Графтар теорияһы

Графтар теорияһы
Рәсем
Өйрәнеү объекты граф
Асыусы йәки уйлап табыусы Леонард Эйлер
Вики-проект Проект:Математика[d]
ACM коды (2012) 10003633
 Графтар теорияһы Викимилектә
Алты түбәһе һәм ете ҡабырғаһы булған граф

Графтар теорияһы — дискретлы математиканың графтар үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм мәғәнәлә граф ҡабырғалар менән тоташтырылған түбәләр (төйөндәр) күмәклегенән ғибәрәт. Иң теүәл билдәләмә буйынса, граф тип парҙары күмәклеге атала, бында теләһә ниндәй иҫәпләү күмәклегенең аҫкүмәклеге, ә  — -тың аҫкүмәклеге.

Графтар теорияһы, мәҫәлән геоинформацион системаларҙа (ГИС) ҡулланыла. Булған йәки яңынан проектланыусы өйҙәр, ҡорлмалар, кварталдар һәм башҡалар түбәләр, ә уларҙы тоташтырыусы юлдар, инженер селтәрҙәре, электр тапшырыу линиялары һәм башҡалар — ҡабырғалар итеп ҡарала. Бындай графта башҡарылған төрлө иҫәпләүҙәрҙе ҡулланыу, мәҫәлән, иң ҡыҫҡа урап үтеү юлын йәки иң яҡын аҙыҡ-түлек магазинын табырға, оптималь маршрут планлаштырырға булышлыҡ итә.

Графтар теорияһының күп һанда сиселмәгән проблемалары һәм әлегә иҫбатланмаған гипотезалары бар.

Графтар теорияһы барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонард Эйлерҙы графтар теорияһына нигеҙ һалыусы тип һанайҙар. 1736 йылда үҙенең хаттарының береһендә ул Кёнигсбергтың ете күпере проблемаһын әйтеп бирә һәм сиселешен тәҡдим итә, аҙаҡ был мәсьәлә графтар теорияһының классик мәсьәләләренең береһе булып китә. «Граф» терминын беренсе булып 1878 йылда билдәле инглиз математигы Джеймс Джозеф Сильвестр (1814—1897) үҙенең «Nature» мәҡәләһендә ҡуллана.

Графтар теорияһы терминологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Графтар теорияһы терминдары һүҙлеге (терминологияһы) әлеге көндә ҡәтғи билдәләнмәгән. Атап әйткәндә, Гудман, Хидетниеми, 1981 монографияһында әйтелгән: «Программалау донъяһында ике „граф“ йәки „селтәр“ терминдарының ҡайһыһын һайлау тураһында берҙәм фекер юҡ. Беҙ „селтәр“ терминын һайланыҡ, сөнки ул, күренеүенсә, ғәмәли өлкәләрҙә йышыраҡ осрай». «Түбә/нөктә» терминдары менән дә шундай уҡ хәл".

Граф төрҙәре:

  • Йүнәлешһеҙ граф (неограф)
  • Йүнәлешле граф (орграф)

Графтарҙы яҫылыҡта һүрәтләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Графтарҙы яҫылыҡта һүрәтләгәндә йышыраҡ шундай тамғалауҙар системаһы ҡулланыла: графтың түбәһе нөктә менән йәки, түбәнең мәғәнәһе асыҡланғанда, тура дүртмөйөштәр, овалдар һәм башҡалар менән һүрәтләнә, уларҙың эсендә түбәнең (алгоритмдарҙың блок-схемалары графтарының) мәғәнәһе асыла. Әгәр түбәләр араһында ҡабырға булһа, ул саҡта ярашлы нөктәләр (фигуралар) һыҙыҡ йәки дуға менән тоташтырылалар. Йүнәлешле граф осрағында дуғалар уҡтар менән алмаштырылалар, йәки ҡабырғаның йүнәлешле булыуын асыҡ күрһәтәләр. Ҡайһы берҙә ҡабырға янына уның мәғәнәһен асыусы аңлатма яҙыу урынлаштыралар, мәҫәлән, сикле автоматтарҙың күсеү графтарында. Планар һәм планар булмаған графтар була. Планар граф — һүрәттә (яҫылыҡта) ҡабырғаларын киҫештермәй һүрәтләргә мөмкин булған граф ул (иң ябайҙары — өсмөйөш йәки бәйле түбәләр пары), шулай булмаһа граф планар түгел. Әгәр графтың циклдары булмаһа (һис юғы, ҡабырғаларын һәм түбәләрен баштағы түбәгә әйләнеп ҡайтырлыҡ бер тапҡыр урап үтеү юлы булған), был осраҡта уны «ағас» тип атау ҡабул ителгән. Графтар теорияһында ағастарҙың мөһим төрҙәре — бинар ағастар, унда һәр түбәнең бер инеүсе ҡабырғаһы һәм теүәл ике сығыусы ҡабырғаһы бар, йәки һуңғыһы булып тора — сығыусы ҡабырғалары юҡ һәм бер тамыр түбәһе бар, уға инеүсе ҡабырға юҡ.

Графтың һүрәтләнешен графтың (абстрактлы структура) үҙе менән бутарға ярамай, сөнки бер графҡа берҙән артыҡ график күҙаллауҙы ярашлы ҡуйырға мөмкин. Һүрәтләү тик түбәләрҙең ҡайһы парҙары ҡабырғалар менән тоташтырылған, ә ҡайһылары юҡ икәнен күрһәтеү бурысын үтәй. Йыш ҡына практикала, ике һүрәтләү бер үк графтың моделдәре буламы тигән һорауға яуап биреүе ҡыйын була (икенсе төрлө әйткәндә, һүрәтләүҙәргә ярашлы графтар изоморфлы буламы). Мәсьәләгә бәйле рәүештә, бер һүрәтләүҙәр икенселәренә ҡарағанда асығыраҡ картина бирә.

Графтар теорияһының ҡайһы бер мәсьәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Графтар теорияһына шулай уҡ күп кенә бөгөнгө көнгә хәл ителмәгән математик проблемалар инә.

Графтар теорияһының ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Г. С. Яблонский, В. И. Быков, А. Н. Горбань, Кинетические модели каталитических реакций, Новосибирск: Наука (Сиб. отделение), 1983.- 255 c.
  2. Евстигнеев В. А. Применение теории графов в программировании. — М., Наука, 1985. — Тираж 20000 экз. — 352 c.
  3. Ерёменко А. О. Использование теории графов при решении задач в экономике // Прогрессивные технологии и экономика в машиностроении : сборник трудов VII Всероссийской научно-практической конференции для студентов и учащейся молодежи, г. Юрга, 7-9 апреля 2016 г. : в 2 т. — Томск : Изд-во ТПУ. — 2016. — Т. 2. — С. 279-281.
  4. Курейчик В. М., Глушань В. М., Щербаков Л. И. Комбинаторные аппаратные модели и алгоритмы в САПР. М.: Радио и связь, 1990. 216 с.

Ҡалып:Разделы математики