Грецияның «үҙәк» илдәре тарафынан баҫып алыныуы | |
![]() | |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Башланыу датаһы | апрель 1941 |
Тамамланыу датаһы | октябрь 1944 |
![]() |
«Үҙәк» илдәре тарафынан Грециияны оккупациялау (грек. Η Κατοχή) 1941 йылдың апрелендә, 1940 йылдың октябренән Греция менән һуғыш башларлыҡ хәлдә торған фашистик Италияға, үҙенең союзнигына, ярҙам итеү маҡсатында нацист Германияһының Грецияға баҫып инеүенән башланған. Критты баҫып алғандан һуң , 1941 йылдың июненә бөтөн Греция оккупацияланған. Материк өлөшөнөң оккупацияланыуы Германия һәм уның союзнигы Болгария 1944 йылдың октябрь башында Союзниктар баҫымы аҫтында азат ителгәненә саҡлы дауам иткән. Шуға ҡарамаҫтан, 1945 йылдың май-июненә саҡлы, Критта һәм Эгей диңгеҙенең башҡа утрауҙарында, Европала Икенсе донъя һуғышы тамамланыу һөҙәмтәһендә уларҙы кире ҡайтарғанса, немец гарнизондары һаман торған булған.
Фашист Италияһы 1940 йылдың Грецияға һуғыш иғлан иткән һәм баҫып ингән, ләкин грек армияһы тәүҙәрәк баҫҡынсыларҙың көстәрен ул саҡтағы итальян протекторатына, күрше Албанияға, ҡыҫырыҡлай алған. Нацист Германияһы, үҙенең союзнигын яҡлап, ҡыҫылған. Грек армияһының күпселек өлөшө, албан фронтында дислокацияланып, итальян котратакаларын кире ҡағырға тырышҡанда, 1941 йылдың апреленән июненә саҡлы немецтар ашығыс блицкриг менән Грецияны баҫып алған. Һөҙөмтәлә, Греция хөкүмәте һөргөнгә китергә мәжбүр булған, ә илдә коллаборационистик марионетка режимлы «үҙәк» хөкүмәте барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, грек территорияһы «үҙәк» державалары ҡарамағындағы оккупацион зоналарға бүленгән. Немецтар үҙ хакимлығына илдең иң мөһим региондарын, шул иҫәптән Афинаны, Салоникиҙы һәм стратегик яҡтан мөһим булған Эгей диңгеҙендәге утрауҙарҙы алған. Илдең башҡа региондары герман союзниктарына, Италияға һәм Болгарияға бирелгән булған.
Оккупация грек иҡтисадын тарҡатҡан һәм ҡот осҡос гуманитар эҙемтәләргә алып килгән. Ул сәнәғәттең иҫ китмәле (сәнәғәттең 80 % юҡҡа сыҡҡан), инфраструктура өлкәһендә (28 % юҡҡа сыҡҡан), порттарҙың, юлдарҙың, тимер юлдарҙың һәм күперҙәрҙең (90 %), урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарының (25 %) емерелеүенә[1][2][3] һәм граждандар араһында юғалтыуҙарға алып килгән (граждандарҙың 7.02 % — 11,17 %)[4][5]. Тик Афинала ғына 40 000 ашыу кеше аслыҡтан, тиҫтәләгән мең кеше нацистар һәм коллаборационистар яғынан ойошторолған репрессияларҙан һәләк булған[6]. Шул уҡ ваҡытта грек ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте формалашҡан. Ҡаршылыҡ күрһәтеү төркөмдәре оккупацион ғәскәрҙәргә ҡарата партизандар сабауылдары (вылазки) ойоштоғандар, коллаборационистик именлек батальондарына ҡаршы торғандар һәм шпион селтәрҙәре булдырғандар. 1943 йылдың аҙағына ҡаршы тороу төркөмдәре үҙ-ара көрәш башлаған. 1944 йылдың октябрендә илдең материк өлөшөн азат иткәндән һуң Грецияның сиктән тыш сәйәси поляризацияла булыуы, граждандар һуғышы башланыуға килтергән. Артабанғы граждандар һуғышы күп кенә билдәле нацист коллабораторҙарына язанан ҡотолоп ҡалыу мөмкинлеге генә түгел (уларҙың антикоммунизм позицияһында булыуы), хатта, коммунистар еңелгәс, һуғыштан һуңғы Грецияла уларға идара итеүгә күтәрелеү мөмкинлеген биргән[7][8].