Гулиев Рамил Эльдар оглы | |
әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Төркиә |
Тыуған көнө | 29 май 1990[1] (34 йәш) |
Тыуған урыны | Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | бегун на короткие дистанции |
Масса | 80 килограмм[2] |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Спорт дисциплинаһы | бег на 200 метров[d] |
Ҡатнашыусы | Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2008[d], Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2020[d][3] һәм Лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2016 — бег на 200 метров (мужчины)[d][4] |
Бейеклеге/буйы | 186 сантиметр[2] |
Гулиев Рамил Эльдар оглы Викимилектә |
Гулиев Рамил Эльдар оглы - (рус. Рами́ль Эльда́р оглы́ Гули́ев; әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev; 29 май 1990 йыл) — әзербайжан сығышлы төрөк еңел атлеты, спринтер, 60 һәм 200 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Төркиәнең беренсе еңел атлеты һәм был спортта чемпион булған тәүге әзербайжан кешеһе[5].
Рамил Эльдар оглы Гулиев 1990 йылдың 29 майында Баҡыла тыуған. Милләте — әзербайжан[6]. Тәүге тренеры - атаһы Эльдар Гулиев булған. Ул вафат булғас, Рәсәй йыйылма командаһында эшләгән Олег Мухин уның менән шөғөлләнә[7]
2010 йылда, Әзербайжан гражданы булған сағында, Гулиев төрөк клубы «Фенербахче (инг.)баш.» менән контракт төҙөй [5]. Был миҙгел уның өсөн бик ауыр булып сыға. Йөрәк өйәнәгенән[8]атаһы һәм тренеры Эльдар Гулиев вафат була, етмәһә үҙе имгәнә[9]. Ошо сәбәптәрҙән Гулиев Барселонала үткәрелгән 2010 йылғы Европа чемпионатында ҡатнаша алмай [10].
2011 йылдың 4 апреленән төрөк гражданлығы алған һәм ҡаҙаныштары Төркиәгә яҙыла. Гулиев һүҙҙәренсә, үҫешкә мөмкинлек тыуҙырылмағанлыҡтан, ул Әзербайжандан китергә мәжбүр була[5]. Рәсәй өсөн сығыш яһау мөмкинлеге лә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәл ителеп бөтмәй ҡала[5].
Еңел атлетика федерацияһы уның гражданлығын алмаштырыу ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә, һәм кәртәләр ҡуя башлай. Ул халыҡ-ара ярыштарҙа шул сәбәпле ҡатнаша алмай, 2012 йылдың Лондондағы Йәйге Олимпия уйындарынан тороп ҡала[5]. Был спортсының үҫешенә кире йоғонто яһай[5]. Етмәһә, Рамиль Гулиев аяғына операция эшләтә[11]
Рамиль Гулиев 60 һәм 100 метр [12], 200 һәм 300 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Бынан тыш Гулиев 2009 һәм 2015 йылдарҙа Европаның иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәткән.
.
Дата | Ваҡиға | Ҡала | Ваҡыт (с) |
---|---|---|---|
13 ғинуар 2012 | 60 м | Сумы, Украина | 6,58 |
6 июль 2017 | 100 м | Бурса, Төркиә | 9,97 |
9 август 2018 | 200 м | Берлин, Германия | 19,76 |
27 июль 2016 | 300 м | Карлстад, Швеция | 32,61 |
Йыл | Ярыш | Ҡала | Урын | Ваҡиға | Ваҡыт (с) | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Сығыш яһай Төркиә өсөн | |||||||
2018 | Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 | Берлин, Германия | 1 | 4х100 м | 37.98 | ||
2018 | Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 | Берлин, Германия | 1 | 200 м | 19.76 | ||
2018 | Урта Диңгеҙ уйындары 2018 | Таррагона, Испания | 2 | 4х100 м | 38.50 | ||
2018 | Урта Диңгеҙ уйындары 2018 | Таррагона, Испания | 1 | 200 м | 20.15 | ||
2017 | Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2017 | Лондон, Бөйөк Британия | 1 | 200 м | 20.09 | ||
2017 | Ислам теләктәшлекуйындары | Баҡы, Әзербайжан | 1 | 100 м | 10.06 | ||
2017 | Ислам теләктәшлекуйындары | Баҡы, Әзербайжан | 1 | 200 м | 20.08 | ||
2016 | XXXI Йәйге Олимпияуйындары | Рио-де-Жанейро, Бразилия | 8 | 200 м | 20.49 | ||
2016 | Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2016 | Амстердам, Нидерланды | 2 | 200 м | 20.51 | ||
2015 | Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2015 | Пекин, Ҡытай | 6 | 200 м | 20.11 | ||
2015 | Бөтә донъя Универсиадаһы | Кванджу, Корея | 3 | 100 м | 10.16 | ||
2015 | Бөтә донъя Универсиадаһы | Кванджу, Корея | 3 | 200 м | 20.59 | ||
2014 | Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2014 | Цюрих, Швейцария | 6 | 200 м | 20.48 | ||
2013 | Урта Диңгеҙуйындары | Мерсин, Төркиә | 2 | 100 м | 10.23 | ||
2013 | Урта Диңгеҙуйындары | Мерсин, Төркиә | 2 | 200 м | 20.46 | ||
2012 | Халыҡ-ара турнир (ябыҡ бинала) | Ливьен, Франция | 3 | 200 м | 21.05 | ||
2012 | Сумск өлкәһе чемпионаты (ябыҡ бинала) | Сумы, Украина | 1 | 60 м | 6.58 | ||
Сығыш яһай Әзербайжан | |||||||
2009 | Юниорҙар араһында Европа чемпионаты | Нови Сад, Сербия | 1 | 200 м | 20.33[13] | ||
2009 | Юниорҙар араһында Европа чемпионаты | Нови Сад, Сербия | 2 | 100 м | 10.16 | ||
2009 | Бөтә донъя Универсиадаһы | Белград, Сербия | 1 | 200 м | 20.04 | ||
2009 | Халыҡ-ара турнир | Истанбул, Төркиә | 1 | 100 м | 10.08 | ||
2009 | Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты(бинала) 2009 | Турин, Италия | 7 | 60 м | 6.67 | ||
2009 | Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2009 | Берлин, Германия | 7 | 200 м | 20.61 | ||
2008 | Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (бинала) 2008 | Валенсия,, Испания | 4 | 60 м | 6.84 | ||
2008 | XXIX Йәйге Олимпияуйындары | Пекин, Ҡытай | 5 (квл) | 200 м | 20.66 | ||
2008 | Юниорҙар араһында донъя чемпионаты | Быдгощ, Польша | 5 | 200 м | 21.00 | ||
2007 | Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. | Белград, Сербия | 1 | 100 м | 10.50[14] | ||
2007 | Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. | Белград, Сербия | 1 | 200 м | 20.98[15] | ||
2007 | Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты | Острава, Чехия | 2 | 200 м | 20.72 | ||
2006 | Юниорҙар араһында донъя чемпионаты | Пекин, Ҡытай | 7 | 100 м | 10.91 |