Джон Мьюр | |
John Muir | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Данбар, Көнсығыш, Шотландия, Британия империяһы |
Вафат көнө |
24 декабрь 1914 (76 йәш) |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер |
Висконсин-Мэдисон университеты |
Ниндәй өлкәлә танылған |
тәбиғәт фәндәре белгесе, ҡырағай тәбиғәте ҡурсалаусы |
Автограф | |
Биологик систематика | |
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «J.Muir» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Шәхси бите |
Джон Мьюр (ингл. John Muir; 21 апрель 1838 йыл — 24 декабрь 1914 йыл) — АҠШ-тың тәбиғәт фәндәре белгесе, яҙыусы һәм ҡырағай тәбиғәте ҡурсалаусы Уның хаттары, эсселары һәм китаптары тәбиғәтте өйрәнеү, башлыса Калифорниялағы Сьерра-Невада тауҙары хаҡында һөйләй.
Джон Мьюр 1838 йылдың 21 апрелендә Британия империяһы Шотландияның Данбар ҡалаһында Дэниэль Мьюр һәм Эни Гилрой ғаиләһендә тыуған. 1849 йылда Мьюрҙар ғаиләһе АҠШ-ҡа эмиграцияға китәләр, тәүҙә Висконсин штатының Портэйдж ҡалаһы янындағы фермала йәшәйҙәр[1].
Джон Мьюрҙың әҫәрҙәре уҡыусыларҙы, шул иҫәптән президенттарҙы һәм конгрессмендарҙы, илһамландырған һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса эштәрҙең уңышлы һөҙөмтәләргә килтереүенә булышлыҡ иткән. Уның әүҙем ҡатнашлығында Йосемити, Секвойя һәм башҡа парктар төҙөлөп ҡырағай тәбиғәт мөйөштәре һаҡлап ҡалына. Джон Мьюр 1892 йылда Sierra Club ойошмаһына нигеҙ һала һәм уның президенты була. Һуңынан ул АҠШ-та иң әһәмиәтле экологик ойошмаларҙың береһе булып китә.
Мьюрға арнап Аляскала боҙлоҡ һәм Калифорнияла яр буйы аталған. 2005 йылда АҠШ-тың 50 штатының квотерҙар серияһында 520 400 000 дана тираж менән һәм Хаф-Доум ҡаяһы фонында Джон Мьюрҙың һүрәте менән 25 цент номиналындағы баҡыр никель тәңкә баҫылып сығарыла[2]
Джон Мьюр Викимилектә |