Джон Майтон | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 2 октябрь 1957[1] (67 йәш) |
Тыуған урыны | Гамильтон[d], Онтарио[d], Канада |
Һөнәр төрө | математик, драматург, актёр, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | математика[2], әҙәбиәт[2] һәм драма[d][2] |
Эш урыны | Торонто университеты |
Уҡыу йорто |
Торонто университеты Университет Макмастера[d] |
Ғилми етәксе | John Scott Bland[d][3] |
Строка принадлежности | JUMP Math[4] |
Ҡатнашыусы | Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
![]() |
Джон Майтон (ингл. John Mighton; 6 октябрь 1957 йыл) — Канада яҙыусыһы, драматург, сценарист, математик, педагог, эшҡыуар һәм менеджер; математикала ҡыйынлыҡтар кисергән балаларҙы уҡытҡан JUMP Math (Junior Undiscovered Math Prodigies) ойошмаһын һәм программаһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Джон шулай уҡ Филдс институтында эшләй[5][6][7][8].
Джон Майтон 1957 йылдың 6 октябрендә Канаданың Онтарио провинцияһындағы Гамильтон ҡалаһында тыуған[5][6].
Ун бер йәштә математик булыу хыялын тыуҙырған ике китап уҡый[9]. Был фән уға мөғжизәле, матур һәм аңлауға ябай күренә[9]. Әммә һигеҙенсе синыфта уҡыған ваҡытта, математикала уңыштар өсөн уның таланттары түбән булғанға, уҡытусыһы малыйҙың теләгенә критик рәүештә ҡарай, һәм Джон үҙ хыялы тураһында мәңгегә оноторға хәл итә[9].
1978 йылда Торонто университетында бакалавр дәрәжәһен, аҙаҡтан Макмастер юғары уҡыу йортонда философия магистры дәрәжәһен ала[5][6][10].
Философия уның тәүге ҡыҙыҡһынған фәне була[5], Макмастер университетында философия буйынса лекциялар уҡый[7].
Яҙыусы эшмәкәрлегенә уны Сильвии Плат әҫәрҙәрен уҡыу дәртләндерә[5][6]. Джон Possible worlds[en], The Little Years, Body & Soul, Scientific Americans, A Short History of Night, Half Life пьесаларын һәм башҡа әҫәрҙәр яҙған.
1997 йылда IMDB версияһы буйынса 250 иң яҡшы фильмдар исемлегенә кергән «Умница Уилл Хантин» фильмында ҙур булмаған ролде башҡара[5].
Күренекле драма әҫәрҙәрен яҙыусы булып танлғас һәм бер-нисә бүләк алғас, Торонто университетына ҡайта, шунда 2000 йылда математиканан доктор диссертацияһын яҡлай[5][7].
2001 йылда Майтон «Possible Worlds»[en] фильмына үҙенең пьесаһы буйынса сценарий яҙа[5][7].
1998 йылда Джон Майтон бер үҙе өйөндә эшләгән математикаға уҡытыу программаһын башлап ебәрә[11][12]. Проект өсөн тәүге күргәҙмә материалдарын уның ҡыҙы Хлоя (ингл. Chloe) уйлап сығара[9][13]. 1999 йылда программа Junior Undiscovered Math Prodigies исемен ала[9]. Проектҡа Майтондың дуҫтары саҡырыла, һәм улар бер-нисә уҡыусылар төркөмдәре өсөн дүрт аҙналыҡ эксперименталь курстар үткәрә[9]. Тикшереүҙәрҙән һуң алынған күрһәткестәр Джон Майтонды дөйөм милли программа төҙөүгә дәртләндерә[9]. 2002 йылда Канадала JUMP Math исеме аҫтында хәйриә ойошмаһы теркәлә[11][14]. 2011 йылға шундай уҡ статусты АҠШ һәм Бөйөк Британия илдәрендә ала[11][12].
Джон Майтон шулай уҡ бер-нисә китап яҙа: «Мөмкинлек мифы: Һәр балала математик талант тәрбиәләү» (ингл. The Myth of Ability: Nurturing Mathematical Talent in Every Child; 2003) һәм «Әҙәпһеҙлек аҙағы еткән: Үҙебеҙҙә кеше потенциалын үҫтерәбеҙ» (ингл. The End of Ignorance: Multiplying Our Human Potential; 2007)[7].
Ҡатыны Памела Синха (ингл. Pamela Sinha) һәм ҡыҙы Хлоя (ингл. Chloe) менән бергә Канадала Торонто ҡалаһында йәшәй[6][9].
Джон Майтон драма әҫәрҙәре яҙыу, театр, математика, педагогика һәм социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге өлөшө өсөн күп бүләктәр һәм премиялар ала[5].
1988 («Scientific Americans» өсөн) һәм 1989 («A Short History of Night» өсөн) йылдарҙа Дора Мейвор Мур (ингл. Dora Mavor Moore Award) исемендәге премияларға лайыҡ була[5].
1992 йылда «Possible Worlds»[en] һәм «A Short History of Night» пьесалары өсөн генерал-губернатор премияһын ала[5][6][7]. 2005 йылда ул «Half Life» драмаһы өсөн икенсе генерал-губернатор премияһына лайыҡ була[5][6][7].
Шул уҡ 1992 йылда «A Short History of Night» өсөн 25 мең АҠШ доллары кимәлендә Чалмерс премияһын (ингл. Floyd S. Chalmers Canadian Play Award) ала[6].
Быуындар теорияһын тикшереү өсөн постдокторантура NSERC грантын ала[6][10].
2004 йылда JUMP Math проекты менән социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Майтон эшен Ашока фонды билдәләп сыға[9]
2005 йылда 100 мең АҠШ доллары ҙурлығында Симиновичтар театр премияһына (ингл. Siminovitch Prize in Theatre) лайыҡ була[5][6][7].
2010 йылдың 30 июнендә Канада ордены офицерҙары сафына инә[6][15].
2015 йылда Шваба фонды Лжон Майтонды йыл эшҡыуары тип билдәләй[8].