Гео́ргий Никола́евич Дане́лия (груз. გიორგი დანელია; 25 август 1930 йыл, Тифлис (хәҙер Тбилиси)) — совет рәсәй кинорежиссёр, актёр, сценарист, публицист. СССР-ҙың халыҡ артисы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1978), ағалы-ҡустылы Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1981), Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты (1996)[4].
1955 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. 1956 йылда яңы асылған Юғары режиссёр курстарына уҡырға инә, 1959 йылда уны тамамлай.
1959 йылдан — «Мосфильм» ҡуйыусы режиссёры. 1965—1969 йылдарҙа — «Мосфильм» янындағы «Эксперименталь ижад берләшмәһе» художество етәксеһе, 1975-1987й ылдарҙа — сәнғәт рәйесе, «Комедия һәм музыкаль фильмдары эксперименталь берләшмәһе» художество етәксеһе. 1987 йылдан — «Мосфильм» киноконцернының «Ритм» киностудияһының президенты һәм художество етәксеһе.
«Сережа» исемле беренсе фильмы (И. В. Таланкин менән берлектә) тәнҡитселәр һәм тамашасылар иғтибарын үҙенә йәлеп итә. «Мин шагаю буйынса Мәскәүҙә» (1964) фильмы уның програма эше була.
«Тридцать три» (1965) фильмынан башлап режиссёр сатира жанрына мөрәжәғәт итә, комедия оҫтаһына әйләнә.
1967—1970 йылдарҙа «Фитиль» сатирик журналы өсөн бер нисә миниатюра төшөрә. Иң танылған «Алкоголь файҙаһы тураһында» сюжетында (1974) актёр Евгений Леонов ҡатнаша.
Режиссер «Афоня», «Мимино», «Осенний марафон», «Кин-Дза-Дза!» фильмдары төшөрөп, билдәлелек яулай.
Георгий Николаевич үҙ фильмдарында төшә, күп сценарийҙарын яҙыусы йәки авторҙаш.
Георгий Данелия — СССР кинематографистар Союзы ағзаһы, Рәсәй сәнғәт академияһының Почётлы ағзаһы[5], Рәсәй кинематография фәне һәм сәнғәте милли академияһы академигы, «Ника» Кинематография сәнғәте Рәсәй академияһы академигы.
2003 йылдан — «Георгий Данелияның Яңы кино йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү фонды» президенты.
Живопись, график, музыка менән мауыға, дөңгөр коллекцияһын йыйған.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
- Атаһы — Николай Дмитриевич Данелия (1902—1981), инженер-тимер юлсы, бригадир, шахта етәксеһе, Мәскәү һәм СССР метро төҙөү буйынса баш инженер, генерал-майор
- Әсәһе — Мария Ивлианова Анджапаридзе (1905—1980), «Мосфильмда» ассистент, икенсе режиссёр булған; бер нисә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950)
- Беренсе ҡатыны (1951—1956) — Ирина Гинзбург, адвокат
- Ҡыҙы — Светлана Николаевна Данелия, юрист
- Икенсе ҡатыны (1957—1984, никах теркәлмәгән) — Любовь Сергеевна Соколова, актёр. СССР-ҙың Халыҡ артисы (1990).
- Улы — Николай Георгиевич Соколов-Данелия (1959—1985), режиссёр, шағир, рәссам. Наркотикты артыҡ ҡулланып, үлгән.
- Ейәнсәрҙәре — Маргарита Данелия, Алена Данелия
- Өсөнсө ҡатыны — Галина Ивановна Юркова-Данелия (1944 йылда тыуған), актёр, ҡуйыусы режиссёр.
Йыл
|
Фильм
|
Режиссёр
|
Сценарист
|
Актёр
|
Роль
|
Иҫкәрмәләр
|
1942
|
Георгий Саакадзе (фильм)
|
|
|
Y
|
эпизод
|
|
1951
|
Незабываемый 1919 год
|
|
|
Y
|
эпизод
|
|
1955
|
Мексиканец (фильм, 1955)
|
|
|
Y
|
парень с гитарой
|
|
1958
|
Васисуалий Лоханкин
|
Y
|
Y
|
|
|
ҡыҫҡа метражлы
|
1959
|
Тоже люди
|
Y
|
Y
|
|
|
ҡыҫҡа метражлы
|
1960
|
Серёжа (фильм)
|
Y
|
Y
|
|
|
|
1962
|
Путь к причалу
|
Y
|
|
|
|
|
[1963
|
Я шагаю по Москве
|
Y
|
|
Y
|
аяҡ кейемен таҙартыусы
|
|
1965
|
Тридцать три
|
Y
|
Y
|
|
|
|
1968
|
Не горюй!
|
Y
|
|
Y
|
төрмә ҡараусыһы
|
|
1971
|
Джентльмены удачи
|
|
Y
|
Y
|
үтеп барыусы
|
|
1973
|
Совсем пропащий
|
Y
|
Y
|
|
|
|
1975
|
Афоня
|
Y
|
|
|
|
|
1977
|
Мимино
|
Y
|
Y
|
Y
|
самолет пилоты
|
|
1979
|
Осенний марафон
|
Y
|
Y
|
Y
|
фильмда немец офицеры
|
|
1982
|
Слёзы капали
|
Y
|
Y
|
Y
|
трамвайҙа уҡып барыусы
|
|
1983
|
Три лимона для любимой
|
|
Y
|
|
|
ҡыҫҡа метражлы
|
1986
|
Кин-дза-дза!
|
Y
|
Y
|
Y
|
Абрадокс
|
|
1988
|
Француз (фильм, 1988)
|
|
Y
|
|
|
|
1990
|
Паспорт (фильм)
|
Y
|
Y
|
Y
|
ишәкле ғәрәп
|
|
1993
|
Настя (фильм)
|
Y
|
Y
|
Y
|
мәҙәниәт эшмәкәре
|
|
1995
|
Орёл и решка (фильм)
|
Y
|
Y
|
Y
|
инженер-конструктор
|
|
1998
|
Привет от Чарли-трубача
|
|
Y
|
|
|
|
2000
|
Фортуна (фильм, 2000)
|
Y
|
Y
|
Y
|
зэк
|
|
2005
|
Анна (фильм, 2005)
|
|
Y
|
|
|
|
2006
|
Карнавальная ночь 2, или 50 лет спустя
|
|
|
Y
|
камео
|
|
2013
|
Ку! Кин-дза-дза
|
Y
|
Y
|
Y
|
сәйәхәтсе Ромашка; мискәләге чатланин (тауышлы итеү)
|
анимацион
|
- Архив кадрҙары
- 2009 — Вадим Юсов («Утрауҙар» документаль циклынан)
- 2010 — Я шагаю по Москве («СССР-ҙа йырланған» фильмдары циклынан) (документаль)
- Данелия Г. Н. Кот ушел, а улыбка осталась. — М.: Эксмо, 2014. — 415 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-76244-6.
- Данелия Г. Н. Безбилетный пассажир: «байки» кинорежиссёра. — М.: Эксмо, 2006. — 416 с. — 5100 экз. — ISBN 978-5-699-12714-6, 5-699-12714-3.
- Данелия Г. Н. Тостуемый пьёт до дна. — М.: Эксмо, 2006. — 352 с. — 7100 экз. — ISBN 5-699-12715-3.
- Данелия Г. Н. Чито-грито. — М.: Эксмо, 2007. — 768 с. — 17 000 экз. — ISBN 5-699-17248-3, 978-5-699-17248-1. (составлена из двух предыдущих — «Безбилетный пассажир» и «Тостуемый пьет до дна»).
- Данелия Г. Н. Джентльмены удачи и другие киносценарии. — СПб.: Сеанс: Амфора, 2008. — 624 с. — (Библиотека кинодраматурга). — 5000 экз. — ISBN 978-5-367-00641-4.
- Данелия Г. Н. Не горюй! — М.: АСТ : Зебра Е, 2008. — 704 с. — (Актёрская книга). — 5000 экз. — ISBN 978-5-17-054369-4, 978-5-94663-620-9.
- Р. Габриадзе В.Токарева Г. Данелия. Мимино. — М.: Искусство, 1978. — 88 с. — 30 000 экз.
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1989)
- ССР-ҙың Дәүләт премияһы (1978) — «Мимино» фильмы өсөн (1977)
- Ағалы-ҡустылы Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1981) «Осенний марафон» фильмы өсөн (1979)[6]
- 1996 йылғы Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1997) — «Паспорт», «Настя», «Орел и решка» фильмдары өсөн[7]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» II дәрәжә ордены (2010) — Рәсәй кинематографияһы сәнғәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм оҙайлы ижади эшсәнлеге өсөн[8]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» III дәрәжә ордены (2000) — кино сәнғәтенә инлергән ҙур өлөшө өсөн[9]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1980)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Намыҫ ордены (Грузия, 2000)
- Тбилиси ҡалаһының почётлы гражданы (1985)