Датум | |
Датум Викимилектә |
Датум (лат. DatumDatum) — референц-эллипсоидты локаль географик координаттарға күсереү һәм үҙгәртеү өсөн файҙаланылған параметрҙар йыйылмаһы.
«Датум» төшөнсәһе геодезия һәм картографияла аныҡ урында геоидҡа яҡшыраҡ алмаштырып ҡуйыу өсөн файҙаланыла. Референц-эллипсоидты күсәрҙәр буйлап күсереү өсөн датум бирелә: X, Y, Z, шулай уҡ координаттарҙың тура мөйөшлө системаһын күсәрҙәр киңлегендә rX, rY, rZ мөйөштәренә бороу өсөн. А һәм f референц-эллипсоидтың параметрҙарын белергә кәрәк, был осраҡта а — ҙур ярымкүсәрҙең үлсәме, f — эллипсоидты ҡыҫыу.
GPS-приемниктарҙа, ГИС-системаларҙа һәм ниндәй ҙә булһа локаль координат селтәрен файҙаланғанда картографияла датумдарҙы йышыраҡ ҡулланырға тура килә. Бындай системаларҙа координаттарҙы бер датумдан икенсеһенә үҙгәртеү, дөйөм алғанда, автоматик рәүештә башҡарылыуы ихтимал. Датумды дөрөҫ ҡуймау (йәки уны дөрөҫ итеп үҙгәртмәү) һөҙөмтәлә урынды билдәләгәндә, бер нисә метрҙан алып, хатта йөҙ метрға тиклем горизонталь һәм вертикаль хаталарға килтерә. .