Гудаури курорты | |
груз. გუდაური | |
![]() | |
Рәсми атамаһы | გუდაური |
---|---|
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Казбегский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 54 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2196 метр |
Почта индексы | 4702[1] |
Рәсми сайт | gudauri.info |
![]() |
Гудаури[2] (груз. გუდაური) — Грузияның Казбег муниципалитетындағы Оло Кавказ һыртының көньяҡ битләүендә урынлашҡан ауыл, ҙур булмаған туризм һәм тау саңғыһы курорты үҙәге[3], Хәрби-Грузин юлында, диңгеҙ кимәленән 2150 м бейеклектәге Сатраш Крестовый артылышынан алыҫ түгел (хәрби юлдағы иң бейек тау тораҡ пункты). Рәсәй империяһында күҙәтеүҙәр алып барылған урында Кавказдың иң һыуыҡ тораҡ пункты һаналған.
Гудауриҙан Тбилисиға алыҫлыҡ яҡынса 120 км тәшкил итә һәм автомобилдә 2 сәғәткә яҡын ваҡытты биләй.
Гудаури һәм Сатраш артылышы тураһында иҫкә алыу сығанаҡтарҙа, бында мөһим транспорт магистрале менән бәйле, XVIII—XIX быуаттарҙан уҡ (Николай Александрович Нефедьев, М. Ю. Лермонтов, Александр Дюма һ. б.) осрай. Хәрби-Грузин юлын үҙгәртеп ҡороуҙы реконструкция башлау менән Гудаури ҡалаһының рус хакимиәте Гудаури юл станцияһы ойошторған.
Гудаури-Коби участкаһындағы туннелдең, Гудаури I почта станцияһының, М. Ю. Лермонтовтың, күренеше һәм тасуирламаһы менән [Аҡ Арагви йылғаһы үрендә Гудауриға ҡаршы яҡтағы тарлауыҡ яғында урынлашҡан мистик һарай-ҡәлғәне иҫкә төшөргән, «Арагва йылғаһы ярындағы емереклектәр» һүрәте һаҡланған. Александр Дюма үҙенең яҙмаларында бормаланыусы Млет серпантинын һүрәтләй.
Әҙәбиәт белгестәре фекеренсә, Лермонтовтың «Демон» әҫәре геройы кенәз Гудалдың исеме сығанаҡтарының береһе булып та Гудаури тороуы мөмкиндер.
Гудаури тау саңғыһы курорты үҫеше 1975—1985 йылдарҙа башланған һәм әлеге көнгә тиклем дауам итә. Саңғы миҙгеле декабрҙә башлана һәм апрелгә тиклем дауам итә, ҡыш көнө ҡар ҡатламының ҡалынлығы уртаса 1.5 метрға етә. Трассалар күтәргестәр менән йыһазландырылған, түбәнге станция 1990 метр бейеклектә, үргеһе — 3307 метр бейеклектә (иң бейек нөктәләре Садзел тауы һәм Кудеби тауы).
2018 йылдың 16 мартында курорттың (электр көсөргәнеше кәмеүе арҡаһында) канат юлдарының береһе туҡтай, һәм, һуңынан, күтәргес операторы хатаһы арҡаһында, канат юлы (яҡынса икеләтә артҡан тиҙлек менән) кире йүнәлештә хәрәкәт итә башлай һәм, кешеләр ултырған урындыҡтар ҙа ҙур тиҙлек менән тауҙан төшә башлай. Бер урындыҡ боролошта күтәргестең таяуына бәрелеп һына һәм ошо кәртәгә башҡа креслолар ҙа барып һуғыла башлай. Саңғысыларҙың күбеһе, таяуға барып һуғылмаҫ элек, һикереп төшөп өлгөрә, икенселәре боролған саҡта креслоларынан ырғытылған. Күтәргес ватыла башлауға яҡынса ике минут үтеүгә юл туҡтатыла. Һөҙөмтәлә 11 кеше етди зыян күрә[5][6].
![]() |
Гудаури курорты Викимилектә |
---|---|
![]() |
Гудаури курорты Викияңылыҡтарҙа |