Династия | |
Династия Викимилектә |
Дина́стия (грек. δῠναστεία — власть, хакимлыҡ) — монархиялы дәүәләттәрҙә бер заттан, ғаиләнән сыҡҡан монархтарҙың тәхетте мираҫ итеп алып, бер-береһен алмаштырыуы, мәҫәлән, Рәсәйҙә Романовтар, Австро-Венгрияла Габсбургтар, Францияла Валуа һәм Бурбондар , Ҡытайҙа — Цинь династияһы. Династиялар уны башлап ебәргән (Рюриковичтар, Сыңғыҙиҙар, Ягеллондар) йәки заттың атаҡлы кешеһе исеме менән атала (Каролингылар).
Метафора булараҡ — бер заттан, нәҫелдән сығып, ата-әсәһе юлын (һөнәрен) дауам иткән вариҫтар теҙмәһе.