Джованни Лоренцо Бернини | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Работы |
Джованни Лоренцо Бернини (Джан Лоренцо Бернини; Джованни Лоренцо Бернини; 7 декабрь 1598 йыл, Неаполь — 28 ноябрь 1680 йыл, Рим) — Италия архитекторы һәм скульпторы. Үҙ заманының күренекле архитекторы һәм әйҙәүсе скульпторы була, скульптурала барокко стилен булдырыусы тип һанала.
«Шекспир драма өсөн кем булһа, Бернини скульптура өсөн шул була: бер төрлө манераһы һәм күреү һәләте булған беренсе дөйөм Европа скульпторы, уның тәьҫире бигерәк тә көслө була[8]. Бынан тыш, рәссам (күбеһенсә ваҡ майлы әҫәрҙәр) һәм театр эшмәкәре була: пьесалар яҙа һәм ҡуя (күбеһенсә карнавалдар өсөн һәм сатирик пьесалар), уларҙа уйнай, хатта декорациялар һәм театр машиналарының проектын эшләй. Лампалар, өҫтәлдәр, көҙгөләр, хатта кареталар кеүек декоратив әйберҙәр эшләүгә лә ваҡыт бүлә. Архитектор һәм ҡала төҙөүсеһе булараҡ сиркәүҙәр, капеллалар, донъяуи биналар проектлай, архитектура менән скульптураны берләштергән ҙур объекттар, мәҫәлән, йәмәғәт фонтандары һәм ҡәбер таштары проектлай. Шулай уҡ ерләү һәм карнавалдар өсөн төҙөлгән ваҡытлы ҡоролмалар серияһы (һылап һәм ағастан эшләнгән) менән билдәле.
Архитектурала Рим бароккоһы барлыҡҡа килеүҙә Бернини, уның замандаштары архитектор Франческо Борромини һәм рәссам һәм архитектор Пьетро да Кортона төп роль уйнай.
Неоклассицизм осоронда барокко тәнҡит утына тотола, шул сәбәпле Бернини һәм башҡа оҫталар онотола. Тик ун туғыҙынсы быуат аҙағында ғына сәнғәт тарихсылары сәнғәт әҫәрҙәрен мәҙәни контекста (тотош мәҙәниәт үҫеше менән бәйләп) аңлай башлай һәм Берниниҙың ҡаҙаныштарын таный, уның абруйын ҡайтара. Сәнғәт тарихсыһы Говард Хиббард ун етенсе быуатта «Бернини менән сағыштырырлыҡ скульптор ҙа, архитектор ҙа булмай» тигән һығымта яһай[9].
Бернини 1598 йылда Неаполдә скульптор- маньерист Пьетро Бернини менән Анжелика Галанте ғаиләһендә Флоренцияла тыуған. Уларҙың өс балаһының алтынсыһы була[10][11]. 1606 йылда һигеҙ йәшендә атаһы менән Римға бара, унда Пьетро бер нисә эре проектта ҡатнаша[12]. Талантлы малайға рәссам Аннибале Карракчи һәм Рим папаһы Павел V иғтибар итә, тиҙҙән уны папаның туғаны— кардинал Сципион Боргезе үҙ ҡанаты аҫтына ала. Бернини тәүге әҫәрҙәрен Боронғо Греция һәм Рим классик скульптура сәнғәте өлгөләренән илһам алып булдыра.
Бай һәм ҡеүәтле кардинал Боргезе ярҙамы менән йәш Бернини тиҙ арала күренекле скульптор булып китә. Кардинал өсөн тәүге эштәре араһында — Боргезе виллаһы өсөн „Амалфея сабый Зевс һәм йәш сатир менән“ баҡса скульптураһын һәм бер нисә аллегорик бюсты, шул иҫәптән „Ләғнәтле йән“ һәм „Фатихалы йән“ тигән әҫәрҙәрен атап китергә була. Егерме ике йәшендә Бернини инде папаның үҙен һүрәтләрлек һәләтле скульптор тип һанала. Бернини булдырған папа Павел V бюсы хәҙер Гетти музейында һаҡлана.
1623 йылда, кардинал Маффео Барберини папа тәхетенә Рим Папаһы Урбан VIII сифатында менеп ултырғандан һуң, Бернини Барберини ғаиләһе ҡанаты аҫтына эләгә, был оҫтаның мөмкинлектәрен киңәйтә. Был ваҡытта ул шәхси резиденциялар өсөн скульптуралар һынландырып ҡына ҡалмай, ә скульптор, архитектор һәм ҡала төҙөүсеһе булараҡ ҡала масштбыннда ла ҙур роль уйнай[13]. Быны уның рәсми вазифалары дәлилләй — „папа сәнғәте коллекцияһын һаҡлаусы, Сант-Анжело замогындағы папа ҡойоу заводы директоры, Пьяцца-Навоналағы фонтандар начальнигы“»[14]. Был яҙмалар Берниниға үҙенең күп яҡлы һәләтен бөтә ҡала буйлап күрһәтеү мөмкинлеген бирә. 1629 йылда Карло Мадерно вафат булғандан һуң Бернини Изге Петр базиликаһының баш архитекторы итеп тәғәйенләнә, уның ижады һәм художестволы ҡарашы Римдың символик йөрәгендә урын ала тиергә була.
Архитектура өлкәһендә мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, Бернини портреттарының яҡшырыуын һәм моделдәрендә күргән шәхси үҙенсәлектәрҙе еткереү һәләтен дәлилләгән сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итеүен дауам итә. Ул осор әҫәрҙәре араһында Рим Папаһы Урбан VIII бюстары, Франческо Барберини бюсы һәм бигерәк тә Сципион (Шипионе) Боргезеның ике бюсы бар.
Мәрмәр портреттар тураһында һүҙ барғанда, Констанца Буонарелли бюсы тураһында иҫкә алырға кәрәк. Берниниҙың үҙ ярҙамсыларының берһе Матео Бонучеллиҙың Констанция исемле ҡатыны менән бәйләнеше була. Бернини уны үҙенең туғанынан көнләшеп, туғанын ҡаты туҡмай һәм ҡатындың йөҙөн киҫкәләү өсөн хеҙмәтсе ебәрә. Бик ҙур ғауға ҡупҡан, әммә Рим Папаһы Урбан VIII был эшкә ҡыҫылып, Бернини штраф түләп кенә ҡотолған. Хеҙмәтсе лә, зина ҡылыуҙа ғәйепләнгән Констанция ла төрмәгә ябыла[15]. Бернини 1639 йылдың майында ғына өйләнә, 41 йәшендә ул егерме ике йәшлек Катерина Тезио менән килешеү төҙөй. Уларҙың ун бер балаһы тыуа, шул иҫәптән атыһының беренсе биографы Доменико Бернини була[16].
1655—1667 йылдарҙа Рим папаһы булған Александр VII Рим ҡалаһын бөтә донъяға билдәле һоҡланғыс баш ҡала итеп төҙөкләндерергә ҡарар итә. Бернини был осрҙа биналар төҙөү һәм улар янындағы тирә-йүнде тәртипкә килтереү проекттары менән мәшғүл була. Папа Берниниға Изге Петр соборы алдындағы майҙанды биҙәүҙе ышанып тапшыра. Ике ярымтүңәрәк колоннада овал формалағы амфитеатрҙы барлыҡҡа килтерә, был Рим папаһының халыҡ алдына сығыу мәлен тантаналы сараға әйләндереүгә, Ватикандың ҡөҙрәтен күрһәтеүгә ярҙам итә[17][18][19].
Был осорҙа Бернини вағыраҡ заказдар ҙа үтәй (Сант-Андреа-аль-Квиринале, Ариччала Санта-Мария дель Ассунцьоне).
1665 йылдың апрелендә Римдың иң күренекле рәссамы булараҡ, Бернини Рим папаһы Александр VII һәм Франция король һарайы баҫымы аҫтында Людовик XIV заказын үтәү өсөн Парижға китә, королгә Луврҙағы эштәрҙе тамамлау өсөн архитектор кәрәк була. Бернини ярты йыл самаһы Парижда эшләй. Король яраны Поль де Шантелу Берниниҙы оҙатып йөрөй һәм тәржемәсе ролен башҡара. Берниниҙың Париждағы тормошо тураһында ул ентекле көндәлек алып бара һәм унң һәр һүҙен тиерлек теркәргә онотмай[20].
Бернини Парижда ныҡ популяр була, ул урамдан үткәндә уның артынан бик күп халыҡ эйәреп йөрөй. Ләкин бында унан король ярандары ныҡ көнләшә һәм оҫтаға үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Бернини Италия сәнғәтен һәр саҡ маҡтап, Франция сәнғәтен кәмһетеп һөйләй, бынан тыш уның проекттары хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ йәһәтенән королгә оҡшамай.
Париждан ҡайтҡас, Бернини Александр VII заказы буйынса Санта-Мария-дель-Пополо сиркәүендә Чиги капеллаһын (Александрҙың ғаилә капеллаһын) биҙәү өҫтөндә, атап әйткәндә, пәйғәмбәрҙәр Аввакум һәм Даниил һындарын эшләй. 1668 йылда Бернини 1654 йылда башланған Бөйөк Константиндың атлы статуяһын тамамлай. Статуя Скала Редж (Регия) баҫҡыстарындағы нишаға урынлаштырылған һәм императорға ебәрелгән илаһи асыш мәлен һүрәтләгән, бынан һуң ул мөһим еңеү яулаған һәм христианлыҡты эҙәрлекләүҙе туҡтатҡан[21]. Изге Петр базиликаһында Рим папаһы Александр VII кәшәнәһе оҫтаның тамамлап өлгөргән һуңғы ҙур эше була. Скульптура төркөмөнә тубыҡланған Александр, дүрт ҡатын-ҡыҙ фигураһы (мәрхүмдең яҡшы сифаттарын һүрәтләй), ҡом сәғәте тотҡан Үлем инә[22]. Э. Панофски һүҙҙәре буйынса, был һәйкәл Европалағы ерләү йолаһына бәйле сәнғәттең иң юғары нөктәһе була, уның ижади оҫталығын унан һуң килгән оҫталар уҙып китергә өмөт тә итә алмай[23].
Бернини Римдә 1680 йылда вафат була. Ул ата-әсәһе янында, Санта-Мария-Маджоре сиркәүендә, бер ниндәй һәйкәлһеҙ ерләнгән. Төп алтарь һәм киворийҙың уң яғында ике мәрмәр баҫҡыс бар. Иҙән плитаһында ғаилә гербы урынлашҡан, ә аҫҡы баҫҡыста латинса: «Иоанн Лоранций Бернини — Decus Artium et Urbis — Hic Humiliter Quiescit» (Джованни Лоренцо Бернини, сәнғәт һәм ҡаланың даны, бында тыйнаҡ ял итә) тип яҙылған.
Джованни Лоренцо Бернини Викимилектә | |
Джованни Лоренцо Бернини Викияңылыҡтарҙа |