Дилма Вана Русеф | ||||
порт. Dilma Vana Rousseff | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
2011 йылдың 1 ғинуары | ||||
Вице-президент: | Мишел Темер | |||
Алдан килеүсе: | Луис Инасиу Лула да Силва | |||
| ||||
2005 йылдың 21 июнь — 2010 йылдың 31 март | ||||
Алдан килеүсе: | Жозе Дирсеу | |||
Дауамсы: | Эрениси Герра | |||
| ||||
2003 йылдың 1 ғинуары — 2005 йылдың 21 июнь | ||||
Алдан килеүсе: | Франсиску Луис Сибут Гомиди | |||
Дауамсы: | Силас Ронду | |||
Дине: | Католик сиркәүе | |||
Тыуған: | 14 декабрь 1947 (76 йәш) Белу-Оризонти, Бразилия | |||
Исеме: | Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-pt-br" does not exist. | |||
Атаһы: | Педро Русеф[d] | |||
Әсәһе: | Дилма Жане Коимбра Силва[d] | |||
Ире: | айырылышҡан[1] | |||
Балалары: | 1 ҡыҙы[1] | |||
Партия: | Эшселәр партияһы | |||
Белеме: | Риу-Гранди-ду-Сул федераль университеты | |||
Профессияһы: | иҡтисадсы | |||
Сайт: | Presidente Dilma (порт.) | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
| |||
Ди́лма Ва́на Русе́ф[2] (Роуссефф[3]) (порт. Dilma Vana Rousseff, МФА [ˈdʒiwmɐ ʁuˈsɛf]; 14 декабрь 1947, Белу-Оризонти) — сәйәсмән, 2011 йылдың 1 ғинуарынан алып Бразилия Федератив Республикаһы президенты, һул Эшселәр партияһы ағзаһы.
Дилма болгар эмигранты Петр Русев (болг. Петър Стефанов Русев) ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, Болгария коммунистистар партияһының әүҙем ағзаһы булараҡ сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙән 1929 йылда Болгариянан эмиграцияға китергә мәжбүр була, бер аҙ ваҡыт Францияла йәшәй — бында фамилияһын Rousseff тип яҙа башлай. Һуңынан Аргентинаға күсенә һәм бер нисә йыл үткәс Бразилияға күсә, бында Дилма Жана Коимбра Силва менән никахлаша. Уларҙың өс балаһы була: Игорь, Дилма Вана һәм Жана Лусиа.
1964 йылда хәрби түңкәрелеш барышында президент Жуан Гуларт властан ҡолатылғандан һуң Дилма сәйәсәт менән әүҙем ҡыҙыҡһына башлай. 1967 йылда Бразилия социалистик партияһының йәштәр ойошмаһы, ә һуңынан уның радикаль фирҡәһе — «Милли ҡотҡарыу командаһы» составына инә. Был фирҡә илдәге хәрби диктатураға ҡаршы ҡораллы көрәш идеяларын яҡлап сыға. Бер нисә йыл дауамында Дилма йәшерен ҡораллы ойошмалар составында була, әммә туранан-тура хәрби хәрәкәттә ҡатнашмай[4].
1970 йылда Русеф ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Бында уны туҡмағандар һм электрошок менән язаға тартырғандар.
1972 йылдың аҙағында Дилма Русеф зиндандан сибек һәм ауырыу булып сыға. Аяҡҡа баҫҡандан һуң ул яңынан Бразилияның көньяғындағы Риу-Гранде-ду-Сул штатында уҡыуын дауам итә. Бында уның икенсе ире — йәшерен революцион етәкселәрҙең береһе Карлос Араужо төрмәлә ултыра һәм 1973 йылда иреккә сыға, уларҙың 1976 йылда ҡыҙҙары тыуа. 1977 йылда Дилма Русеф иҡтисад һөнәре буйынса бакалавр дипломы менән Риу-Гранди-ду-Сул федераль университетын тамамлай.
1980-се йылдарҙа кандидатлыҡ эшен яҙа башлай, әммә уны яҙып бөтмәй. Был ваҡытта Дилма Русеф яңынан «һул» ойошмалар менән мөнәсәбәтен ҡайтара, һәм Демократик эшселәр партияһының кәңәшсеһе булып китә[5].
1980-се йылдар аҙағында Порту-Алегри ҡалаһы хакимиәтендә эшләй. 1990-сы йылдарҙа дәүләт ҡарамағында булмаған Иҡтисад һәм статистика фондын (порт. Fundação de Economia e Estatística) етәкләй һәм Риу-Гранди-ду-Сул штатының Энергетика министырлығында эшләй.
Оҙаҡ йылдар дауамында Демократик эшселәр партияһында ағза булғандан һуң Дилма Русеф 1990-сы йылдар аҙағында унанда радикаль ҡарашлы булған Эшселәр партияһына күсә. 2002 йылда президентҡа кандидат булған Луис Инасиу Лула да Силваны яҡлап һайлауҙар кампанияһында ҡатнаша һәм ул президент итеп һайланғас 2003 йылдың ғинуарында Дилма Русеф энергетика министыры итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдың 21 июнән алып Бразилия президенты хакимиәте башлығы була.
2010 йылда Бразилия президентына кандидат була һәм һайлауҙар кампанияһы барышында аграр[6] һәмр сәйәси реформалар үткәреү өсөн сығыш яһай[7], раса квоталарын[8], ирекле дин тотоуҙы[9] һәм бер енесле граждан союздарын яҡлай[10], үлем язаһына[11] һәм еңел наркотиктарҙы легализациялауға[12] ҡаршы була.
2010 йылдың 3 октябрендә уҙған президент һайлауҙарының берене турында Дилма Русеф 47,5 миллиондан ашыу (46,9 %) тауыш йыйып икенсе турға сыға, бында уға Бразилия социал-демократик партияһынан кандидат Жозе Серра көнәркәше була. Икенсе тур һөҙөмтәләренә ярашлы Русеф 56 % тауыш йыйып Бразилияның президенты итеп һайлана[13] һәм ил тарихында был вазифаны үтәгән тәүге ҡатын-ҡыҙ була[14].
2014 йылда йәнә президентҡа кандидатураһын тәҡдим итә. 2014 йылдың 5 октябрендә уҙған беренсе турҙа 41,6 % тауыш йыйып икенсе турға үтә, бында уның көнәркәше булып Бразилия социал-демократик партияһынан кандидат Аэсио Невес була. Икенсе турҙа Дилма Русеф 51,6 % тауыш йыйып йәнә президент итеп һайлана.
Дилма ике тапҡыр кейәүҙә була, хәҙер айырылышҡан. Икенсе никахтан ҡыҙы бар.
2009 йылда Дилма Русеф яман шеш ауырыуынан дауалана.
Русеф инглиз, француз һәм испан телдәрендә ирекле һөйләшә[14].