Грузия әзербайжандары | |
Туған тел | Әзербайжан теле һәм Грузин теле |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Халыҡ һаны | 233 024 кеше (2014)[1] |
Грузия әзербайжандары Викимилектә |
Грузия әзербайжандары (рус. азербайджанцы в Грузии) — әзербайжан этносының бер өлөшө, Грузияның этник аҙсылығы.Грузия халҡының 6,5 %-ын тәшкил итә һәм илдәге иң ҙур милли йәмәғәт булып тора [2][3], бындай йәмәғәттәргә йәнә әрмәндәр, урыҫтар, абхаздар һәм осетиндар инә. Грузияның көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк райондарында: Марнеули, Болниси, Дманиси, Гардабани (был дүрт районда улар абсолют күпселекте, йә сағыштырмаса күпселекте тәшкил итә),Сагареджо, Каспи, Мцхета, Цалка, Лагодехи, Карели, Тетри-Цкаро, Гори һәм Телавиҙа йәшәйҙәр. Улар — сөнни мосолмандар. 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Грузияла 284,761 этник әзербайжан йәшәй[2].
1980-се йылдарҙа грузиндар һәм әзербайжандар араһында көсөргәнеш булып алһа ла, эш бер ҡасан да ҡоралға тотоноуға барып етмәй[4]. 1991 йылда Грузияла бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң,әзербайжандар алдында социаль интеграция йәһәтенән күп проблемалар килеп баҫа. Ҡала халҡынан айырмалы рәүештә (мәҫәлән,Рустави һәм Тбилиси әзербайжандары ), ауыл халҡының күпселек өлөшө рәсми грузин телендә һөйләшә белмәй, был үҙ нәүбәтендә күп кенә социаль өлкәләрҙә ҡыйынлыҡ тыуҙыра[5]. 1995—1999 йылдарҙа Гардабани төбәгендә әзербайжан телендә канал эшләп килә (Ellada TV)[6].
Әзербайжандар Грузия парламентында ла эшләй[7].
Грузияла әзербайжан халҡының йәшәй башлауы тарихы күбеһенсә XV-XVII быуаттар аҙағына ҡайтып ҡала [8]. Грузияға фарсы һөжүме осоронда әзербайжандар 1480-се йылдарҙа илдең көньяҡ сигендә, Акстафа һәм Дебед йылғалары һәм башҡа ерҙәргә барып төпләнәләр (ҡаҙаҡ, памбак һәм шурагел төркөмдәре)[9].
XVII быуат башында Ғәббәс I осоронда Дебед үҙәненә борчалу төрки ҡәбиләләре килгән, һәм был төбәктең атамаһы - Борчалы - уларға бәйле. 1604 йылда бында Борчалы хаканаты (солтанаты) ойошторола, ул XVIII быуатҡа тиклем йәшәгән[10]. Кахетияның шул осорҙағы тарихы тураһында Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә былай тип әтелә: «В начале XVII века (1615—1616 г.) шах Аббас I с несметными полчищами два раза проникал в Грузию, опустошил её, ограбил церкви и забрал значительную часть жителей Кахетии, вместо которых переселил в Грузию до 15 тыс. дворов адербейджанских татар»[11].
XVIII быуат башында — XIX быуаттың тәүге яртыһында әзербайжан ауылдары Дманиси районында барлыҡҡа килгән[12].Бында йәшәгән әзербайжандарҙың ата-бабалары Әзербайжандың сик буйына иң яҡын райондарынан, башлыса әзербайжан теленең ҡаҙаҡ диалекты таралған территориянан килгән[13].
Төбәк | Кеше һаны | Процент |
Тбилиси | 10,942 | 1.0 |
Квемо Картли | 224,606 | 45.1 |
• Марнеуль муниципалитеты | 98,245 | 83.1 |
• Гардабани муниципалитеты | 49,993 | 43.7 |
• Болниси муниципалитеты | 49,206 | 66.0 |
• Дманиси муниципалитеты | 18,714 | 66.8 |
• Рустави | 4,993 | 4.3 |
• Цалка муниципалитеты | 1,992 | 9.5 |
• Тетрицкарой муниципалитеты | 1,641 | 6.5 |
Кахетия | 40,036 | 9.8 |
• Сагареджой муниципалитеты | 18,907 | 31.9 |
• Лагодехи муниципалитеты | 11,392 | 22.3 |
• Телави муниципалитеты | 8,378 | 11.9 |
• Дедоплисцкарой муниципалитеты | 1,019 | 3.3 |
Шида Картли | 5,768 | 1.8 |
• Касп муниципалитеты | 3,962 | 7.6 |
• Карели муниципалитеты | 1,183 | 2.3 |
Мцхета-Мтианети | 2,248 | 1.8 |
• Мцхета муниципалитеты | 2,236 | 3.4 |
1926[14] | 1939[15] | 1959[16] | 1970[17] | 1979[18] | 1989[19] | 2002[20] | 2014[21] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
137 921 | 188 058 | 153 600 | 217 758 | 255 678 | 307 556 | 284 761 | 233 024 |
Когда же Давид Строитель в начале XII в., усиливая военную мощь Грузии, поселяет в стране 45 тыс. кипчакских семей, то тем самым образуется значительный массивы тюркоязычного населения. Период наступления персидских шахов на Грузию оставляет след поселением в 1480-х гг. азербайджанцев по южным рубежам страны — по р. Акстафе, Дебет и др. (казахская, памбакская и шурагельская группы)...