Джон Нокс | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Королевство Шотландия[d] |
Тыуған көнө | 1514[3][4] |
Тыуған урыны | Хаддингтон[d], Королевство Шотландия[d][5] |
Вафат булған көнө | 24 ноябрь 1572[3][6][7][…] |
Вафат булған урыны | Эдинбург, Королевство Шотландия[d][6][5] |
Ерләнгән урыны | Эдинбург соборы |
Хәләл ефете | Margaret Knox[d] һәм Margery Bowes[d] |
Балалары | Elizabeth Knox[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | дин белгесе, дин әһеле, яҙыусы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | модератор генеральной ассамблеи Церкви Шотландии[d][8] һәм модератор генеральной ассамблеи Церкви Шотландии[d][8] |
Уҡыу йорто |
Глазго университеты Сент-Эндрюсский университет[d] |
Кемдә уҡыған | Кальвин Жан |
Изображается на | John Knox[d] һәм The Preaching of Knox before the Lords of the Congregation, 10th June 1559[d] |
Джон Нокс Викимилектә |
Джон Нокс (ингл. John Knox; яҡынса 1510 йыл —24 ноябрь 1572 йыл.) — XVI быуатта пресвитериан сиркәүенә нигеҙ һалыусы шотланд дини реформаторы.
Джон Нокс Лотианда Хаддингтон ҡалаһы янында бай булмаған дворян ғаиләһендә тыуған. Шунда уҡ башланғыс мәктәптә белем ала[9]. 1522 йылда Глазго университетына, ә 1531 йылда – Сэнт-Эндрюс университетына уҡырға инә, унда билдәле теолог Джон Мэйджерҙа уҡый. Төп уҡыуынан тыш, Нокс Библия тарихын тикшереү менән ҡыҙыҡһына. Ул иврит, грек телдәрен белә, был уға дини текстарҙы өйрәнеүгә мөмкинлек бирә, шулай уҡ беренсе христиан философтарының, Августин һәм Иеронимдың хеҙмәттәрен өйрәнә. 1540 йыл башында уға католик руханийы дәрәжәһе бирелә һәм ул Лотиандың бер мәхәллә сиркәүендә хеҙмәт итә башлай.
Джордж Уишарт вәғәздәре йоғонтоһо аҫтында 1545 йылда Нокс протестантлыҡҡа күсә[10]. Ул Уишарт менән дуҫлаша һәм уны илдәр буйлап оҙатып йөрөй. Әммә 1545 йылдың аҙағында Уишарт кардинал Битон яҡлылар тарафынан ҡулға алына һәм тиҙҙән үлтерелә. Уишарттың үлеме өсөн үс итеп радикаль протестанттар Сент-Эндрюс һарайын баҫып ала һәм кардиналды үлтерә. Нокс Сент-Эндрюсҡа килә һәм протестант динен таратыусы сифатында уның карьераһы башлана.
1547 йыл аҙағында Сент-Эндрюс һарайы француз экспедицион корпусы тарафынан штурмлап алына, кардиналды үлтереүҙә ойоштороусылар, шулар менән бергә Джон Нокс та ҡулға алына һәм уларҙы Францияға хөкөм язаһын тултырып сығыу өсөн галераға ебәрәләр. Йыл ярым галерала хеҙмәт итеү дин таратыусының һаулығын ҡаҡшата, әммә уның ҡараштарын үҙгәртмәй. Бер ваҡыт француздар Ноксты протестантлыҡтан баш тарттырырға маташып, Дева Марияның һүрәтен үбергә мәжбүр итергә тырышалар, әммә ул уны диңгеҙгә ташлай һәм «Дева Мария үҙен үҙе ҡотҡарһын, ул бик еңел, йөҙөргә өйрәнер» тип әйтә.
1549 йылда Нокс азат ителә һәм Англияға китә, был ваҡытта унда Эдуард VI королдең әүҙем протестантлыҡ реформалары башҡарыла, был англикан сиркәүенә ныҡлы нигеҙҙәр һала. Нокс, рәсми сиркәү ойошмаһынан тыш, дин таратыу эшен дауам итә, Был ваҡытта инде уны англиканлыҡта һаҡланып ҡалған епископ системаһы ҡәнәғәтләндермәй. Нокс яйлап епископтарҙың махсус рухани дәрәжәһен инҡар иткән радикаль кальвинизм яғына күсә башлай.
1553 йылда Эдуард VI үлгәндән һуң инглиз тәхетенә католик ҡатын Мария I Тюдор ултыра. Был инглиз протестанттарының континентҡа китеүен мәжбүр итә. Нокс Швейцарияға китә, унда европа кальвинизмы үҙәге булған Женевала йәшәй. Әленән-әле Шотландияға бара. Был сәфәрҙәре ваҡытында күп һанлы Шотландия халҡын һәм дворяндарын, шулай уҡ абруйлы граф Аргайл, лорд Лорн һәм лорд Джеймс Стюартты протестантлыҡҡа ышандырыуға өлгәшә. Англиканлыҡтан яйлап алыҫлашып, Нокс Женевала тәҡдир мәсьәләһе өҫтөндә эшләй һәм «Трубный глас против чудовищного правления женщин» (англ. The First Blast of the Trumpet Against the Monstrous Regiment of Women) памфлетын баҫтырып сығара, бында ул дәүләттә хакимлыҡ иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың зыяны тураһында фекер менән сығыш яһай (иң элек үҙ ваҡытындағы Шотландия һәм Англия королеваларына адреслап), Нокс унда былай тип яҙа:
"Ҡатын-ҡыҙҙы теләһә ниндәй өлкә өҫтөнән, ҡала, милләт өҫтөнән етәксе вазифаһына ҡуйыу әшәке, тәбиғи булмаған, алланы яманлау була, был Алла ихтыярына һәм тәртипкә ҡаршы килә, һәм ахыр сиктә яҡшы тәртипте, бөтә изгелекте һәм ғәҙеллекте боҙа ." [11][12][13]
1557 йылда Нокс Францияға, Дьепҡа килә, унда Мария Тюдорҙың үлеме һәм тәхеткә Елизавета I ултырыуы тураһында ишетә. Англияла яңынан протестантлыҡ үҫешенә яйлы мөмкинлектәр асыла, әммә королева Елизавета I үҙенең биләмәләрендә «Трубный глас» авторының булыуын теләмәй. Королеваның уға Англияға ҡайтыуына рөхсәт итмәүен белгәс, Нокс «Англия, минән баш тартып, дуҫынан баш тарта» тип белдерә, һәм 1559 йылдың 2 майында Шотландияға килә.
1559 йылдың 11 майында Джон Нокстың Изге Иоанн сиркәүендәге католик ботҡа табыныусыларға һәм Шотландия регенты Мария де Гиздың законһыҙ хакимлығына ҡаршы вәғәзе ҡала халҡының ихтилалына сәбәпсе була, ул Шотландияның икенсе өлкәләренә лә тарала һәм тиҙҙән протестантар революцияһына әүерелә. Баш күтәреүселәргә эре шотланд барондары (Аргайл, лорд Джеймс Стюарт, һуңыраҡ – Шателеро һәм Хантли) ҡушыла, армия төҙөлә, ул Эдинбургты баҫып ала. Нокс башланғысы менән баш күтәреүселәр Англияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, илгә инглиз ғәскәрҙәре инә. Шотландияла инглиз һәм француз ғәскәрҙәренең һуғышы 1560 йылдың 6 июлендә Эдинбург тыныслығы һәм илдән сит ил ғәскәрҙәренең сығыуы менән тамамлана. 1560 йылдың 11 июнендә Мария де Гиздың үлеме революцияның еңеүен аңлата.
Шотландияның парламенты Джон Нокс йоғонтоһо аҫтында 1560 йылдың аҙағында католик доктринаны һәм йолаларын тыйыуҙы иғлан итә, протестантлыҡ диненең символын ҡабул итә һәм протестантлыҡ ғибәҙәт ҡылыу тәртибе тураһында «Дисциплина китабын» раҫлай. Мәхәллә сиркәүҙәргә таянып яңы сиркәү ойошмаһы барлыҡҡа килә, епископты алмаштырған (тулыһынса тормошҡа ашырылмай) яңы дәрәжәләр системаһы булдырыла. Тап был ваҡытта Нокс үҙенең төп «Реформация тарихы» хеҙмәте өҫтөндә эшләй башлай, ул бер нисә быуат дауамында протестантлыҡ буйынса иң әһәмиәтле хеҙмәттәрҙең береһе була.
1561 йылда королева Мария Стюарттың Шотландияға ҡайтыуын Джон Нокс нәфрәт менән ҡаршы ала. Уның тирәләй тупланған радикаль протестанттар королеванан үҙҙәренең лидеры Джеймс Гамильтон менән никахҡа инеүен талап итә. Марияның баш тартыуы радикаль протестанттарҙың ихтилалына сәбәпсе була, әммә ул тиҙ генә хөкүмәт тарафынан баҫтырыла. Нокс королева менән бер нисә тапҡыр осраша, әммә уның менән уртаҡ тел таба алмай. Реформатор тарафынан иғлан ителгән милләттең законлы монархты ҡолата алыу хоҡуғы тураһындағы доктринаны танырға әҙер булмаған бер ни тиклем яҡлылары Нокстың радикализмы арҡаһында унан ситләшә.
Шуға ҡарамаҫтан Джон Нокс Мария Стюарттың бөтә хакимлығы (1561—1567) осоронда королеваның иң килешә алмаҫлыҡ дошманы булып ҡала. Ул һарай янында Марияны папа власының шымсыһы һәм һынташҡа табыныусы тип иҫәпләп, мәхәллә кешеләрен католик ғибәҙәт ҡылыуға ҡаршы ҡоторта. Джон Нокс, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ хакимлығына ҡырҡа ҡаршы була, уның ризаһыҙлығына, хаким ҡатын-ҡыҙҙар шул ваҡытта ярты Европаға таралған була. (Шотландияла әсәһен алмаштырған Мария Стюарт, Англияла Мария Тюдор, ә һуңынан Елизавета I, Францияла Екатерина Медичи, Нидерландта Мария Венгерская (Австрийская), Наваррала Жанна д ' Альбре, Португалияла Екатерина Австрийская). Нокстың һәм королеваның мөнәсәбәттәрен шул факт та яҡшы кәүҙәләндерә: реформатор Мария Стюартҡа ҡаршы заговор һәм Риччоны үлтереү тураһында хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул итә, шуға күрә Эдинбургты ҡалдыра, унда революция ваҡытынан алып Изге Жиль сиркәүенең руханийы вазифаһын биләргә һәм Англияла йәшеренергә мәжбүр була.
Шотланд пресвитериандары араһында Джон Нокс менән королева Марияның мөнәсәбәттәрен пәйғәмбәр Илия менән батшабикә Иезавелиның ҡара-ҡаршы торошо менән сағыштырыу популяр булған.
Джон Нокс Шотландияға 1567 йылда Мария Стюарттың ҡолатылыуы алдынан күп тә ҡалмай ҡайта. Нәҡ уға король ҡатындың улы, бер йәшлек Яков VI таж кейҙереү тантанаһы ваҡытында ғибәҙәт ҡылыуҙы ойоштороу йөкмәтелә. Регент Морейҙың яңы хөкүмәте, протестантлыҡ үҙгәртеүҙәргә йүнәлеш иғлан итһә лә, Ноктсың радикаллегенә мохтаж булмай. Шуға күрә иң абруйлы шотланд реформаторы яңы властә лайыҡлы урын биләмәй, Изге Жиль сиркәүенең мәхәллә руханийы булып ҡала. 1570 йылда Эдинбургты Мария Стюарт яҡлылар баҫып алғандан һуң, Джон Нокс Сент-Эндрюсҡа күсеп китә. Баш ҡалаға тик 1572 йылда, үҙенең вафатынан алда ғына әйләнеп ҡайта.
Джон Нокс, замандаштарын үҙенең ныҡлы дини тойғолары һәм намыҫы менән компромисҡа барыуға һәләтһеҙлеге менән хайран ҡалдырып, шотландтар өсөн пәйғәмбәр тиерлек була. Пресвитериан сиркәүе Нокстың үлеменән һуң, XVI быуат аҙағында тулыһынса формалаша, әммә, тап ул уға нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә.
АҠШ президенты Джеймс Нокс Полк Джон Нокстың вариҫы була.