Гроздана Олуич | |
сер. Гроздана Олујић | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Югославия короллеге Сербияла немец хәрби хакимиәте Демократик Федератив Югославия[d] Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы[d] Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] Сербия һәм Черногория[d] Сербия |
Тыуған көнө | 30 август 1934[2] |
Тыуған урыны | Ердевик[d], Дунай бановинаһы[d], Югославия короллеге |
Вафат булған көнө | 16 март 2019 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Белград, Сербия |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәби эшмәкәрлек[d][3] һәм тәржемәселек[d][3] |
Уҡыу йорто | Белград университетының филология факультеты[d] |
Ойошма ағзаһы | Сербия яҙыусылары союзы[d] |
Жанр | магический реализм[d] һәм неоромантизм[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гроздана Олуич Викимилектә |
Гроздан Олуич (шулай уҡ Олуйич, серб. Гроздана Олујић) — хәҙерге серб әҙәбиәтендәге иң әһәмиәтле фигураларҙың береһе, яҙыусы, тәржемәсе, тәнҡитсе, антологиялар төҙөүсе. Романдар, хикәйәләр, повестар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр йыйынтыҡтары авторы. Ярты быуаттан ашыу әҙәби эшмәкәрлеге ваҡытында Олуич Сербия һәм Югославияның иң абруйлы әҙәби наградалары лауреаты була һәм әҙәби ҡаҙаныштары өсөн Данеброг орденына лайыҡ була.
Гроздана Олуич 1934 йылдың 30 авгусында Ердевик серб ауылында тыуған. Бечейҙа мәктәпте тамамлаған. Белград университетының филология факультетында инглиз теле һәм әҙәбиәте буйынса магистр дәрәжәһен алған. Гроздана Олуичҡа билдәлелек иртә килә. 1958 йылда «Күккә сәйәхәт» («Izlet u nebo») беренсе романы донъя күрә, был ваҡытта яҙыусыға 24 йәш була. Китап бестселлерға әүерелә, Европаның бер нисә теленә тәржемә ителә һәм Югославия Республикаһының иң яҡшы романы өсөн Халыҡ мәғарифы наградаһын ала. Роман сәхнә өсөн яраҡлаштырыла, ә 1962 йылда китап мотивтары буйынса Югославия режиссеры Йован Живанович «Сәйер ҡыҙыҡай» («Čudna devojka») мелодрамаһын төшөрә.
1960-сы йылдарҙа сыҡҡан «Мөхәббәт өсөн тауыш бирәм» («Glasam za ljubav»), «Йоҡлаған этте уятма» («Ne budi zaspale pse») һәм «Ҡырағай орлоҡ» («Divlje seme») Гроздана Олуичты Югославия әҙәбиәтенең төп авторҙарының береһе сифатында нығыта.
1985 йылда сыҡҡан «Африка фиалкаһы» («Afrička ljubičica») йыйынтығынан «Уйын» («Igra») новеллаһы Арнсбергта (Германия) халыҡ-ара конкурстың төп призына лайыҡ була. Йыйынтыҡтағы бөтә хикәйәләр тиерлек сит телдәргә тәржемә ителгән һәм бөтә донъя (Германия, АҠШ, Украина, Рәсәй, Израиль, Һиндостан, Бөйөк Британия, Франция һәм башҡалар) буйынса ҡыҫҡа проза антологияһына индерелгән. 2009 йылда яҙыусы «Елдәге тауыштар» («Glasovi u vetru») романы өсөн Сербияның төп әҙәби наградаһы — НИН аҙналыҡ журналы премияһы лауреаты була.
Гроздана Олуич бер нисә популяр балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар авторы. Уның авторлығында «Тылсымлы һепертке» әкиәттәр йыйынтығы 1985 йылда СССР-ҙа йөҙ мең тираж менән нәшер ителгән.
2010 йылда Тель-Авивта үткән «Mapping Boundaries, Identities and Contention: twenty years after the fall of Yugoslavia» симпозиумында Израиль тәнҡитсеһе Һәм эссеисы Дина Катан Бен-Цион, «Елдәге тауыштар» романы тураһында һөйләгәндә, «хәҙер серб әҙәбиәтенең үҙенең «Йөҙ йыл яңғыҙлыҡ» бар» тип белдерә.[4]
Гроздана Олуич тыуған илендә лә, сит илдәрҙә лә иң популяр серб авторҙарының береһе. Уның прозаһы донъяның 28 теленә (инглиз, француз, немец, урыҫ, ҡытай һәм башҡалар) тәржемә ителгән, был серб әҙәбиәте өсөн абсолют рекорд булып тора. Сағыштырма өсөн, Милорад Павичтың "Хазар һүҙлеге" 24 телгә тәржемә ителгән. Яҙыусы Сербия һәм Югославияның иң абруйлы әҙәби наградалар лауреаты, әҙәби ҡаҙаныштары өсөн Данеброг ордены кавалеры, Осло ҡалаһының почетлы гражданы һәм Айова штаты университетының почетлы профессоры.