Динамо Мәскәү | ||
Ил: | Рәсәй | |
---|---|---|
Ҡала: | Мәскәү | |
Нигеҙләнгән: | 1946 | |
Өй аренаһы: | ВТБ Арена (10 900) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | КХЛ | |
Дивизионы: | Бобров | |
Конференцияһы: | Көнбайыш | |
Баш тренеры: | Владимир Крикунов | |
Эйә: | ВФСО «Динамо» | |
Капитан: | Вадим Шипачёв | |
Аффилир-клубы: | Динамо Тверь (ЮХЛ) | |
Трофейҙар: | Рәсәй чемпионаты 2012, 2013 Гагарин кубогы Континент кубогы 2014 | |
Конференцияла еңеүҙәр: | 1 (2013/14 | |
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: | 1 (2013/14) | |
Дивизионда еңеүҙәр: | 2 (2010/11, 2013/14) | |
Рәсми сайт: | http://www.dynamo.ru/ | |
|
Динамо Мәскәү — 1946 йылда Мәскәүҙә ойошторолған Рәсәй шайбалы хоккей клубы. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы.
«Динамо» тарихы Рәсәйҙә хоккейҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Мәскәү клубы — бөтә ил чемпионаттарында көслөләр класында ҡатнашҡан берҙән-бер команда. «Аҡлы-күклеләр» ун бер тапҡыр ил чемпиондары булалар, беренселек миҙалсылары араһында рекорд 48 тапҡыр була, Советтар Союзы, МХЛ, Гагарин һәм Европа чемпиондары кубоктарын яулай, күп халыҡ-ара турнирҙарҙа еңә.
«Динамо» Мәскәү хоккей клубы илдә һәм донъяла танылыу яулаған күп талатлы спортсыларҙы тәрбиәләп сығара. Виталий Давыдов, Владимир Юрзинов, Александр Мальцев, Валерий Васильев, Зинәтула Биләлетдинов, Василий Первухин, Владимир Мышкин, Анатолий Семёнов, Михаил Шталенков, Алексей Жамнов, Максим Афиногенов, Александр Овечкин һәм башҡаларҙың фамилияһы хоккей нимә икәнен белгән ерҙәрҙә билдәле. 2 тренер (Чернышёв һәм Юрзинов) һәм 3 уйынсы (Давыдов, Мальцев, Васильев) ХАХФ дан залы ағзалары була.
1946 йылдың декабрендә Советтар Союзының шайбалы хоккей буйынса тәүге чемпионатында «Динамо» Мәскәү беренсе урынды һәл алтын миҙалдарҙы яулай. Аркадий Чернышёв команданың уйнаған тренеры була, ул да клубтың ил чемпионаттарында тәүге шайбаһын керетә. Уның етәкселегендә «Динамо» 1954 йылда икенсе тапҡыр СССР чемпионатында еңеү яулайҙар. 1983 йылда Швейцарияла Шпенглер кубогын яулай. Киләһе тапҡыр клуб чемпион исемен тик 1990 йылда ғына яулай. «Динамо» Мәскәү Советтар Союзы беренселегенең һуңғы икәүһендә еңеү яулай, БДБ чемпионатында һәм ике тапҡыр МХЛ чемпионатында беренсе була. Тимәк, клуб 1990—1995 йылдарҙа биш тапҡыр илдә беренсе була. Чемпион исеменә команданы төрлө йылдарҙа Владимир Юрзинов, Пётр Воробьёв һәм Владимир Голубович килтерә.
1999/2000 йылдар миҙгелендә «Динамо» тәүге тапҡыр Зинәтула Биләлетдинов етәкселеге аҫтында Рәсәй чемпионатында еңеү яулай. 2004/2005 йылдар миҙгелендә «Динамо» даими миҙгелдә беренсе урынды яулай, плей-оффта бер тапҡыр ғына еңелә һәм Рәсәй чемпионы исемен яулай. Команданың баш тренеры — Владимир Крикунов. Киләһе йылда «Динамо» Санкт-Петербургта үткән Европа чемпиондары кубогында ҡатнаша. Финалда Финляндиянан «Кярпят» хоккей клубын ота һәм был кубокты яулай. 2008 йылда икенсе тапҡыр Шпенглер кубогында беренсе була.
2008 йылда КХЛ барлыҡҡа килә. 2011/2012 һәм 2012/2013 йылдар миҙгелдәрендә «Динамо» Гагарин кубогын яулай. Шул ваҡытта команданың баш тренеры Олег Знарок була.
У — уҙғарған уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ЕО — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, ЕБ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ОО — овертаймда отолоуҙар, ОБ — булиттар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, М — йыйған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән-үткәргән шайбалар, РС — даими миҙгелдә юбилей. 2018/19 йылдар миҙгеленән алып төп ваҡытта еңеү өсөн өс түгел, ә ике мәрәй бирелә башлай
Миҙгел | У | Е | ЕО | ЕБ | ОБ | ОО | О | М | Ш | РС | Плей-оффта сериялар иҫәбе | Плей-оффта һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2008/09 | 56 | 27 | 4 | 3 | 3 | 2 | 17 | 100 | 184-143 | 7 | 3-0 Динамо Р, 3-0 ЦСКА, 2-4 Аҡ Барс | Конференция финалы |
2009/10 | 56 | 28 | 2 | 3 | 4 | 3 | 16 | 101 | 166-151 | 5 | 1-3 Спартак | Конференциялар сирекфиналы |
2010/11 | 54 | 28 | 1 | 1 | 4 | 4 | 16 | 96 | 149-131 | 6 | 2-4 Динамо Р | Конференциялар сирекфиналы |
2011/12 | 54 | 31 | 1 | 3 | 3 | 1 | 15 | 105 | 144-115 | 3 | 4-0 Динамо Мн, 4-2 Торпедо, 4-0 СКА, 4-3 Авангард | Гагарин кубогы |
2012/13 | 52 | 27 | 3 | 6 | 1 | 1 | 14 | 101 | 150-115 | 4 | 4-0 Слован, 4-1 ЦСКА, 4-2 СКА, 4-2 Трактор | Гагарин кубогы |
2013/14 | 54 | 34 | 2 | 2 | 5 | 0 | 11 | 115 | 171-113 | 1 | 3-4 Локомотив | Конференциялар сирекфиналы |
2014/15 | 60 | 35 | 5 | 1 | 6 | 0 | 13 | 123 | 172-120 | 3 | 4-2 Локомотив, 1-4 СКА | Конференциялар ярымфиналы |
2015/16 | 60 | 27 | 3 | 5 | 6 | 2 | 17 | 105 | 167-126 | 5 | 4-0 Сочи, 2-4 СКА | Конференциялар ярымфиналы |
2016/17 | 60 | 29 | 5 | 5 | 5 | 0 | 16 | 112 | 164-111 | 4 | 4-1 Торпедо, 1-4 СКА | Конференциялар ярымфиналы |
2017/18 | 56 | 19 | 1 | 8 | 3 | 2 | 23 | 80 | 134-139 | 18 | - | Плей-оффҡа сыҡманылар |
2018/19 | 62 | 27 | 5 | 1 | 0 | 6 | 23 | 72 | 153-139 | 10 | 4-2 Йокерит, 1-4 ЦСКА | Конференциялар ярымфиналы |
2019/20 | ||||||||||||
Всего | 562 | 285 | 27 | 37 | 40 | 13 | 158 | 1038 | 1601-1265 | - | Плей-оффта 10 тапҡыр ҡатнаштылар. Иҫәп (еңеүҙәр/еңелеүҙәр): 54-36. |
СССР / БДБ / Рәсәй чемпионаттары:
СССР / Рәсәй кубогы
Лига кубогы
«Динамо» Мәскәү хоккей клубының тулы һәм ғәмәлдәге составы рәсми сайтта ҡарарға була.
2019 йылдың 4 ғинуарында «Автомобилист» хоккей клубына ҡаршы уйында Петровский паркындағы ВТБ Арена тантаналы асыла. Тап ошо ерҙә «Динамо» үҙенең тәүге уйындарын 1946 йылда үткәрә. Үҙ тарихында «Динамо» хоккей клубы «Лужники» БСА, «Олимпийский» СК, «Крылья Советов» УСҺ, «Мегаспорт» СҺ һәм ВТБ Боҙ һарайында үҙенең уйындарын үткәрә.
Тимәк, тулы хоҡуҡ менән, «Динамо» 60 йылдан һуң үҙенең тыуған еренә ҡайта, тип әйтеп була[6].
Динамо (хоккей клубы, Мәскәү) Викимилектә | |
Динамо (хоккей клубы, Мәскәү) Викияңылыҡтарҙа |