891 йылдың 21 мартында хәҙерге Иванов өлкәһе Палех районы Пахотино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1902 йылда ауылда өс класлыҡ мәктәп тамамлай. Атаһының крәҫтиән хужалығында, ҡышҡы промыслаларҙа, шуя ҡалаһында аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй.
Хәрби хеҙмәттә — 1912 йылдың октябренән, Чернигов 17-се гусар полкында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Польшала, Карпат тауҙарында һуғыша, яралана, батырлығы өсөн өлкән унтер-офицер дәрәжәһенә күтәрелә һәм Георгий тәреләре һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
РККА-ға 1919 йылдың авгусында үҙ теләге менән инә. Граждандар һуғышында — ҡыҙылармеец, кавалерия взвод, эскадроны, 1920 йылдың апреленән — 58-се кавалерия полкы, шул уҡ йылдың авгусынан алып — Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры. генерал А И. Деникин армияларына, совет-поляк һуғышында, 1920 йылдың аҙағында — С. В. Петлюра ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Граждандар һуғышы осоронда 1920 йылдың авгусы — 1921 йылдың апрелендә — Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры. Украинала 7 Чернигов Червон казактарының кавалерия полкы командиры, 1928 йылдан 3-сө кавалерия дивизияһының кавалерия бригадаһы командиры, 1933 йылдың 11 ғинуарынан — 4-се Төркөстан тау-кавалерия дивизияһы командиры (Төркмән ССР-ы, Мәрүә ҡалаһы). Кавалерия командирҙары курстарын (Новочеркасск, 1926) һәм командирҙар составын камиллаштырыу юғары курстарын (Мәскәү, 1930) тамамлай[3]. 1935 йылдың 26 ноябрендә комбриг званиеһы бирелә[4]. 1936 йылдың май айынан — Киев хәрби округындағы 7-се кавалерия корпусының 2-се кавалерия дивизияһы командиры(ҡала Украин ССР-ы, Каменец-Подольск өлкәһе, Староконстантинов ҡалаһы).
1937 йылдың сентябрендә, 1937—1938 йылдарҙағы РККА-ла массауи репрессиялар барышында, А. В. Горбатов «халыҡ дошмандары менән бәйләнештәр өсөн» вазифаһынан бушатыла һәм ВКП(б)-нан сығарыла. 1938 йылдың мартында партияла тергеҙелә һәм Сталин исемендәге 6-сы кавалерия корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, әммә ошо уҡ йылдың октябрендә запасҡа сығарыла һәм ҡулға алына. НКВД-ла тикшереү ваҡытында язалауҙарға дусар ителә, әммә ғйепле итеп үҙен танымай. Үҙенең хәтирәләрендә Александр Васильевич яҙа[5]:
Ҡомар менән үткәрелгән һорауҙар ике-өс тәүлек арауығы менән бишәү булды; ҡайһы берҙә мине камераға носилкаларҙа алып килделәр. Шунан егермеләп көн хәл алырға бирәләр ине… һорауҙарҙың өсөнсө серияһы башланғас, минең тиҙерәк үләһем килде!
1939 йылдың 8 майында РСФСР-ҙың 58-се статьяһы буйынса («контрреволюцион енәйәттәр») 15 йылға төрмәгә һәм 5 йылға хоҡуҡтарын мәхрүм итеүгә хөкөм ителә. Хөкөмдө Колымалағы лагерҙа үтәй, унда ул «Джурма» пароходында еткерелә. Зәңге менән ауырып китә.
1941 йылдың 5 мартында эште ҡабаттан ҡарауҙан һуң азат ителә. Армияла тергеҙелгәндән һәм санаторийҙарҙа дауаланғандан һуң шул уҡ йылдың апрель айында 25-се уҡсылар корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Украина).
Һуғыштың башында корпус Көнбайыш фронтындағы 19-се армия составына күсерелә һәм 1941 йылдың июль башында Витебск алышында һуғышҡа инә. Корпустан айырылған хәлдә, тәртипһеҙ сигенгән ғәскәрҙәрҙе үҙенә буйһондора, оборона ойоштора һәм дүрт көн дауамында Ярцево ҡалаһын тотоп тора. 22 июлдә яралана һәм Мәскәүгә дауаланыуға ебәрелә. Артабан Юғары комсостав курсына ебәрелә, әммә үҙ теләге менән фронтҡа китә.
1941 йылдың октябрендә Харьковта Көньяҡ-Көнбайыш фронтында 226-сы уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Харьков тирәһендәге алыштарҙа, һуңғараҡ ҡышыҡы һөжүм оперцияларҙа (дошман тылдарныда гарнондарҙы ҡыйрата), айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 1941 йылдың 25 декабрендә уға генерал-майор званиеһы бирелә (был ваҡытҡа тиклем комбриг булып ҡала). Ҡыҙыл Байраҡ ордены меннә бүләкләнә[6].
1942 йылдың июненән — Көньяҡ-Көнбайыш фронтының кавалерия инспекторы, августан — ошо уҡ вазифала Сталинград фронтында. Октябрҙән — Сталинград һәм Дон фронттарында 24-се армия командующийы урынбаҫары, Сталинград алышында ҡатнашыусы. 1943 йылдың апреленән — ВГК Ставкаһы резервындағы 20 гвардия уҡсылар корпусы командиры (4-се гвардия армияһы). Генерал-лейтенант (28.04.1943).
1943 йылдың июненән һәм һуғыш аҙағына тиклем — 3-сө армия командующийы. Генерал-полковник (29.06.1944). Орел, Брянск, Чернигов-Припять, Белорус, Ломжа-Ружан, Көнсығыш-Пруссия, Берлин операцияларында батырҙарса һәм оҫта эш итә. Көнсығыш Пруссияла дошман оборонаһын йырып үткәндә 3-сө армияһы менән оҫта етәкселек иткән өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була (10.04.1945).
Һуғыш ваҡытында Горбатов юғары баш командующийының рәхмәт бойороҡтарында 16 тапҡыр телгә алына[7].
1945 йылдың июнендә генерал-полковник Н. Э Берзарин һәләк булғандан һуң Берлин коменданты вазифаһына тәғәйенләнә, шулай уҡ уны Германия территорияһында 5-се удар армияһы командующийы вазифаһында алмаштыра[8]. 1945 йылдың ноябрендә армия командованиеһы начальнигыменән бер рәттән Мекленбургта һәм көнбайыш Померанияла СВАГ начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1946 йылдың ноябренән Прибалтика хәрби округында 11-се гвардия армияһы менән етәкселек итә. 1950 йылдың март айынан — Айырым гвардия һауа-десант армияһы командующийы. 1953 йылдың майынан — Һауа-десант ғәскәрҙәре командиры. 1954 йылдың майынан — Прибалтика хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. Армия генералы (08.08.1955).1958 йылдың апреленән — СССР Оборона министрлығы генераль инспекторҙар төркөмөнең генераль инспекторы.
1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат, СССР Юғары Советы депутаты.
Орёл, Гомель ҡалаларының Почетлы гражданы.. «Йылдыр һәм һуғыштар» мемуарҙар китабы авторы, был китапта СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып Сталин репрессиялары тураһында бәйән итә.
Горбатов эсмәгән һәм тәмәке тартмаған. Үҫмер йәшендә, 1907 йылда, иптәшенә, бер ҡасан да эсмәйем, тартмайым, һүгенмәйем, тип һүҙ бирә. Армия генералы мемуарҙарында яҙа:
«Араҡынан һәм тәмәкенән тыйылыуымдан мыҫҡыл итеүсе кешеләрҙең күплеге! Мине ауырыу һәм старообрядсы тип тә атанылар - мыҫҡыллауҙар ярҙам итмәне. Эсергә ҡушҡан етәкселәр ҙә осраны, әммә мин был осраҡта ла ныҡ булып ҡалдым. Улай ғына түгел, ниндәй генә минең ғүмеремдә ауыр кисерештәр булмаһын — бер ҡасан да араҡыла онотолоу теләге булманы».
Александр Васильевич Горбатов 1973 йылдың 7 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Советтар Союзы Маршалы К. К. Рокоссовский[9]:
Александр Васильевич Горбатов — ҡыҙыҡ кеше. Ҡыйыу, төптән уйлап эш итеүсән военачальник, Суворовтың ялҡынлы дауам итеүсеһе, уның хәрби ғәмәлдәрендәге көтөлмәгәнлекте, етеҙлекте, флангка һәм дошман тылына сығыу менән ҙур арауыҡтарға алға ынтылышын юғары баһалай ине. Горбатов көндәлек тормошта ла үҙен суворовса тота ине — төрлө уңайлыҡтарҙан баш тарта, һалдат ҡаҙанынан туҡлана.
Советтар Союзы Маршалы А. М. Василевский[10]:
… бүлмәгә бик шәп итеп кавалерист формаһындағы бейек кәүҙәле генерал килеп инде. Йөҙөнөң матур һыҙаттары, зәңгәр күҙҙәренең үткер ҡарашы, һүҙ тейгеһеҙ ыҫпайлығы, үҙе менән таныштырғандағы аңыҡлығы, — былар бөтәһе лә шундуҡ мине уға ылыҡтырҙы. Ә уның ябай, әммә ғәйрәтле үтенесе мине бөтөнләй үҙенә буйһондорҙо… Александр Васильевич уға ниндәйҙер етди хәрби эш биреүен үтенде. Хәлдәр ҡурҡынысҡа әйләнгәндә, Волганың һул ярында ул ҡул ҡаушырып ултыра алмай ине.
Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков[11]:
Брянск фронты составында бөтә һуғыш дауамында армия менән бик оҫта етәкселек иткән генерал Горбатовтың 3-сө армияһы бик көслө һөжүм итә ине. Һәм, ул фронт менән дә шулай уҡ уңышлы етәкселек итер ине, тип әйтеп була. Әммә уның тура һүҙлеге, фекерҙәренең киҫкенлеге арҡаһында уны юғары етәкселек өнәмәй ине. Бигерәк тә, уны төрмәлә бер ғәйепһеҙ бер нисә йыл төрмәлә тотҡан, Берия уға ҡаршы була.
Горбатов Александр Васильевич Викимилектә |
Алдан килеүсе: Руденко, Сергей Игнатьевич |
Командующий Воздушно-десантными войсками 1950—1954 |
Һуңынан килеүсе: Маргелов, Василий Филиппович |