Греко-турецкая война 1919—1922 | |||
Төп конфликт: Война за независимость Турции | |||
| |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Западная Анатолия | ||
Нәтижә |
Победа кемалистов: | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Грек-Төрөк һуғышы Викимилектә | |||
Икенсе грек- төрөк һуғышы (1919—1922) терминын һуғышта ҡатнашҡан ике яҡ ҡулланмай. Грек тарихсылары был ваҡиғаларҙы Кесе Азия походтары (грек. Μικρασιατική εκστρατεία йәки Πόλεμος της Μικράς Ασίας — Кесе Азия кампанияһы); Төркиә тарихсылар уны Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышта Көнбайыш фронт (тур. Kurtuluş Cephesi Savaşı Batı) йәки Төрөк-грек фронты (тур. Türk-Cephesi Yunan) Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштың айырылғыһыҙ өлөшө тип һанала .
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тап ошо хәрби кампаниялар һәм һуғыш гректарҙың ирредентист пландарына ярашлы була һәм азатлыҡ өсөн көрәш тип атала. Грек ғәскәренең Кесе Азияға һөжүме грек хөкүмәте инициативаһы буйынса түгел, ә уның союздаштары инициативаһы буйынса башлана. Грек ғәскәренең тәүге уңыштары булыуға ҡарамаҫтан (улар 1921 йылдың йәйенә Кесе Азияның көнбайышын тулыһынса тиерлек баҫып ала) һуғыш Грецияның тулыһынса тар-мар ителеүе менән тамамлана. Һуғыштан һуң ике дәүләт грек һәм төрөк халҡы менә алмашыу ойоштора.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә[19][20], Кемал яҡлыларҙың гректарға ҡаршы һуғышында, элекке әрмәндәргә ҡаршы һуғыштағыса (1920), большевиктар Рәсәйенең кемалистарға 1920 йылдың көҙөнән алып, ике йыл дауамында аҡсалата һәм хәрби-техник ярҙам күрһәтеүе төп ролде уйнай[21].
Ғосман империяһының Беренсе донъя һуғышында еңелеүе һәм Мудрос солохона ҡул ҡуйғандан һуң еңеүсе державалар был илдең билмәләрен, шул иҫәптән ваҡытында Ғосман империяһының тәүге үҙәге булған территорияларҙы ла бүлгеләргә тотона. Грецияға еңеүселәр Көнсығыш Фракия (әлегә Истамбулһыҙ ғына ғына) һәм Кесе Азияның грек халҡы йәшәгән көнбайыш райондарын вәғәҙәләй.
Гректар өсөн һуғышта ҡатнашыуҙың төп милли мотивтарының береһе Византия империяһын тергеҙеү була. Хәҙерге грек дәүләте 1830 йылда барлыҡҡа килгәндән алып, бындай сәйәси идеялар Греция сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай. Грек сәйәсмәндәре бер нисә тапҡыр «Греция короллеген киңәйтеүҙең тарихи ҡотолғоһоҙ булыуы» тураһында сығыш яһай[22]. Мәҫәлән, 1844 йылда грек сәйәсмәне Иоаннис Коллетис йыйылыштарҙың береһендә: "Эллинизмдың ике бөйөк үҙәге бар. Афина — короллектең баш ҡалаһы. Константинополь — бөтә гректар өсөн хыял һәм өмөт ҡалаһы " тип белдерә.
Греция премьер-министры Элефтериос Венизелос, Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә ике ҡитғала «Бөйөк Грецияның» булдырылыуына юл аса тип иҫәпләй, шул иҫәптән хәҙерге грек дәүләтенән ситтә (Ионияла, Фракияның, Кипрҙа һәм гректар күп йәшәгән Кесе Азияның көнбайышында).
Грек ғәскәре 1919 йылдың 15 майында Мудрос солохоноң 7-се статьяһына ярашлы , Антанта эскадраһының көслө яҡлауы аҫтында Смирнаға килеп төшә. Италияның Смирнаны Англия һәм Францияға ҡаршы барып, үҙ оккупация зонаһына индереү теләге грек ғәскәрҙәрен ебәреүгә бер һылтау була. Итальяндар 19 майҙа ойошторған сыуалышта 71 төрөк һәм бер нисә грек һалдаты һәләк була. Был төрөк халҡының асыуын ҡабарта, май аҙағында улар партизан отрядтарын төҙөй башлай. Әммә 1919 йылдың июнь аҙағында ғына элекке төрөк офицеры Мостафа Кәмал-паша етәкселегендә гректарға етди ҡаршылыҡ күрһәтелә башлай.
1919 йылдың 25 июлендә гректар Адрианополде ала һәм июнь-июлдә Кесе Азияла плацдармды киңәйтә, улар Ушак, Бандырма һәм Бурсаны ала. 1919 йылдың көҙөндә грек ғәскәрҙәре көньяҡта Меандр, көнсығышта Ахметли[en] һәм Ванчико араһындағы территорияны контролдә тота, ә Кәмалдың отрядтары уларҙы ара-тирә борсоп торорлоҡ ҡына була. Шул уҡ ваҡытта гректар ары материкка инеп китмәй, сөнки быға союздаштарының санкцияһы булмай.
1920 йылдың мартында союздаш көстәр Истамбулды— Ғосман империяһы баш ҡалаһын оккупациялай. 1920 йылдың апрелендә Кәмал солтан хөкүмәтенә ҡаршы Анкарала Бөйөк милли йыйылыш (ВНСТ) хөкүмәтен йыя. Оҙаҡламай Кәмал ғәскәренән француз ғәскәрҙәре бер нисә тапҡыр еңелә, шуға күрә Франция ваҡытлыса солох төҙөргә мәжбүр була. Кәмалдың көсәйеүе (рус большевиктарының ярҙамы менән) борсоуға һалған Британия хөкүмәте(премьер-министр Ллойд Джордж) гректарға Кесе Азияның төньяҡ-көнбайышына үтеп инергә рөхсәт итә. Был аҙым, грек армияһына таянып, боғаҙҙарҙа инглиз-француз контролен булдырырға мөмкинлек бирә. Йәйен гректар өс тапҡыр һөжүмгә күсеп, бер нисә мөһим ҡаланы, шул иҫәптән, Бурсаны ала.
Кесе Азияла хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа Грецияның үҙендә хөкүмәт башлығы Элефтериос Венизелос һәм сит эштәргә ҡыҫылмау өсөн сығыш яһаған король яҡлылар араһында эске көрәш бара. Был көрәш шундай аяуһыҙ була ки, хатта Кесе Азиялағы көрәш ваҡытлыса икенсе планға күсә. 1920 йылдың 10 авгусында Антанта илдәре менән солтан хөкүмәте араһында Севр килешеүе төҙөлә. Севр килешеүе буйынса Грецияға Көнсығыш Фракия Истамбулға 30 км етәрәк, Имброс һәм Тенедос утрауҙары, Смирна Греция идаралыға күсә, ә биш йылдан унда Грецияға ҡушылыу буйнса референдум үтергә тейеш була.Грек премьеры Венизелос Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Венизелосҡа һөжүм итәләр, ләкин ул иҫән ҡала. Грецияла эске сәйәси көрәш яңынан көсәйә, уның барышында сәйәси үлтерештәргә барып етәләр. 1920 йылдың көҙөндә гректар Кәмал ғәскәрҙәрен элеккесә ҡыҫырыҡлап бара. Кәмал Севр килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашмай һәм уны танымай ҙа. Грек короле Александр 1920 йылдың 25 октябрендә үлеп китә. Венезелос партияһы һайлауҙарҙа еңелгәндән һуң, 1920 йылдың 14 ноябрендә тәхеткә Константин I (1920 йылдың декабре) ултыра. Сираттағы йыл гректарҙың уңышы менән һәм фронттың тағы ла нығыраҡ оҙонайыуы менән тамамлана. Тик гректар өсөн тышҡы сәйәсәттә хәлдәр насарая башлай: Грецияға союздаштары ярҙам итмәй башлай, король Константин Германия яҡлы, улар Антантаның дошманы тип иҫәпләй.
Гректар 1921 йыл башында хәрби яҡтан элеккесә көслө була, ә Кәмал үҙ ғәскәрен артыуын дауам итә.
Грецияның король хөкүмәте яңынан һөжүмгә күсерҙән алда III армия корпусына разведка өсөн рейд эшләргә ҡуша. Тулы булмаған ике грек дивизияһы Инөнүгә, Эскишәһәргә яҡын ғына ергә барып етә, 200 төрөк һалдатын әсирлеккә ала. 10 ғинуарында дивизияға позицияларына кире ҡайтырға бойороҡ бирелә, кемалистар үҙҙәрен еңеүсе тип иғлан итә. Дакин Дуглас, хәҙерге Британия тарихсыһы был хәрби-сәйәси ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡа ғына ике һөйләм яҙа: «1921 йылдың ғинуарында өсөнсө корпус (грек армияһы) Эскишәһәргә разведка операцияһы яһай, төрөк көстәренең ҡаршылығын еңә, әммә бойороҡҡа ярашлы Прусаға кире китә. Һөжүм өсөн (гректар өсөн) ваҡыт килеп етмәгән була»[23]. 1921 йылдың 23-31 мартында «яҙғы һөжүм» ваҡытында Мостафа Кәмал-пашаның ғәскәрҙәренән Инөнүҙе алырға тырышҡан III грек корпусы тактик еңелеүгә осрай. Әммә А.Кондулистың I грек корпусының еңеүе арҡаһында гректарҙың һөжүме уңышлы тамамлана.
Төрөктәрҙең тактик еңеүе Кәмал-пашаның совет хөкүмәте тарафынан танылыуы һәм Италия менән итальян ғәскәрен Анатолиянан сығарыу тураһында килешеүе менән нығытыла.
1920 йылдың көҙөндә үк Кәмалдың 1920 йылдың апрелендәге үтенесе буйынса Совет Рәсәйе тарафынан уның яҡлыларға күпләп аҡсалата һәм хәрби-техник ярҙам күрһәтелә башлай.[24] Мәскәүҙә 1921 йылдың 16 мартында РСФСР менән ВНСТ араһында «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ» тураһындағы килешеү төҙөлә. Был Анкаралағы хөкүмәтте донъяның ҙур державаһы яғынан беренсе таныу була. Килешеү буйынса Совет Рәсәйе хөкүмәте Кәмал хөкүмәтенә ҡайтарылмай торған финанс ярҙамы, ҡорал бирергә вәғәҙәләй. Совет хөкүмәте 1921 йыл дауамында кемалистарға 10 алтын һум, 33 меңдән ашыу винтовка, 58 миллион самаһы патрон, 327 пулемет, 54 артиллерия орудиелары, 129 мең артыҡ снаряд, мең ярым ҡылыс, 20 мең противогаз, 2 диңгеҙ истребителе һәм башҡа «бик күп башҡа хәрби-яраҡтар» ебәрә.[21]
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, 1921 йылдың 2 июлендә сит ил эштәре халыҡ комиссары РСФСР-ҙың сит ил эштәре халыҡ комиссары Чичерин грек хөкүмәтенә күп кенә гәзиттәрҙә Греция Рәсәйгә һуғыш иғлан иткән тип яҙылғанына «ныҡ ғәжәпләнеү» белдерергә мәжбүр булған; шул уҡ йылдың 6 июлендә Грецияның сит ил эштәр министры Бальтацци был хәбәрҙе кире ҡаға.[25]
1921 йылдың йәйендә грек армияһы Афьонкараһисар—Кютахья—Эскишехир һыҙығында һөжүмгә күсә һәм 27 июнь- 10 июлдә төрөк ғәскәрен еңә . Грек ғәскәрҙәре Афьонкарахисар, Эскишехир һәм Көтахья ҡалаларын ала. Әммә Кәмал ғәскәрҙәре ҡамауҙан ҡотола һәм Сакарья йылғаһы аръяғына Анҡараға сигенә.
Грек армияһының тактик еңеүе һуғышты тамамлауҙы аңлатмай, грек армияһы Анҡараға табан хәрәкәт итергә мәжбүр була.
Гректар һөжүмен дауам итә һәм 1921 йылдың авгусында туранан-тура Анҡараға янай. Ай аҙағына гректар Анкара янында була, әммә егерме ике көнлөк Анкара янындағы тауҙарҙағы алыш (23 август — 13 сентябрь, 1921 йыл) һөҙөмтәһендә төрөктәрҙең оборонаһын өҙә алмай һәм Сакарья йылғаһы аръяғына сигенергә мәжбүр була. Грек-төрөк фронты Эскишехир — Афьонкараһисар һыҙығына сигенә. Сакарья янындағы алыш өсөн Кәмалға Ғази — «Изге һуғыш яугиры» титулын бирәләр .
Фронтта сағыштырмаса тынлыҡ урынлаша һәм сәйәси интригалар әүҙемләшә. Франция Кәмал хөкүмәтен таный, был уның хәлен яҡшырта. 1922 йылда Франция, Италия һәм Британия Кесе Азиянан грек ғәскәрҙәрен сығарыу планын тәҡдим итә. Кәмал был тәҡдимде кире ҡаға. Шул уҡ ваҡытта Грецияла коалицион хөкүмәт 1922 йылдың майында власҡа килгәс, хәлде аңламайынса, Кәмалға баҫым яһар өсөн Истанбулды алыу планын ҡора башлай. Был операция, гректар раҫлауы буйынса, союздаш тыйыүы арҡаһында ғына тормошҡа ашырылмай ҡала.
Кесе Азияла гректар ҡулында киң плацдарм булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың позициялары стратегик яҡтан перспектииаһыҙ була, сөнки уңышҡа ирешкән хәлдә лә гректар уларҙы дошман күргән халыҡ йәшәгән ҙур илде контролдә тота алмаҫ ине. Бынан тыш союздаштарҙың бер өлөшө (Франция, Италия), был ваҡытта инде Кәмал менән йәшерен килешеү юлы менән үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, төрөктәргә матди ярҙам күрһәтә башлай. 700 километрҙан ашыу фронтты йөҙ мең грек һалдаты тотоп тора. Ҡайһы бер грек һалдаттары 1912 йылдан алып туҡтауһыҙ һуғышта була, армия насар тәьмин ителә, сәйәси интригалар командованиены көсһөҙләндерә.
1922 йылдың 26 авгусында төрөк ғәскәрҙәре көтмәгәндә Афьонкараһисарҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ һөжүмгә күсә, гректарҙы ҡамап, Измирҙан (Смирнанан) бүлергә тырыша. Фронт шунда уҡ тиерлек таркала, грек дивизиялары айырым-айырым һуғыша, берәм-берәм еңелә. Греция хөкүмәте Греция Измир(грек.Смирна) менән уның тирә-яғы булһа ла Греция ҡулында ҡалһын өсөн Британия хөкүмәтенән төрөктәр менән солох төҙөүҙе һорай.
Әммә һөжүм дауам итә, 1922 йылдың 2 сентябрендә төрөктәр Эскишәһәрҙе ала. Был операция ваҡытында яңы ғына грек армияһының баш командующийы итеп тәғәйенләнгән генерал Трикупис (төрөктәрҙән үҙенең тәғәйенләнеүен белә) штабы менән төрөктәргә әсиргә эләгә. 6 сентябрҙә төрөктәр Балыкесир, 7 сентябрь — Манисала һәм Айдынды гректарҙан азат итә. Эскишәһәрҙе юғалтҡандан һуң грек хөкүмәте отставкаға китә, гректар Смирнаны (төрөк.Измир) эвакуацияларға тырыша. Бер үк ваҡытта тиерлек бөтә Кесе Азиялағы плацдармдарҙы ла ҡалдырыу тураһында бойороҡ бирелә.
9 сентябрҙә Мостафа Кәмал етәкселегендәге төрөк армияһы Смирнаға (Измир) инә. Хәҙерге Рәсәй авторы И.Мусский раҫлауынса, Кәмал тыныс халыҡҡа зыян иткән һәр бер һалдат атыласаҡ тип тантаналы иғлан итә[26]. Шуға ҡарамаҫтан, христиан халҡын ҡырыу башлана, ҡала яндырыла[27][28][29][30]. Төрөк тарихсылары ҡаланы сигенеүсе гректар яндыра. Америка консулы Джордж Хортоп әйтеүенсә (гректар яҡлы, уның һүҙҙәре шик уята) 9 сентябрь көнө, төрөктәр ҡалаға инә башлаған саҡта, сағыштырмаса тыныс үтә: иртән грек жандармерияһы тәртип һаҡлай, шунан ул үҙ функцияларын төрөк ғәскәрҙәренә тапшыра. Әммә кискә талау һәм үлтереүҙәр башлана.
Ҡала яндырыла. 60-260 мең кеше үлтерелгән, аныҡ ғына һанды бер кем дә белмәй. Иҫән ҡалған христиандар ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була.
Октябрь айында Истамбулға төрөк ғәскәрҙәре юллана. Чанаккале районында төрөктәр генерал Харингтон етәкселегендәге аҙ һанлы Британия ғәскәрҙәре, бынан тыш француз һәм итальян частары торған һыҙыҡҡа барып етә, сит ил ғәскәрҙәре был районды 1922 йылдың сентябрь урталарында ташлап китә.
1922 йылдың 15 сентябрендә Британия хөкүмәте кемалистарға ҡаршы һуғышырға ҡарар ҡабул итә һәм Британия доминиондарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Хәрби ярҙам күрһәтергә Яңы Зеландия һәм Ньюфаундленд ҡына риза була, ә Канада һәм Көньяҡ Африкала Дарданелл боғаҙы өсөн һуғышта ҡатнашыуҙан баш тарта. Шулай ҙа Ллойд Джордж кабинеты 1922 йылдың 29 сентябрендә генерал Харингтонға Төркиәнән Дарданелл боғаҙынан төрөк ғәскәрен алыуҙы талап итергә ҡуша. Бының урынына Харингтон төрөктәр менән һөйләшәүҙәр алып бара башлай, улар һөҙөмтәһендә 11 октябрендә Кәмал яҡлылар өсөн отошло шарттарҙа ваҡытлыса килешеү төҙөлә, һәм британдарға Төркиә менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Лозанна конференцияһын саҡырырға тура килә[31].
Ваҡытлыса килешеү буйынса Төркиәгә Көнсығыш Фракияны кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1 ноябрҙә төрөк армияһы Истамбулды үҙ ҡулына ала һәм солтан власын бөтөрә, солтан инглиз хәрби карабында ҡаланан китә. Сентябрҙә грек армияһы баш күтәрә, һәм король Константин тәхеттән баш тартырға мәжбүр була. Октябрь айында дәүләткә хыянатта һәм үҙ вазифаларына һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнгән Грецияның туғыҙ дәүләт хеҙмәткәре өҫтөнән ғәҙәттән тыш трибунал саҡырыла. Был процестарҙа элекке премьер-министр Димитриос Гунарис, уның дүрт министры һәм грек армияһы командующийы генерал Хадзианестис үлем язаһына хөкүм ителә; 15 (28) ноябрендә ҡарар тормошҡа ашырыла[27]. Өс ғәйепләнеүсе, шул иҫәптән принц Андрей (буласаҡ Бөйөк Британия принц-консорты Филипптың атаһы), оҙаҡ ваҡытҡа төрмәгә ябыла.
1923 йылда Төркиә һәм икенсе яҡтан- союзниктар менән Греция араһында Лозанна тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уның буйынса Греция һәм Антанта илдәре тулыһынса Көнсығыш Фракия (әлеге Төркиәнең Европа өлөшө) һәм Көнбайыш Анатолияға дәғүәләренән тулыһынса баш тарта.
Төркиәнән бер миллион ярым самаһы грек мәжбүри Грецияға күсерелә, (шулай уҡ мәжбүри) 600 000 мосолман, шулай уҡ мосолман гректар, Грециянан Төркиәгә күсерелә. Тулыһынса тар-мар ителгән грек армияһында 40 мең кеше һәләк була, бынан тыш 50 меңдән ашыу яралана. Тыныс халыҡ араһында юғалтыуҙар айырыуса күп була- ике яҡтан да йөҙәрләгән мең кеше һәләк була, ә матди юғалтыуҙар бөтөнләй иҫәпкә алып бөтөрлөк булмай. Шуларҙы иҫәпкә алып, 1922 йылдың көҙөндәге ваҡиғаларҙы гректар «Кесе Азиялағы катастрофа» тип атарға мәжбүр була