Дан ордены | |||
I дәрәжә | |||
---|---|---|---|
| |||
II дәрәжә | |||
| |||
III дәрәжә | |||
| |||
Ил | |||
Награда төрө | |||
Статус |
бирелмәй | ||
Статистика | |||
Параметрҙара |
Диаметр 46 мм | ||
Раҫланған ваҡыты | |||
Беренсе бүләкләү | |||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
более 1 млн | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда | |||
Кесерәк награда | |||
[[commons:Category: Order of Glory Викимилектә|Дан ордены]] Викимилектә |
Дан ордены — CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. Орден менән Ҡыҙыл Армияһының старшиналары һәм сержанттары, рядовой составы хәрбиҙәре, ә авиацияла — шулай уҡ кесе лейтенант званиеһындағы хәрбиҙәр бүләкләнә. Орден шәхси ҡаҙаныштар өсөн генә тапшырылған, хәрби частар һәм берләшмәләргә ул бирелмәгән.
Дан ордены үҙенең статуты һәм таҫма төҫө буйынса тулыһынса тиерлек революцияға тиклемге Рәсәй империяһының иң хөрмәтле наградаһын — Георгий тәреһен — ҡабатлай.
Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә Дан орденының өс дәрәжәһе була, уларҙың иң юғарыһы — I дәрәжә — алтын, ә II һәм III дәрәжә — көмөш (икенсе дәрәжә билдәһенең медальоны алтын менән ялатылған). Орден статутына ярашлы, бүләкләү ҡәтғи тәртиптә түбәнге дәрәжәнән башлап юғарғыһына табай үткәрелергә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышы алыштарындағы айырыуса ҡаһарманлыҡтары һәм башҡа хәрби конфликттарҙағы батырлыҡтары өсөн миллионға яҡын III дәрәжә Дан ордены, 46 меңдән ашыу — II дәрәжә һәм 2678 — I дәрәжә орденд тапшырылған. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Дан орденының тулы кавалерҙары 2671 кеше иҫәпләнә, улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ. 7 кеше I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән, әммә тулы кавалер булып һаналмаған.
Тулы орден кавалерҙары — штурмлау авиация полкы летчигы Иван Григорьевич Драченко, диңгеҙ пехотасыһы Павел Христофорович Дубинда һәм артиллеристар Кузнецов Николай Иванович, Алешин Андрей Васильевич шулай уҡ һуғыш йылдарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
1945 йылдың 14 ғинуарында Висла-Одер операцияһы барышында Висла йылғаһының һул яҡ ярында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн 77-се гвардия Лени, Суворов һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов уҡсылар дивизияһының 215-се Ҡыҙыл Байраҡ орденлы полкы 1-се батальонының бөтә рядовойҙары, сержанттары һәм старшиналары Дан ордены менән бүләкләнә, әлеге батальондың рота командирҙары — Ҡыҙыл Байраҡ орденына, взвод командирҙары — Александр Невский орденына, батальон командиры Б. Н. Емельянов һәм взвод командиры Гурьев Михаил Николаевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, был — бер алыш өсөн бөтә яугирҙар Дан орденын алған берҙән-бер берләшмә була. 1-се уҡсылар батальоны яугирҙарының күмәк батырлығы өсөн 69-сы армияның Хәрби Советы уға почетлы «Дан батальоны» исемен бирә[1].
Дан ордены менән Ҡыҙыл Армияның овет Ватаны өсөн яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән рядовой һәм сержант составындағы яугирҙар, ә авиацияла шулай уҡ кесе лейтенант званиеһында булғандар бүләкләнә.
Дан орденының өс дәрәжәһе бар: I, II һәм III дәрәжәләр. Ордендың юғары дәрәжәһе — I дәрәжә. Бүләкләү эҙмә-эҙлекле эшләнә: тәүҙә өсөнсө, шунан — икенсе һәм, ниһайәт, беренсе дәрәжәһе бирелә.
Ниндәй батырлыҡ өсөн Дан ордены бирелә:
Дан ордены менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы үткәрелә.
Дан орденының бөтә өс дәрәжәһе менән наградланғандар артабанғы хәрби званиеға лайыҡ булыу хоҡуғын ала:
Дан ордены күкрәктең һул яғында һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған осраҡта «Почёт Билдәһе» орденының һуң урынлаштырыла.
Дан ордены көлһыу төҫтәге биш осло йондоҙҙан ғибәрәт, ҡапма-ҡаршы түбәләре араһы — 46 мм. Йондоҙ нурҙарының өҫтө бер аҙ ҡабарынҡы. Йондоҙҙоң алғы яғының уртаһында 23,5 мм диаметрлы түңәрәк медальон, унда — рельефлы Спас башняһы менән Кремль һүрәте. Түңәрәк медальондың өҫкө өлөшөндә — лавр веногы. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөндә ҡыҙыл эмаль таҫмала ҡабарынҡы хәрефтәр менән «СЛАВА» тип яҙылған.
Ордендың артҡы яғында — 19 мм диаметрлы түңәрәк, уның уртаһында рельефлы хәрефтәр менән «СССР» тип яҙылған.
Ордендың алғы яғы ситтәренән һәм түңәрәкте уратып ҡабарынҡы күтәрмә эшләнгән.
I дәрәжә ордены билдәһе алтындан эшләнә (950-се проба). I дәрәжә орденында алтын күләме — 28,619±1,425 г. Дөйөм ауырлығы — 30,414±1,5 грамм.
II дәрәжә ордены билдәһе көмөштән эшләнә, өҫтәүенә, Кремль менән Спас башняһы һүрәте һәм түңәрәк алтын менән ялатылған. II дәрәжә орденындағы көмөш күләме — 20,302± 1,222. Ордендың ауырлығы — 22,024±1,5 грамм.
III дәрәжә ордены көмөштән эшләнә, түңәрәге алтын менән ялатылмай. Көмөш күләме — 20,549±1,388 . Ордендың дөйөм ауырлығы — 22,260± 1,6 грамм.
Билдә элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла, ҡалып 24 миллиметрлыҡ муар таҫма менән ҡапланған. Таҫмала бер тигеҙ киңлектәге аралаштырылған өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт-һары төҫтәге һыҙаттар. Таҫма ситенән берешәр тар ҡыҙғылт-һары һыҙат үтә.
Тәүҙә һалдат орденына Багратион исемен биреү күҙ уңында тотола. Туғыҙ рәссамдан торған төркөм 26 эскиз әҙерләй. А. В. Хрулев эскиздар араһынан 4 эскизды һайлап ала һәм 1943 йылдың 2 октябрендә уларҙы Сталинға күрһәтә. Орден 4 дәрәжәле булырға һәм ҡара-һары таҫмала — төтөн һәм ялҡын төҫтәрендә — күҙаллана. Н. И. Москалев Георгий таҫмаһын тәҡдим итә. Сталин таҫманы хуплай һәм әлеге орден, Суворов һәм Кутузов ордендары һымаҡ, 3 дәрәжәле була тигән ҡарарға килә. Еңеү данһыҙ булмай тип, Сталин орденды Дан ордены тип исемләргә тәҡдим итә. Ордендың яңы эскизы 1943 йылдың 23 октябрендә ҡабул ителә[2].
II дәрәжә Дан орденының беренсе кавалерҙары — 385-се уҡсылар дивизиһының 665-се айырым сапер батальоны яугирҙары старшина М. А. Большов, ҡыҙылармеецтар С. И. Баранов һәм А. Г. Власов (10-сы армия ғәскәрҙәре буйынса 634-се һанлы бойороҡ, 10 декабрь 1943 йыл)[3].
1943 йылдың 28 декабрендә үк М. А. Большов<[4], С И. Баранов[5] һәм А. Г. Власов[6] I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә, ләкин улар был орден менән СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы 1945 йылдың 24 мартында ғына бүләкләнә, йәғни, наградаға тәҡдим ителгәндән һуң ун биш ай үткәндән һуң тиерлек.
Шулай итеп, М. А. Большов, С. И. Баранов һәм А. Г. Власов — хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн ордендың бөтә өс дәрәжәһенә 1943 йылда уҡ тәҡдим ителгән Дан орденының тулы кавалерҙары, әммә I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителгән саҡта уларға III һәм II дәрәжә ордендары тапшырылмаған була.
Большов, Баранов һәм Власовтан күпкә һуңғараҡ тәҡдим ителеүгә ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә Дан орденының тәүге кавалерҙары тип ефрейтор М. Т. Питенин[7] һәм өлкән сержант К. К. Шевченко һанала[8] (СССР Юғары Советы Президиумы Указы, 22 июль 1944 йыл). Питенин Митрофан, наградаһын алып өлгөрмәй, һәләк була; Шевченко Константин һуғыштың аҙаҡҡы көнөнә тиклем һуғыша һәм Дан орденының бөтә дәрәжәләренән тыш 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм (һалдаттар һәм сержанттар араһында һирәк булған күренеш) Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланған була.
1-се һанлы I дәрәжә Дан ордены гвардия өлкән сержанты Н. А. Залетовҡа (СССР Юғары Советы Президиумы Указы, 5 октябрь 1944 йыл) тапшырыла, әммә ул Дан орденының тәүге тулы кавалеры булмай.
Иң йәш Дан ордены тулы кавалеры — 8-се гвардия уҡсылар армияһы 82-се гвардия уҡсылар дивизияһы 185-се гвардия артиллерия орудиеһы командиры гвардия кесе сержант И. Ф. Кузнецов. I дәрәжә Дан орденына 1945 йылдың апрелендә тәҡдим ителгәндә уға бары 16 йәш тула (1928 йылдың 28 декабрендә тыуған), ә иң өлкән йәштәге кавалер — 42-се уҡсылар дивизияһы 459-сы уҡсылар полкы яугиры И. А. Ширяев (1891 йылдың 29 сентябрендә тыуған).
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа орден статуты буйынса эштәр алып барыла (бер үк дәрәжәле ордендар киләһе дәрәжәгә алмаштырыла). Ул ваҡытта Дан ордены тулы кавалерҙары өсөн бер ниндәй ҙә айырым документтар булмай. Бүләкләнгән кешегә дөйөм өлгөлө орден книжкаһы бирелә. Әммә 1967 һәм 1975 йылда Дан орденының тулы кавалерҙарына өҫтәмә льготалар индерелә һәм улар Советтар Союзы Геройҙары менән хоҡуҡтары буйынса тиңләнә. Атап әйткәндә, уларға Союз әһәмиәтендәге шәхси пенсия тәғәйенләнә, бик ҙур торлаҡ өҫтөнлөктәре, бушлай йөрөү һәм башҡалар. 1976 йылда Дан орденының тулы кавалерҙары өсөн махсус документ барлыҡҡа килә. Тәүге бындай книжкалар 1976 йылдың февралендә бирелә башлай.
Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәте Дан орденының тулы кавалерҙарына совет осоронда бирелгән бөтә хоҡуҡтарҙы һәм өҫтөнлөктәрҙе раҫлай