Джиованни дель Плано Карпини (Плано Карпини) | |
da Pian del Carpine | |
Тыуған көнө |
яҡынса 1182 |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Эшмәкәрлеге |
сәйәхәтсе |
Джиованни дель Плано Карпини Викимилектә | |
Джиованни дель Плано Карпини, Плано Карпини (итал. da Pian del Carpine, лат. Iohannes de Plano Carpini) — XIII быуатта йәшәгән итальян монахы, сәйәхәтсе, Европала йәшәүселәр араһында беренсе булып Монголдар империяһына барып ҡайтыусы.
1245 йылда монголдар («татарҙар») тураһында мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында Үҙәк Монголияға хан ставкаһына сәфәргә сыға. Маршруты Волга буйы, Харәзм, Етеһыу һәм Тарбағатаә аша үтә. 1247 йылда сәйәхәте тураһында 9 бүлектән торған ҡулъяҙма рәүешендә «Монголдар тарихы» китабын Рим папаһы Иннокентий IV тапшыра. Монголдар тарафынан буйһондоролған Волга буйы халыҡтары араһында «баскарттарҙы», йәғни башҡорттарҙы ла телгә ала. Китаптың йөкмәткеһенән күренеүенсә, монголдар, мордва халҡын һәм Волга буйы Булғарияһын буйһондорғандан һуң, «Баскарт ерен» тотошлай баҫып ала. Плано Карпини «Баскарт ерен» «Бөйөк Венгрия» менән тиңләй (ҡара Магна Һунгария)[1].
Был сәйәхәтсе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |