Де́мпинг (ингл. dumping — ташлау) — тауарҙы тышҡы һәм эске баҙарҙа ташламалы, яһалма рәүештә килешенгән, донъя баҙарындағы уртаса ваҡлап һатыу хаҡына ҡарағанда ла кәметеп, кайһы ваҡыт үҙ ҡиммәтенән дә арзаныраҡ хаҡҡа һатыу. Тауар, валюта, социаль демпингтар айыпып ҡарала. Тауар демпингы сит илгә тауар сығарыуҙы киңәйтеү, конкуренттарҙы баҙарҙан кыҫырыҡлап сығарыу юлы менән баҙарға үтеп кереү өсөн үткәрелә. Баҙарҙа тотроҡло хәлгә ирешкән осраҡта ла, ағымдағы зыянды ҡаплауға иҫәп тотоп, дәүләт һәм компанияләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Конкуренттарын кыҫырыҡлап сығарғансы йәки улар менән килешүҙәр төҙөүгә ирешкәнсе фирмалар һәм дәүләт йыш ҡына, бер тапҡыр булһа да, ҡыҫҡа вакытлы демпинг сараһы ҡуллана. Демпинг шулай уҡ кәрәкле аҡса һәм валюта средстволарын тиҙерәк алыу ысулы булараҡ та файҙаланыла. Демпинг объекты булып торған илдәрҙә милли сәнәғәтте үҫтереүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелә.
Демпинг нәтижәһендә Рәсәйҙә еңел сәнәғәт фабрикалары, ҡошсолоҡ фабрикалары үҙ продукцияларын һата алмайынса, етештереү күләмен ҡыҫҡартырға йәки бөтөнләй түҡтатырға мәжбүр була. Илдең сәнәғәтен яҡлау өсөн, донъя күләм иҡтисади практикала демпингға ҡаршы закондар, махсус пошлиналар керетеү һ. б. каралган. Рәсәй тауарҙарына ҡарата 2002 йылда Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы тарафынан керетелгән 126 демпинг сикләүенең 15-кә яҡыны көкөртлө нефть, нефть продукттары, тире һәм күн әйберҙәр, авиация техникаһы сығарыу һ. б. ҡағыла.
Уҙ илдәрендәге етештереүҙе яҡлау өсөн, бер төркөм Европа илдәре тарафынан шул илдәр араһында сығарыла һәм керетелә торған тауарҙың хаҡын көйләүсе тариф килешүе төҙөлә.
Бер үк төрҙәге оҡшаш продукция етештереүсе фирмалар һәм компаниялар араһында конкуренция ваҡытында демпинг буйынса тауар һатыу эске баҙарҙа да ғәмәлгә ашырылырга мөмкин.