Дарыу үҫемлектәре

Дарыу үҫемлектәре — кеше һәм мал-тыуарҙы дауалау һәм профилактика үткәреү өсөн ҡулланыла торған үҫемлектәрҙең ҙур бер төркөмө.

Башҡортостанданда үҫкән ҡырағай дарыу үҫемлектәренең 120 төрө фәнни медицинала һәм 200-ҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Элек-электән файҙаланылыуына ҡарамаҫтан, Октябрь революцияһына тиклем улар махсус рәүештә тикшерелмәгән.

1933 йылда 40 тонна ашыу бесәй үләне әҙерләнелеүе һәм сит илгә оҙатылыуы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем дарыу үҫемлектәренең 50-нән ашыу төрө йыйылған, һуғыш йылдарында уларҙы әҙерләү күпкә артҡан.

Дарыу үҫемлектәрен күп кенә ботаниктар (А. Э. Линд, М. И. Котов, Е. Н. Клобукова-Алисова, Л. Л. Куликова, А. Э. Мулдашев һ. б.), фармакологтар (И. А. Лерман, Д. Н. Лазарева, Н. А. Кузнецова, З. Я. Лагно, Ф. С. Зарудий, Х. М. Насиров һ. б.) өйрәнгән.

Башҡоротостанда ғилми тикшеренеүҙәр РФА ҒҮ Биология институтытында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт аграр университетында үткәрелә.

Күп кенә ҡырағай үҫемлек төрҙәренең запасы өйрәнелгән, уларҙы рациональ файҙаланыу режимы эшләнгән (Е. В. Кучеров, А. Х. Ғәлиева, И. Б. Ғофранова, В. З. Ғүмәров һәм башҡалар).

Фармакология хеҙмәте һәм ҡулланыусылар кооперацияһы етәкселегендә йыл һайын 500 т алып 1000 т тиклем дауа сеймалы йыйыла. Башлыса һары умырзая, имән ҡайырыһы, ябай мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, гөлйемеш, ҡалҡанут, кесерткән һ. б. файҙаланыла.

Дарыу үҫемлектәренең һаҡлау өсөн Башҡортостанда 12 заказник ойошторолған.

Дарыу үҫемлектәрен файҙаланғандв зыян булмаһын өсөн уларҙы йыйыу, киптереү, һаҡлау, ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Ағыулы, үтә көслө тәьҫир итеүсе үҫемлек дауаларын дарыуханаларҙа әҙерләтеү зарур.

Күп кенә дарыу үҫамлектәре менән ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклем балаларҙы дауаларға ярамай.

Ҡайһы бер ауырыуҙары булғандарға бер төркөм дарыу үҫемлектәр дауаһын ҡулланыу тыйыла.