Данияла ислам | |
Дәүләт | Дания |
---|---|
Данияла ислам Викимилектә |
Данияла ислам (дан. Islam i DanmarkIslam i Danmark) — Дания территорияһында ислам дине — күп һанлы диндәрҙең береһе[1]. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Дания халҡының (5 мең 771 кеше) 5,40%-ы (313 мең кеше) — Ислам дине тарафдары (2002)[2]. Ислам — Данияның рәсми танылған диндәренән береһе, тарафдарҙары һаны буйынса, лютерандар диненән һуң, икенсе урындағы дин. Дания мосолмандарының күпселеге — сөнниҙәр, шулай уҡ шиғыйҙар, әхмәдилеләр бар.
АҠШ дәүләт департаменты мәғлүмәттәре буйынса, Дания халҡының 3,7 % -ы мосолмандар[3]. Башҡа сығанаҡтар, шул иҫәптән Дания сит ил эштәре министрлығы ла, башҡа һандар килтерә[4].
Би-Би-Си мәғлүмәттәре буйынса, Данияла 270 мең самаһы мосолман йәшәй[5]. 1970-се йылдарҙа Төркиә, Пакистан, Марокко һәм элекке Югославия халҡы эш эҙләп Данияға килә. 1980-се һәм 90-сы йылдарҙа мосолмандарҙың күпселеге-Иран, Ираҡ, Сомали һәм Босния ҡасаҡтары була[5].
Дания мосолмандары араһында этник даниялылар төркөмдәре лә бар. Эксперттар баһалауынса Данияла 2 800 самаһы исламды яңы ҡабул иткән мосолман йәшәй һәм йыл һайын был һан яҡынса 70 кешегә арта[6]. Сағыштырыу өсөн, 2000 һәм 2004 йылдар араһында 300-ҙән ашыу даниялы исламдан христианлыҡҡа күскән[7].
2005 йылға ҡарата Данияла 19 төрлө мосолман дини ойошмаһы теркәлгән. 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙа, һыйыныу урыны эҙләп, Данияға бик күп мосолмандар килә. Улар башлыса Ирандан, Ираҡтан килгәндәр, Фәләстин, Сомали һәм Босния сығышлы. Дания мосолмандарының дөйөм һанынан яҡынса 40 процентын мосолман илдәренән килгән ҡасаҡтар тәшкил итә[8].
Беренсе мосолман мәктәбе 1978 йылда Хельсингерҙа төҙөлгән. Бөгөнгө көндә Данияла 20-гә яҡын мәҙрәсә эшләй, уларҙың күпселеге ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан. 1980-се йылдарҙа урду, төрөк, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә һөйләшеүселәр өсөн мәктәптәр төҙөлә. 1990-сы йылдарҙа Сомали, Фәләстин һәм Ираҡ балалары өсөн мәктәптәр төҙөлә. Иң ҙур мәктәп Нёрреброла — 410-ға яҡын студент уҡый.
2005 Йылда Данияла «карикатура ғауғаһы» сыға. Jyllands-Posten гәзите Мөхәммәт Пәйғәмбәргә 12 карикатура баҫтырып сығара . Карикатуралар баҫылыуы Дания халҡы араһында ғына түгел, унан ситтә лә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Jyllands-Posten гәзите белдереүенсә, баҫылған һүрәттәр ғәмәлдә һүҙ азатлығы практикаһын ғына күрһәтә. Ун бер ислам дәүләтенең сит ил эштәре министрлыҡтары Дания хөкүмәтенән баҫылып сыҡҡан карикатуралар өсөн ғәфү үтенеүҙе талап итә. Дипломатик протестар артынса Дания тауарҙарына бойкот иғлан ителә.