Дебиторлыҡ бурысы (ингл. Accounts receivable (A/R)) — предприятие, фирма, компания үҙенә бурыслы булған предприятиеларҙан, фирмаларҙан, компанияларҙан, граждандарҙан, йәғни дебиторҙарҙан, алырға тейешле бурыстар суммаһы, был бухгалтер хисабы буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй стандарттарына тап килә.
Дебиторлыҡ бурысы, финанс хисапламалығының халыҡ-ара стандарттарына ярашлы, компанияның һатып алыусыларҙан (дебиторҙарҙан) алаһы суммаһы тип билдәләнә.
Дебиторлыҡ бурысы уның ҡайтарылыу мөҙҙәтенә бәйһеҙ рәүештә компанияның әйләнештәге активтарына инә.
Дебиторлыҡ бурысының әйләнеүсәнлеге (receivables turnover ratio — RTR) — реализациялауҙан алынған төшөмдөң алынаһы иҫәптәрҙең уртаса суммаһынан шикле позицияларға тәғәйенләнгән резервтарҙы алғандан ҡалғанға нисбәте.
RTR = (кредитҡа һатыу йә төшөм) / (уртаса дебиторлыҡ бурысы).
Дебиторлыҡ бурысына идара итеү — финанс менеджментының айырым функцияһы, уның төп бурысы булып компанияның табышын иҡтисади ҡорал булараҡ дебиторлыҡ бурысын һөҙөмтәле файҙаланыу иҫәбенә арттырыу тора.
Заманса коммерция ойошмаһында идара итеүгә түбәндәгеләр ҡатнаша:
Дебиторлыҡ бурысының ликвидлығы һәр ойошма өсөн тиерлек төп мәсьәләгә әйләнә. Үҙ сиратында ул бер нисә мәсьәләгә бүленә: ҡулай күләм, әйләнеүсәнлек, дебиторлыҡ бурысының сифаты.
Был мәсьәләләрҙе хәл итеү дебиторлыҡ бурысына квалификациялы идараны талап итә. Дебиторлыҡ бурысын ҡайтарып алыу сараларын тормошҡа ашырыу предприятиеның эске резервтары иҫәбенә һөҙөмтәлелекте күтәреү юлы булып тора.