Дирһәм

Дирһәм
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Drachma[d]
Культура арабская культура[d]
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
Яҙыу ғәрәп яҙыуы[d]
 Дирһәм Викимилектә
Өмәүиҙәр хәлифәлеге дирһәме. Бәлх әл-Бәйдтә һижри 111 йылда һуғылған
Өмәүиҙәрҙең тәүге көмөш тәңкәләренең береһе, һижри 71 йыл
Алтын Урҙа дирхем (данг), хан Жанибәк, һижри 751-756 йыл

Дирһәм (ғәр. درهم‎) — беренсе башлап ғәрәптәр VII быуатта әйләнешкә индергән көмөш тәңкә.Атама гректарҙың «драхма» тигәненән ғәрәпләштерелгән.

Әлеге ваҡытта дирһәм — бер нисә ғәрәп телле дәүләттең төп аҡсаһы йәки ваҡлау берәмеге:

  • Марокко дирһәме — Марокконың төп аҡса берәмеге;
  • БҒӘ дирһәме — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең төп аҡса берәмеге;
  • Ливия дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, ливия динарының 1/1000 тигеҙ;
  • Катар дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, Катар риалының 1/100 тигеҙ ;.
  • Иордания дирһәме — ваҡ аҡса берәмеге, Иордания динарының 1/10 тигеҙ .

Татар һәм ҡырым дирһәме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татар дирһәме — Алтын Урҙаның көмөш тәңкәһе. Урта быуат көньяҡ урыҫ кенәзлектәрендә лә ҡулланылған, уларында өҫтәп сүкелгән тамға булған.

Бындай тәңкә иҫ киткес һирәк нумизматик табыш булып тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта барлығы биш татар дирһәме тураһында билдәле.

Ҡырым дирһәме (гирәй дирһәме) — XV быуатта төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарында аҡса әйләнешендә билдәле бер роль уйнай.

Ауырлыҡ үлсәме берәмеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһында дирһәм ауырлыҡ берәмеге итеп файҙаланыла, ул окканың 1/400 өлөшөнә тигеҙ була . Окка 1,2828 кг тип стандартлаштырылғас, дирһәм 3,207г тарта башлай.


  • Динар Арабского халифата