Джессика Харрисон | |
франц. Jessica Harrison | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Франция[1] Бөйөк Британия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | Jessica Rose Harrison[1] |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Шеффилд[d], Саут-Йоркшир[d], Йоркшир и Хамбер[d], Англия, Бөйөк Британия |
Внебрачный партнёр | Кароль Пеон[2] |
Һөнәр төрө | триатлет |
Спорт командаһы ағзаһы | Poissy Triathlon[d] |
Сексуаль йүнәлеш | лесбиянство[d][2][3] |
Спорт төрө | триатлон[d] |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Олимпиада уйындары 2012 |
Джессика Харрисон Викимилектә |
Джессика Харрисон (ингл. Jessica Harrison; 27 октябрь 1977, Шеффилд, Йоркшир һәм Хамбер) — инглиз сығышлы француз триатлонисы, триатлон буйынса күп тапҡыр Франция чемпионы. Ике олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
Джессика Харриссон 5 йәшендә йөҙөү менән шөғөлләнә башлай. Бынан тыш ул атаһы менән тау велосипедында шыуа, был һөҙөмтәлә уны 11 йәшендә триатлонға алып килә[4]
Джессика Франция йыйылма командаһына индерелә, уның менән Стефани Диназ-Гро күнекмәләр үткәрә. 2008 йылдың Йәйге олимпия уйындарында Пекинда Джессика 12-се урынды биләй, ә дүрт йылдан һуң Лондон уйындары ҡатнашыусыһы була[5].
Харрисон һәм Пеон Кароль олимпия дистанцияһында 2009 Франция чемпионы титулына төп дәғүә итеүселәр була[6]. Шул саҡта Пеон Харрисондан һуң икенсе урын алып, титул яулай, ә Харрисон әле гражданлыҡ алмаған була[7] . Был юлы спортсылар шул уҡ тәртиптә финишҡа килә, ә Харрисон беренсе титулды яулай.
Джессика Харрисон Лондонда Донъя кубогында этапта 32-се урын алғандан һуң 36 йәшендә үҙ карьераһын тамамлай[8].
Профессиональ спорт карьераһы менән бер рәттән Джессика Халыҡ-ара триатлон федерацияһының һәм Европа триатлон федерацияһының вәкиле булып тора. Ул Францияның Олимпия комитеты ҡарамағындағы юғары кимәлдәге спортсыларҙың Милли комитеты, шулай уҡ FFTri Милли спорт комиссияһы ағзаһы булып тора[9].
Ул 2018 йылдың апрель айынан Мартен Фуркад рәйеслеге аҫтында ун һигеҙ кешенән торған спортсылар комиссияһына инә. Улар 2024 йылда буласаҡ Олимпия һәм Паралимпия уйындарына әҙерлек өҫтөндә эшләй[10].
Джессика Харрисон Кароль Пеон менән мөнәсәбәттә тора[11][12]. 2010 йылда ул Пеон менән бергә махсус Triathlète журналы өсөн спортта, башлыса триатлонда гомосексуализмға арналған доклад менән сығыш яһай[13].
Ул «Mako» аҙыҡ-түлек компанияһы хужаһы[14].