Дағстан дәүләт педагогия университеты

Дағстан дәүләт педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1917
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
почётная грамота Президиума Верховного Совета РСФСР
Рәсми сайт dgpu.net/ru/
Карта

Дағстан дәүләт педагогия университеты (ДГПУ) — Махачҡала ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто , Дағстандың иң эре университеттарының береһе.

РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советының 1943 йылдың 1 ноябрендәге 903-сө ҡарары һәм ДАССР халыҡ комиссарҙары Советының 1944 йылдың 29 июнендәге 459-сы ҡарары нигеҙендә, Дағстандың төп милләт ҡыҙҙарынан республиканың ете йыллыҡ мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсаты менән ойошторола. Институт 1944 йылдың 1 октябренән эшләй башлай.

Студенттар һаны 15 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Университеттың республикала Дербент ҡалаһында 1 филиалы бар. Юғары уҡыу йорто структураһында 5 институт, 15 факультет, 70 кафедра, 2 вуз-ара үҙәк, 42 һөнәр буйынса аспирантура, 5 ғилми лаборатория, 4 һөнәр буйынса диссертация советы бар.

ДАССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 31 июлендәге указы менән Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар институтына Дағстандың халыҡ шағиры Г. Цадаса исеме бирелә.

ДАССР халыҡ комиссарҙары Советының 1954 йылдың 4 авгусындағы 285-се ҡарары нигеҙендә Дағстан дәүләт ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар институты Дағстан дәүләт ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты тип үҙгәртелә.

1964 йылда ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты Дағстан дәүләт педагогия институты[3], ә 1994 йылда Дағстан дәүләт педагогия университеты[4] тип үҙгәртелә.

1972 йылда педагогия институты мәғарифты һәм оҙаҡ йылдар педагогик традициялар үҫтереүҙә юғары ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы һәм «50-лет СССР» юбилей миҙалы менән бүләкләнә.

Мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко «100 наций» журналында Дағстан дәүләт педагогия университетын студенттар һаны буйынса бөтә Көньяҡ федера́ль о́кругта икенсе тип атай.

2008 йылда университет «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто» Бөтә Рәсәй милли Регистрға индерелеп Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә[5].

Университет 34 һөнәр буйынса дипломлы белгестәр әҙерләй, 9 йүнәлештә бакалаврҙар һәм 4 йүнәлештә магистрҙар әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.

Уҡытыусылар составында 1500-ҙән ашыу уҡытыусы иҫәпләнә, уларҙың 262-һе — фән докторы, 694-е — фән кандидаты һәм доцент.

Факультеттары
  • Биология, химия һәм география
  • Дағстан филологияһы
  • Мәктәпкәсә белем биреү
  • Сит телдәр
  • Тарих
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт
  • Башланғыс класс
  • Хоҡуҡ
  • Социаль педагогика һәм психология
  • Махсус (дефектолог) белем биреү
  • Профессиональ-педагогика һәм технология
  • Идара итеү
  • Физика, информатика һәм математика
  • Физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге
  • Филология
  • Художество-графика
Институттары
  • Дефектология, клиник психология һәм инклюзив белем биреү ғилми-тикшеренеү институты.
  • Дөйөм һәм органик булмаған химия ғилми-тикшеренеү институты.
  • Филология ғилми-тикшеренеү институтының.
ДГПУ филиалдары
  • Дербент ҡалаһында филиал

Ректорҙары

1931—1933 — Шанавазов, Даниял Гасанагаевич[6]

1954—1987 — Магомедов, Әхмәт Магомед улы

1987—2006 — Исмаилов, Шәйех Ибраһим улы[7]

2006—2012 — Маллаев, Джафар Михайлович

2012—2013 — Шахов, Шахабас Курамагомедович

2013—2017 — Абдулаев, Магомед Имранович

2017— 2019 — Магомедова, Марина Гаджиевна[8]

2019— хәҙ. ваҡыт. — Федотова, Полина Яновна

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллаев, Шахмардан Гасан-Гусейнович (1911—1996) — СССР ҡумыҡ актеры, лак яҙыусыһы, драматург.

Гаджиев, Булач Имадутдинович (1919—2007) — СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм Дағстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры, яҙыусы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Магомедбекова, Загидат Магомедовна(1920—1999) — Дағстан белгесе.

Магомедов, Магомедали Магомедович (1930) — Дағстан Республикаһының Дәүләт Советы Рәйесе (1994—2006).

Алиева, Фазу Гамзатовна (1932—2016) — СССР һәм Рәсәй авар шағиры, Дағстандың халыҡ шағиры (1969), прозаик һәм публицист.

Казиева, Хамис Абдусаламовна (1932) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).

Маллаев, Джафар Михайлович (1949) — ғалим-дефектолог.

Гарунов, Аладдин Рамазанович (1956) — рәссам, скульптор, график.

Лапина, Светлана Михайловна (1978) — Рәсәй еңел атлеты.

Омарова, Патимат Омаровна (1974) — ғалим-дефектолог.

Ганачуева, Саният Ганачуевна (1977) — ирекле көрәш буйынса Рәсәйҙән беренсе донъя чемпионы (1995), Рәсәй чемпионы (1995), Европа беренселегенең көмөш призеры (1995).

Ракита, Марк Семенович (1938) — спортсы, фехтование буйынса (ҡылыс) 2 тапҡыр Олимпия чемпионы (1972 һәм 1964) һәм 2 тапҡыр Олимпиаданың көмөш призеры (1972 һәм 1968). 6 тапҡыр донъя чемпионы.

Назлымов, Владимир Аливерович (1945) — спортсы, фехтование буйынса (ҡылыс) 3 тапҡыр Олимпия чемпионы (1968; 1976, 1980); 2 тапҡыр Олимпиаданың көмөш призеры (1972 һәм 1976) һәм бронза призеры (1972). 10 тапҡыр донъя чемпионы.

Агабалаев, Мелик-Мамед Агабалаевич (1959) — рәссам.

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Постановление Совета Министров РСФСР № 1467 от 30 декабря 1963 г.
  4. Распоряжение Правительства Российской Федерации № 1691-Р от 11 сентября 1992 г.
  5. ДГПУ, Дагестанский государственный педагогический университет | Каталог вузов 2019 | портал Образование в России. Russiaedu. Дата обращения: 19 май 2019.
  6. Человек созидания. Дата обращения: 20 май 2019.
  7. Исмаилов Шейх Ибрагимович. Дата обращения: 20 май 2019.(недоступная ссылка)
  8. И.о. ректора ДГПУ объявлена Марина Магомедова | Черновик. Дата обращения: 20 май 2019.