Гәрәбә | |
Кем хөрмәтенә аталған | амбра[d] |
---|---|
Химик формула | C₁₂H₂₀O |
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 2,3 ± 0,2 |
Гәрәбә Викимилектә |
Гәрәбә — таш булып ҡатҡан ҡаҙылдыҡ ыҫмала, үрге аҡбур һәм палеоген осорҙарындағы боронғо ылыҫлы ағастарҙың ҡатҡан сайыры[1][2][3]. Башлыса ювелир һәм галантерея әйберҙәре, бижутерия эшләү өсөн ҡуланыла; бик әҙ генә күләмдә фармацевтикала, парфюмерияла, аҙыҡ-түлек, химия һәм электрон сәнәғәтендә файҙаланыла.
Шиғри атамалары — «диңгеҙҙең күҙ йәштәре», «ҡояш бүләге» һ.б.
Гәрәбәнең французса атамаһы (ambre) ғәрәп теленән алынған. Ғәрәптәр ташты күктән төшөп ҡатҡан ысыҡ тип һанаған. Аmber тип трансформацияланғандан һуң был һүҙ хәҙерге роман һәм герман телдәренең күбеһенә инә. Германияла гәрәбәне бернштайн (нем. Bernstein) тигәндәр — нем. Brennenstein (янар таш) һүҙенән алынған: гәрәбә бик еңел тоҡана һәм матур ялҡын менән хуш еҫ таратып яна. Урта түбәнге немец атамаһы Польшала (пол.пол. bursztyn) тарала, унан белорусса һәм украинса бурштын[4] тигән атама килеп сыға.
Боронғо гректар гәрәбәне электрон тип атаған — был исемде Өлкәр йондоҙ тупланмаһына ҡараған Буға йондоҙлоғондағы Электра йондоҙо атамаһынан алғандар. Боронғо гректарҙы гәрәбәнең зарядланыу һәләте ҡыҙыҡһындырған. Гәрәбәнең грекса атамаһынан (бор. грек.бор. грек. ἤλεκτρον) электрон һәм электр һүҙҙәре барлыҡҡа килгән.
Башҡорт теленә гәрәбә һүҙе фарсы теленән ингән [5].
Кристалдар хасил итмәй, аморф каркаслы полимер. Нурҙың икегә айырылыуы, яҡтылыҡтың тарҡалыуы, яҡтыны үткәргәндә төҫө үҙгәреү хас түгел. Йотоу спектры интерпретацияланмай. Люминесценцияһы зәңгәрһыу-аҡтан һарғылт-йәшелгә тиклем, бирмиттыҡы — зәңгәр. Яныусан — шырпы ялҡынынан да тоҡанырға тора. Ышҡығанда электрлаша. Һәйбәт шымартыла. Асыҡ һауала әүҙем окислана (иҫкерә), шунлыҡтан ваҡыт үтеү менән химик составы, төҫө үҙгәрә, муртыҡлана.
Ҡаҙылма һәм ярымҡаҙылма ыҫмалалар була. Был төрҙәрҙең үҙенсәлектәре бөтәһенән элек уларҙың ятыу шарттары һәм ваҡыты менән билдәләнә. Ҡаҙылдыҡ ыҫмала — сукцинит (лат. succinum, йәғни ыҫмала, лат. Pinus Succinifera тигән һүҙҙән (ҡарағай) алынған, был ағас ерҙә 30 миллион йыл элек эоцен дәүерендә үҫкән) — ҡаҙылма гәрәбәнең иң билдәле төрө (Балтик гәрәбәһенең 98 проценты ошо төргә ҡарай).
Техник квалификация өсөн табылдыҡ гәрәбәнең муртлыҡ һаны мөһим. Ул микротвердометр ярҙамында билдәләнә, грамдарҙа үлсәнә[6].
Гәрәбәнең сифаты өсөн тоноҡлоҡ дәрәжәһе бик мөһим, ул гәрәбә эсендәге микроскопик бушлыҡтарҙың төрлө концентрациялы булыуына бәйле. Был билдә буйынса гәрәбәгә түбәндәге атамалар бирелә:
Гәрәбә төҫө буйынса айырыла, уның төҫмөрҙәре бик күп төрлө. Был гәрәбә эсенә ниндәй сит матдәләр һәм минералдар инеп ҡалыуына бәйле. Мәҫәлән, көкөрт колчеданы йәки ылымыҡтар гәрәбәгә йәшкелт төҫ бирә. Ҡайһы бер минералдар көмөшһыу төҫмөр бирә.
Гәрәбә үҙе — ел ашамаған, төҫө үҙгәрмәгән самородок йә диңгеҙ ҡомона шымарып, тышы ҡыҙғылтланған ҡоңғорт төҫтәге таш.
Башҡа сифаттары йәһәтенән йәнә «ҡыртыш гәрәбәһе» (өҫкә ҡатламдарҙа ята, елдән ашалған ҡалын тышҡы ҡатламлы); «серек гәрәбә» — сукциниттан геданитҡа күсеш баҫҡысындағы гәрәбә төрө (геданит-сукцинит); «өлгөрмәгән гәрәбә» (йәғни крантцит) айырыла.
Гәрәбә эсендә йыш ҡына «инклюз» тип аталған сит ҡушылмалар — ыҫмала тамсыһына йәбешеп, таштың эсенә ҡуша ҡатҡан быуынтыҡ аяҡлылар күренеп тора. 10 миллиметрҙан ҙурыраҡ инклюздар ташты затлы таштарға индертә[7]
Ҡаҙылдыҡ ыҫмалаларҙың яҡшы таныш төркөмдәренең ҡыҫҡа классификацияһы[8]:
I класс. Балтик гәрәбәһе (сукцинит), доминик гәрәбәһе. Төп структураһы — лабданоидлы рәшәткә
II класс. Индонезиялағы ыҫмалаларҙың эре ятҡылыҡтары, составында бициклик сесквитерпеноидтар, айырыуса кадинен һәм уның изомерҙары бар
III класс. Полистироль төҙөлөшлө феноллы ыҫмалалар. «Тәбиғи полистирол» — зигбургит (Гойтше гәрәбә ятҡылығынан ҡаҙылма ыҫмала, Саксония, Германия).
Иртә тимер быуатында Европаның көньяғын гәрәбә менән тәьмин итеп торған Ютландия (хәҙерге Дания) ярымутрауындағы ятҡылыҡ тотоноп бөтөлә. «Диңгеҙ аҫылташтары» менән сауҙа иткән боронғо сауҙагәрҙәр Гәрәбәле яр (Балтик диңгеҙе буйы) ятҡылыҡтарына йүнәлә. Өлкән Плиний «Тәбиғәт тарихы» тигән китабының 42-се бүлегендә «Аустеравия утрауы» исемле гәрәбә кәсептәре үҙәген телгә ала; был урын Самбия (Көнсығыш Пруссияның, хәҙерге Калининград өлкәһенең тарихи төбәге) булғандыр тип фараз ителә.
Донъялағы гәрәбә ятҡылыҡтары ике провинцияға бүлеп ҡарала:
Рәсәйҙәге иң ҙур гәрәбә ятҡылығы — Калининград өлкәһендә. Разведкаланған запастары донъя запастарының 90 проценты самаһын тәшкил итә, тәбиғи гәрәбә таштарының тупланышы буйынса ла (уртаса 2 кг/м3) уға тиңдәр юҡ. Ундағы Янтарный ҡасабаһында гәрәбә комбинаты эшләй, комбинат йылына 300 тонна гәрәбә таба (карьерҙарҙа асыҡ ысул менән көслө һыу баҫымы менән гәрәбәле ҡатламды йыуҙыралар).
Ауырлығы 1 килограмдан артҡан киҫәктәр (күләме буйынса яҡынса 1 дм3) аҫыл таштарға тиңләштерелә һәм уларҙы ирекле һатыуға сығарыу тыйыла[7]. Рәсәй Федерацияһы сиктәре аша эшкәртелмәгән гәрәбә сеймалының әйләнеше, индерелеүе һәм сығарылыуы ҡануниәт менән көйләнә[9].
Кеше бик борон замандарҙан гәрәбәне ҡуллана. Үрге палеолит дәүерендә үк кеше гәрәбә менән таныш булған.
Балтик буйы гәрәбәһе неолит дәүерендә бик әүҙем эшкәртелгән. Балтик диңгеҙенең көнсығыш ярында неолит дәүеренең гәрәбә эшкәртеү үҙәктәр: Литвалағы Куршю ҡомаяғы һәм Паланга районы, Латвияла Сарнате (лат. SārnateSārnate) төбәге һәм Лубана уйһыулығы.
Боронғо мысырҙар гәрәбәне биҙәүестәр яһау өсөн, йәнә мумификациялау эшендә ҡулланғандар. Ҡаһирәләге Мысыр музейында Тутанхамондың һары балтик гәрәбәһе менән биҙәлгән тажы һаҡлана (беҙҙең эраға тиклем 1400—1392 йылдар).
Беҙҙең эраға тиклем XVI быуатҡа инде гәрәбә ҡиммәтле тауарға әүерелә һәм финики сауҙагәрҙәре тарафынан Бабил дәүләтенә, шулай уҡ микена һәм италий мәҙәниәттәренә ингән өлкәләргә ташыла. Ул заманда Төньяҡ Италиялағы Аквилея ҡалаһы гәрәбә сауҙаһы үҙәге була [10].
Европаға бәреп ингән готтар гәрәбә сауҙаһы юлдарын быуа. Беҙҙең эраның 151 йылына готтар Ҡара диңгеҙҙең көньяғына барып етә, ә беҙҙең эраның 170-се йылдарында Аквилеяны алырға тырыша. 3-сө һәм 4-се быуаттарҙа Балтиканан гәрәбә мунсаҡтар тарала.
Тевтон ордены Балтик буйында прустар ихтилалын баҫтыра һәм был ерҙәрҙе баҫып ала. Рыцарҙар үҙ биләмәләрендә ҡаты тәртип урынлаштыра. Ерле халыҡҡа гәрәбә йыйырға мөмкин булһа ла, уны орден территорияһында һаҡлау һәм эшкәртеү рөхсәт ителмәй. Гәрәбә Балтик буйынан алыҫтағы һаҡлағыстарға һәм эшкәртеү цехтарына оҙатыла. Тапшырылған таш хаҡы аҡса йә тоҙ менән түләнә. Һөҙөмтәлә күп быуаттар буйы гәрәбә табылған ерҙә уны нәфис эшкәртеү кәсебе бөтөнләй булмай.
1467 йылда Польшаның төньяҡ-көнбайыш ерҙәрендә гәрәбә эҙләү һәм йыйыуға ҡағылышлы өҫтөнлөктәр булдырыла. Ошо сәбәпле Польшала гәрәбә кәсепселеге үҫә.
XVI быуат аҙағына тиклем гәрәбә башлыса тиҫбе һәм һауыттар яһау өсөн тотонола.
1533 йылда Пруссия героцогы, Тевтон ордены гроссмейстеры Альберхт Гогенцоллерн лютеранлыҡҡа күсә һәм Балтик гәрәбәһе менән сауҙа итеү хоҡуғын Данциг кешеһе Пауль Яскиға тапшыра, Янски гәрәбә сауҙаһын бөтә Төньяҡ Европаға йәйелдерә.
XVI быуатта Померанияның Кослин һәм Кольберг ҡалаларында, Эльбингта гәрәбә цехтары асыла, әммә Кёнигсбергта тармаҡ айырыуса йылдам үҫә. Был ҡала менән көнәркәшлек бик көслө булғанлыҡтан XVI быуаттың 80-се йылдарында Гәрәбә цехтары берлеге ойошторола, унда Кольберг, Столп, Данциг һәм Эльбинг ҡалалары берләшә. Кёнигсбергта гәрәбәнән тәүләп сиркәүгә ҡағылышы булмаған әйберҙәр, мәҫәлән, ҡапҡаслы һауыттар эшләнә башлай. Антверпенда көслө эш бәйләнештәренә эйә булған Янски ғаиләһе Балтик буйында гәрәбә сауҙаһына монополияны XVI быуат уртаһынан XVII быуат уртаһына тиклем ҡулында ныҡ тота. 1580 йылда бөтә яр буйлатып гәрәбә урлауға сик ҡуйыу өсөн дар ағастары ултыртып сығыла.
Боронғо Руста гәрәбә биҙәүестәр таралған була. Рязань тирәһендә гәрәбә эшкәртеү оҫтаханаһы табыла.
Новгородта археологик тикшеренеүҙәр барышында бик күп эшкәртелмәгән гәрәбә киҫәктәре, әҙер әйберҙәр, әҙерләмәләр, таш һыныҡтары табыла (йәмғеһе 7000 берәмек). Тикшеренеүселәрҙең күпселеге фекеренсә, гәрәбә сеймалы Днепр һәм Балтик буйынан килтерелгән булған[11]. Новогородта эшкәртелгән гәрәбәнең бер өлөшө новгородлыларҙың ихтыяждарына ҡалдырылған, башҡа өлөшө Урта Азияға һәм Көнсығышҡа һатыу өсөн оҙатылған[12].
Новгород оҫталары гәрәбәне механик ысулдар менән эшкәрткән, бәлки, йылытып эшкәртеү ҙә ҡулланғандыр. Улар ҡулланған технологик операциялар: сорттарға айырыу, киҫеү, шымартыу, ялтыратыу, быраулап тишеү, ҡырлау, биҙәктәр төшөрөү[13].
Әүәл-әүәлдән гәрәбә биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре эшләү өсөн файҙаланыла. Гәрәбәнән тағып йөрөй торған биҙәүестәр генә түгел, портсигар, тәмәке көлө ҡаҡҡыс, шкатулка, ҡумта, сәғәт кеүек көнкүреш кәрәк-ярағы ла етештерелә. Гәрәбә бүлмә сәнғәттә айырым урын биләп тора.
Икенсе донъя һуғышынан һуң гәрәбәнән күләмле әйберҙәр яһау оҫталығы серҙәренең күбеһе юғалтыла. Балтик илдәрендә, шулай уҡ Рәсәйҙә был һөнәр төрлө художество йүнәлештәрендә үҫтерелә. Уларҙы шартлыса ике «мәктәп»кә бүлергә була — Санкт-Петербург һәм Калининград.
Гәрәбә — мурт материал, эшкәрткәндә таштың беренсел ауырлығы һәм формаһы бик ныҡ кәмей, шунлыҡтан ювелир әйберенең хаҡы ла ныҡ арта.
Әлеге ваҡытта гәрәбәгә теләгән төҫтө һәм фактураны биреүҙең үҙенсәлекле технологиялары бар: төҫөн асыҡлатыу, ҡыҙҙырыу, йылытыу, химик эшкәртеү, шымартыу, ҡырлау, семәрләү һ.б. Пресланған гәрәбә айырым урын биләй.
Гәрәбәнең төҫөн асығайтыу махсус автоклавтарҙа башҡарыла, уларҙа гәрәбә дымһыҙландырыла (яҡынса 5-10 проценты). Ярым тоноҡ һәм тоноҡ таштар 16 сәғәт буйы баҫым аҫтында азотта 250оС температурала тотола. Төҫөн асыҡландырғанда гәрәбә тығыҙлана, тоноғораҡ булып, муртлығы кәмеп китә.
Гәрәбәгә осҡонланып торған кеүек фактура бирер өсөн ҡыҙҙырыу ысулы ҡулланыла. Гәрәбәләге ваҡ ҡына һауа ҡыуыҡсалары ҡыҙҙырғанда шартлай һәм ялтлап торған линзалар, дискылар, тәңкәләр барлыҡҡа килтерә.
Гәрәбәнең төҫөн үҙгәртеү өсөн окислаштырыу ысулдары (химик, термик) ҡулланыла. Окислашҡанда гәрәбә йоҡа ғына көрән япма менән ҡаплана. Гәрәбәнең окислашыуы яһалма юл менән генә түгел, тәбиғи юл менән дә бара, ул фотоиҫкереү тип атала. Еңелсә ышҡып ялтыратҡанда был япмаға зыян килмәй, ә шымартҡанда ул аҡтарыла һәм гәрәбә тәбиғәттән ниндәй булһа, шундай булып ҡала.
Ҡыҙҙырылған гәрәбәне йылытҡанда, осҡонло ҡоңғорт төҫлө таш хасил була. Гәрәбәне 100—250 оС температурағаса йылытҡанда үтә күренмәле таштың төҫө асыҡ һарынан сейә төҫөнә тиклем үҙгәреп ҡоңғортлана.
Йылытҡанда гәрәбә киҫәктәре һығылмалыға әйләнә. Был сифатын онталған тәбиғи гәрәбәне пресс-формаларға һалып, эҫетеп преслағанда файҙаланалар. Температура һәм баҫым тәьҫирендә онтаҡ үҙле массаға әйләнә. Төрлө рәүешле формаларға һалып һыуытҡас, пресланған таштан төрлө әйберҙәр хасил була. Был ысул менән алынған таш «амброид» (ингл. amber — гәрәбә) тигән атама алған. Гәрәбә онтағына төрлө буяуҙар ҙа ҡушырға мөмкин. Пресланған гәрәбә әйберҙәре матурлығы буйынса тоташ таштарҙан эшләнгән әйберҙәрҙән һис тә ҡалышмай, ә хаҡы күпкә арзаныраҡ була.
1960-сы йылдарҙа Калининград гәрәбә комбинаты тәбиғи формалы таштарҙан броштар эшләй башлай. Улар металл тирәскә ҡуйылмай, ә ҡаптырғыс менән генә ҡаҙап йөрөтөлә. Инклюзиялы гәрәбәләрҙе лә брак тип һанауҙан баш тарталар. Ваҡ гәрәбәләргә иғтибар арта.
1970-се йылдарҙа Калининград оҫталары күп предметлы (кулон, колье, брошь, йөҙөк, алҡа) гарнитурҙар сығара башлай[14]. Сувенирҙар эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Комбинаттың ижади төркөмө гәрәбә эшкәртеүҙе кәсептән сәнғәткә әүерелдерә[15].
Гәрәбәгә тотонор алдынан рәссам пластилин, ҡағыҙ-ҡәләм менән эшләй — формалар эҙләй. Ҡайһы берҙә таш үҙе теманы әйтә. Һәр осраҡ өсөн гәрәбә эшкәртеүҙең айырым технологияһы һайлана.
Мәскәү Кремленең Ҡорал палатаһында гәрәбәнән эшләнгән утыҙҙан ашыу әйбер һаҡлана: һауыттар, шахмат, шәмдәлдәр, туҫтаҡтар, ҡумталар. Уларҙың күбеһен урыҫ батшаларына Пруссия герцогтары һәм королдәре бүләк иткән.
Ювелир производствоһы ҡалдыҡтары, кондицияһыҙ гәрәбә, ваҡ бөртөктәр гәрәбә кислоталары, майҙары, канифоль етештереү өсөн ҡиммәтле химик сеймал булып хеҙмәт итә. Был продукттар парфюмерия, фармацевтика һәм лак-буяу сәнәғәтендә киң ҡулланыла.
Гәрәбә кислотаһы (ике нигеҙле сикке карбон кислотаһы) — тәүге тапҡыр XVII быуатта гәрәбәне ҡыуҙырыу юлы менән алынған матдә. Башта күҙәнәктәргә кислород килеүен көсәйтеүсән һәм организмға ныҡлыҡ биреүсән матдә булараҡ фармацевтикала һәм парфюмерияла ҡулланыла. Һуңыраҡ гәрәбә кислотаһы алырға өйрәнәләр, ул аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, үҫемлекселектә, ҡошсолоҡта һәм малсылыҡта ҡулланыла. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ул Е363 аҙыҡ өҫтәмәһе булараҡ файҙаланыла.
Гәрәбә лагы изоляторҙарҙың өҫкө йөҙөн ҡаплау өсөн файҙаланыла (өҫкө йөҙ ҡаршылығын арттырыу өсөн). Лак эшләү өсөн гәрәбәне (эшкәртеү ҡалдыҡтарын) баҫым аҫтында 200°С температурала бензолда иретәләр.
Гәрәбә иҫ киткес яҡшы электр изоляторы булып тора. Уның удель электр ҡаршылығы ρ = 1017 Ом·м, ә диэлектрик юғалтыуҙар мөйөшө тангенсы tg δ =0,001. Гәрәбәнән эшләнгән изоляторҙар рентгенометрҙарҙың ионлаштырыу камераларында ҡулланыған (айырыуса 1960-сы йылдарҙа).
Боронғо Мысырҙа уҡ әле гәрәбә фирғәүендәрҙе мумиялаштырыуҙа ҡулланылған. Гәрәбә тереклектең оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итә. Ул ҡыҙыл ҡан тәнсектәренең тарҡалыуына һәм ҡандың ойошоуына ҡаршы тора. Гәрәбәнән ҡан алыу-биреү һәм ҡанды консервациялау өсөн ҡулланыла торған медицина һауыт-һабаһы, инструменттар, приборҙар эшләнә.
Гәрәбә лагы ағасты консервациялау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, уның менән караптарҙың төбөн, мебель[16], музыка ҡоралдарының декаларын буяғандар[17]. Данлыҡлы оҫталар Амати менән Страдивари эшләгән скрипкалар гәрәбә лагы менән эшкәртелгән һәм моңон әле булһа юғалтмаған.
Фәнни-техник прогресс үҫеүгә бәйле гәрәбә сеймалын тәрән файҙаланыу мөмкинлектәре асылды.
Бөтәһенән элек, ялған гәрәбә менән инновацион технологиялар ҡулланып тәрән эшкәртелгән гәрәбә араһындағы айырманы аңларға кәрәк. Намыҫлы эшкәртеүселәр таштың ҡайҙан икәнен һәм нисек эшкәртелгәнен йәшермәй. Алдаҡсылар иһә етештереү ҡалдыҡтарынан эшләнгән әйберҙәрҙе юғары сифатлы тәбиғи гәрәбә тип һатыуға сығара.
Пресланған гәрәбә 100 проценты менән тәбиғи сеймалдан эшләнә, ә яһалма гәрәбә һәм ялған гәрәбә гәрәбәһе бик аҙ булған йә бөтөнләй булмаған материалдарҙан яһала.
Эпоксидлы ыҫмаланан яһалма гәрәбә киң таралған, унан эшләнгән биҙәүестәр эсенә хатта «табылдыҡ» бөжәк тә һалып ҡалдыралар.
Хәҙерге ваҡытта тәбиғи гәрәбәнең төп сифаттарын бик теүәл ҡабатлаған пластмассалар күп.
Баҙарҙа йышыраҡ бернит — төрлө ыҫмалаларҙан эшләнгән яһалма «иретелгән» гәрәбә тәҡдим ителә. Бернит составында полиэфир ыҫмалалар һәм 5 процентҡа тиклем гәрәбә була, бөтөнләй булмауы ла бар.
Гәрәбәнең ҡайһы бер имитацияларында ыҫмала ағынтыларын күрергә була, улар «капиллярлы селтәр» хасил итә. Шымартылған ялған әйберҙәрҙе йылдар үтеү менән фашларға мөмкин, сөнки тәбиғи гәрәбә (хатта пресланғаны ла) ваҡыт үтеү менән төҫөн үҙгәртә, ә ялған гәрәбә үҙгәрмәй.
Бынан тыш инклюздарҙы яһалма эшләү технологиялары ла бар.
Дауыл ваҡытында диңгеҙ бик күп гәрәбә сығарып ташлаусан. Айырыуса билдәле гәрәбә дауылдары:
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, диңгеҙ тулҡындары йыл һайын диңгеҙ төбөнән 36—38 тонна гәрәбә сығарып ташлай (ваҡ киҫәктәрҙе һанамайынса). Өс мең йыл эсендә Балтик диңгеҙе буйынан 125 миллион килограмм тәбиғи таш йыйып алынған.
Барбара Космовская-Церанович. Янтарь в Польше и мире: монография / издательство Калининградская книга, 2016 -.С. 40