Диоге́н Сино́пский (бор. грек. Διογένης ὁ Σινωπεύς ; б.э.т. 412 тирәһе, Синоп — б.э.т. 10.06.323, Коринф ) — боронғо грек философы, киниктар мәктәбен нигеҙләгән Антисфендың уҡыусыһы.
Диоген Лаэртский яҙғанса, фәйләсүф Диоген аҡса алмаштырып кәсеп иткән Гикесийҙың улы була. Дельфыға килеп, ул оракулдан нимә менән шөғөлләнергә кәңәш һорай һәм ошондай яуап ала: «ҡиммәттәрҙе яңынан баһалау менән» (грек . παραχάραττειν τὸ νόµισµα ). Башта ул был һүҙҙәрҙе «аҡсаны ҡабат ҡойоу» тип аңлай, ләкин, һөргөнгә эләккәс, ул үҙенең философияға ылығыуын төшөнә. Афинала Антисфенға берегә. Торлағын Афина агораһы эргәһендә балсыҡ мискәлә (пифос) ҡора, ләкин малай-шалай уның йортон емерә. Афиналылар уға яңы мискә килтереп бирә.
Диоген йыш ҡына Платон менән бәхәсләшер була. Бер заман септә тапай-тапай: «Платондың эрелеген иҙәм», — ти. Платон, кеше — ул «ҡанатһыҙ ике аяҡлы» тигәс, Диоген әтәстең йөнөн йолҡа ла уны Платон кешеһе тип атай. Үҙ сиратында Платон уны «аҡылдан яҙған Сократ» тип йөрөтә. Платондың әйберҙәр асылы тураһындағы тәғлимәтенә ҡаршы төшөп, Диоген былай ти: «Туҫтаҡты күрәм, ә туҫтаҡлылыҡты — юҡ». Диогендың бик фәҡир йәшәү рәүешен күреп, Платон хатта Сиракуз тираны Дионисий ҡоллоғонда йәшәгәндә лә йәшелсәне үҙе йыумағанын белдерә, быға Диогендың яуабы шундай була: йәшелсәне үҙе йыуһа, ҡоллоҡҡа ла эләкмәгән булыр ине.
Хероней һуғышында ҡатнаша, македондарға әсирлеккә эләгә. Ҡол баҙарында нимә эшләй белеүе тураһындағы һорауға: «кешеләргә хакимлыҡ итергә беләм», тип яуап бирә. Уны Ксениад тигән бер кеше балаларына кәңәшсе-тәрбиәсе итеп ала. Диоген уларҙы һыбай йөрөргә, ҡыҫҡа һаплы һөңгө ырғытырға, шулай уҡ тарихҡа һәм грек шиғриәтенә өйрәтә. Үлер алдынан ул хужаһынан йөҙтүбән һалып ерләүҙәрен үтенә.
Диоген замандаштарын шаҡ ҡатырырға ярата, бының өсөн йә бар халыҡ алдында ашарға йә үҙенә мастурбация яһарға тотона. Бер заман Диоген ҡала майҙанында философик лекция һөйләй. Уны бер кем тыңламай. Шул саҡ Диоген ҡош булып һайрап ебәрә, һәм эргәһенә йөҙҙәрсә кеше йыйыла. — Бына, афиналылар, һеҙҙең аҡылдың хаҡы, — ти ул. — Мин һеҙгә аҡыллы һүҙҙәр һөйләгәндә бер кем иғтибар итмәне, ә һайрай башлағайным, ауыҙ асып тыңлайһығыҙ.
Диоген дини йолаларҙан көлә, төш юраусыларға ышаныусыларға мыҫҡыллы мөнәсәбәттә була.
Диоген Лаэртский яҙғанынса, Искәндәр Зөлҡәрнәй менән бер көндө мәрхүм була. Ҡәберенә эт ҡиәфәтендәге һәйкәл ҡуйыла һәм ошондай эпитафия яҙыла:
Пусть состарится медь под властью времени — всё же
Переживёт века слава твоя, Диоген:
Ты нас учил, как жить, довольствуясь тем, что имеешь,
Ты указал нам путь, легче которого нет.
Диоген Лаэртский, Сотионға һылтанып, Диогендың 14 хеҙмәте булыуы тураһында хәбәр итә, улар араһында философик хеҙмәттәр («яҡшылыҡ тураһында», «Изгелек тураһында» һ. б.), бер нисә трагедия бар.
Диоген бер нимәнән дә ҡурҡмаған, бер нимәгә лә ынтылмаған, әҙ менән ҡәнәғәт булған сысҡан миҫалында аскетлыҡ идеалын иғлан итә. Диогендың мискәлә йәшәүе, түшәк урынына плащ ҡулланыуы ошо принципты кәүҙәләндерә. Әйберҙәрҙән уның муҡсаһы менән таяғы ғына була. Ҡайһы берҙә ул ҡарҙа ялан аяҡ йөрөй.
Джон Уотерхаус, «Диоген»
Бер заман ҡарт Диоген бер малайҙың һыуҙы усынан эскәнен күрә лә муҡсаһындағы көрөшкәһен алып ырғыта: «Был малай тормош ябайлығында минән дә уҙҙырҙы», — ти ул. Икенсе бер малайҙың икмәк ҡайырыһына яҫмыҡ ашы һалғанын күреп, ул туҫтағын да ташлай.
Диоген «үҙен баш тартыуҙарға күнектерер өсөн» һәйкәлдәрҙән хәйер һорай.
Берәйһенән үтескә алырға йыйынғанда Диоген «аҡса бирегеҙ» тип түгел, «минең аҡсамды бирегеҙ» тип һорар була.
Тупылев И. Ф. Искәндәр Зөлҡәрнәй Диоген алдында, 1787
Аттикаға килгән Искәндәр Зөлҡәрнәй атаҡлы «маргинал» менән танышырға була. Плутарх һөйләүенсә, Искәндәр Диогендың килеп хөрмәт күрһәтерен оҙаҡ көтә, ләкин теге килмәй. Искәндәр уның янына үҙе барырға була. Ул Диогенды Кранияла (Коринф эргәһендәге гимназия) таба, теге ҡояшта йылынып ултыра. Искәндәр уға: «Мин — бөйөк Искәндәр батша», — ти. «Ә мин, — ти Диоген, — Диоген тигән эт». «Ә ниңә һине эт тиҙәр һуң?» «Ризыҡ ырғытҡанға — ҡойроҡ болғайым, ырғытмағанға — өрәм, яуыз кешене тешләйем». «Ә минән ҡурҡаһыңмы?» — тип һорай Искәндәр. «Ә һин кем — яуызлыҡмы, изгелекме?», — тип һорай Диоген. «Изгелек», — ти батша. «Ә изгелектән кем ҡурҡа?» Ниһайәт, Искәндәр уға былай ти: «Минән ни теләһәң, шуны һора». «Ситкәрәк кит, һин миңә ҡояшты ышыҡлайһың», — ти ҙә Диоген йылыныуын дауам итә. Ҡайтышлай Диоген тураһында тел сарлаған юлдаштарына Искәндәр: «Мин Искәндәр булмаһам, Диоген булыр инем», — тип тә әйткән икән, тиҙәр. Яҙмыш хикмәте буйынса, Искәндәр менән Диоген икеһе бер көндә б. э. т. 323 йылдың 10 июнендә үлә.
Афиналылар Филипп Македонский менән һуғышҡа әҙеләнә, ҡалала ығы-зығы, сыуалыш башлана. Диоген үҙе йәшәгән мискәһен ҡала урамдары буйлап тәгәрәтергә тотона. Ниңә улайтаһың, тигән һорауға Диоген былай ти: «бөтә кеше эш-мәшәҡәт өҫтөндә, миңә эшһеҙ ятыу уңайһыҙ булып китте, башҡа бер нимәм дә булмағас, бына, мискә тәгәрәтәм».
Диоген әйтеүенсә, грамматиктар Одиссейҙың бәләләрен өйрәнә, ләкин үҙҙәренекен белмәй; музыканттар лира ҡылдарын көйләй, ләкин үҙ холҡона хужа була алмай; математиктар ҡояш менән айҙы күҙәтә, ә аяҡтары аҫтындағыны күрмәй; риторҙар дөрөҫ һөйләргә өйрәтә, тик дөрөҫ ҡылыҡҡа өйрәтмәй; ҡомһоҙҙар аҡсаны әрләй, ә үҙҙәре уны бөтәһенән дә нығыраҡ ярата.
Диогендың көпә-көндөҙ шәм күтәреп «Кеше эҙләйем» тип йөрөгәне антик дәүерҙә үк хрестоматияларға ингән.
Платон : «Кеше — ул ике аяҡлы, ҡанатһыҙ хайуан», — тигән билдәләмә биргәндән һуң Диоген әтәсте йолҡоп мәктәпкә алып килә һәм: «Бына Платондың кешеһе!» — ти. Платон үҙ билдәләмәһенә «…һәм яҫы аяҡлы», — тип өҫтәргә мәжбүр була.
Бер заман Диоген Анаксимен Лампсакскийҙың лекцияһына килә лә иң артҡы рәткә ултыра. Шунан муҡсаһынан балыҡ сығарып, өҫкә күтәрә. Тәүҙә бер тыңлаусы уға әйләнеп ҡарай, шунан икенсеһе, тиҙҙән күпселек, артына әйләнеп, Диоген ҡулындағы балыҡҡа ҡарай. Анаксимен асыулана: «Һин минең лекциямды өҙҙөң!» «Ниндәйҙер бер тоҙло балыҡ һинең фекерҙәреңде түңкәрелдергәс, — ти Диоген, — ул лекцияның ни баһаһы?».
Анаксимендың ҡолдары күп әйбер күтәреп йөрөгәнен күреп, Диоген был нәмәләрҙең кемдеке булыуы тураһында һорай. Анаксимендыҡы, тигән яуапты ишеткәс: «Ошо тиклем әйбергә хужа була алғас, үҙ холҡона хужа булмаҫҡа оят түгелме икән уға?» — ти.
Ниндәй шарап иң тәмлеһе, тигән һорауға: «Кешенеке», — тип яуап бирә.
Уҡтан ата белмәгән берәүҙе күреп, Диоген сәптең эргәһенә үк бара: «Миңә тейеп ҡуймаһын тип ошонда ултырам».
Кешеләр өйкөмө яғына таш ырғытҡан малайға Диоген : «Атайыңа тейҙереп ҡуйма!» — ти.
Аҡһөйәктәр менән үҙеңде ут эргәһендәге кеүек хис ит: үтә яҡын да барма, бик алыҫ та китмә.
Дуҫтарың ҡул һуҙғанда, бармаҡтарыңды йоҙроҡҡа төймә.
Әшәке телле кеше — хайуандар араһында иң ҡанһыҙы; татлы телле — малдар араһында иң хәүефлеһе.
Философия менән медицина кешене иң аҡыллыға; күрәҙәселек менән астрология — иң аҡылһыҙға; хөрәфәттәргә ышаныу һәм залимлыҡ иң бәхетһеҙгә әйләндерҙе.
Философия яҙмыштың теләһә ҡайһы боролошна ла әҙерлек бирә.
Мин — донъя гражданы.
«Антология кинизма»; под ред. И. М. Нахова. — М.: Наука, 1984.
Диоген Лаэртский. «О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов». — М.: Мысль, 1986.
Кисиль В. Я., Рибери В. В. Галерея античных философов; в 2-х томах. М., 2002. — ISBN 5-8183-0414-0 .
Зайцев А. И. Диоген Синопский // Новая философская энциклопедия / Предс. научно-ред. совета В. С. Степин. — М .: Мысль, 2001. — ISBN 5-244-00961-3 .