Доспанова Хиуаз Ҡайыр ҡыҙы | |
ҡаҙ. Хиуаз Қайырқызы Доспанова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 май 1922 |
Тыуған урыны | Курмангазы[d], Атырау өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 20 май 2008[1][2] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Алматы, Ҡаҙағстан |
Ерләнгән урыны | Кеңсай зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик, хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Ойошма ағзаһы | 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Хиуаз Ҡайыр ҡыҙы Доспанова (15 май 1922 йыл—20 май 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы осоусыһы, штурман-уҡсы. Ҡаҙағстан Республикаһының Халыҡ Геройы.
1922 йылдың 15 майында Гурьев өлкәһе Ганюшкино ауылында тыуған.
1940 йылда алтын миҙал менән Уральск ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбен тамамлай һәм аттестат менән бергә урындағы аэроклубтың запастағы пилоты танытмаһын ала.
Гел бишлегә уҡыған, иң әүҙемдәрҙең береһе — пионервожатый, мәктәп комсомол ойошмаһы секретары — 1940 йылдың йәйендә мәктәпте һәм аэроклубты уңышлы тамамлағандан һуң Мәскәүгә юллана һәм документтарын Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһына тапшыра. Ғаризаһын кире ҡаҡҡас, Беренсе Мәскәү медицина институтына ғариза бирә һәм бында уны имтиханһыҙ уҡыуға алалар. Бер йыл үтеүгә һуғыш башлана.
1941 йылдың 13 октябрендә Хиуаз курсташы Татьяна Сумарокова менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар авиаполктарын ойоштороу менән шөғөлләнгән М. М. Расковаға мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҙҙарҙы штурмандар төркмөнә тәғәйенләйҙәр.
1941 йылдың 26 октябрендә буласаҡ осоусылар полктар ойошторолған урынға, Энгельс ҡалаһына, килеп етәләр. Бында улар Энгельс хәрби авиация пилоттары мәктәбендә тиҙләтелгән уҡыу курсын үтәләр.
Хиуаз Доспанова 588-се төнгө бомбардировка авиаполкына штурман-уҡсы булып тәғәйенләнә. Хәрби заданиеларҙы Көньяҡ фронтта, Төньяҡ Кавказда, Кавказ аръяғында, Украина һәм Белоруссияла үтәй[3]. Ике тапҡыр ауыр яраланған осоусы ҡабат-ҡабат сафҡа баҫа һәм Еңеүҙе Берлин тирәһендә ҡаршылай.
Һуғыштан Хиуаз Доспанова II төркөм инвалиды булып ҡайта, уның ике аяғы ла һыңған була, әммә, бер нәмәгә ҡарамайынса, ул йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Һуғыштың аҙаҡҡы айҙарында ҡыҙ медицина институтына кире ҡайтыу тураһында уйлай башлай, әммә һөҙөмтәлә бөтөнләй башҡа юлды һайлай — йәмәғәт эшмәкәрлеге өлкәһен. Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкә партия кмитетының беренсе секретары Минайҙар Салин һуғыштан яңы ғына ҡайтҡан коммунист Хиуаз Доспанова менән һөйләшкән саҡта уға партия-сәйәсәт эшендә эшләп ҡарарға тәҡдим итә, һәм ул партия өлкә комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан Хиуазды Алматы партия мәктәбенә ебәрәләр.
Хиуаз үҙе тыуып үҫкән Көнбайыш Ҡаҙағстанда партия райкомы инструкторы вазифаһынан алып Ҡаҙағстан Ленин Коммунистик Йәштәр Союзы Үҙәк Комитеты секретарына тиклем юл үтә. 1951 йылда — Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы депутаты һәм беренсе сессияла уҡ — Президиумы секретары итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Хиуаз Ҡайыр ҡыҙы Алматы ҡала партия комитеты секретары була һәм баш ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша.
1950-се йылдар аҙағында фронтта алған яралар һәм контузиялар эҙемтәләре арҡаһында Хиуадың сәләмәтлеге һиҙелерлек ҡаҡшай. Ҡырҡ йәшен дә тултырмайынса 1959 йылда пенсияға китергә мәжбүр була.
2008 йылдың 20 майында вафат була.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн ул Ҡыҙыл йондоҙ[4], Ватан һуғышы (1985)[5] һәм II дәрәжә Ҡыҙыл Байраҡ ордены[6], «Ҡавказды обороналау өсөн»[7], «Варшаваны азат итеү өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдар менән бүләкләнә.
2004 йылдың 7 декабрендә Ҡаҙағстан Президенты Указына ярашлы Хиуаз Доспановаға «Халыҡ геройы» исеме бирелә һәм Алтын Йондоҙ һәм «Отан» ордендары тапшырыла[8].
Ире — Шаҡу Әмиров, ике улы: кесе улы ике йәшендә вафат була, өлкәне — Ерболат Әмиров — Сәтбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли техник университеты уҡытыусыһы. Ейәндәре — Баян Шаҡу, Ҡанат Шаҡу.
![]() | |
---|---|
![]() |
Памятная доска в Алматы |
![]() |
Памятник в Атырау |
1943 йылдың апрелендә беҙ Пашковская станицаһында тора инек, Краснодар эргәһендә, ике ай дауамында ошонан остоҡ. Шунда 1 апрель төнөнә ҡарата фажиғәғә тарыныҡ…
Ғәҙәттәгесә аэродром яҡтыртылмаған ине, хәрби заданиенан ҡайтҡан самолеттар тулы ҡаранғылыҡта һәм АНО уттары һүндереүле көйөнсә (аэронавигацион уттар — самолеттың уң, һул ҡанатында һәм ҡойроғонда ҡыҙыл, аҡ һәм йәшел төҫтәге өс лампа) яҡынлашып киләләр ине. Дүртенсе боролошта Юля Gашкова һәм Катя Доспановаларҙың самолеты эскадрилья командиры Лида Cвистунова һәм Полина Макагондың самолеты менән бәрелешә. Стартта машиналар ҡолауынан шатырлау һәм гөрһөлдәү тауышы ишетелде. Самолеттар тулыһынса ҡыйратылған ине. Макагон һәм Свистунова шундуҡ һәләк булдылар. Юляны ҡотҡарырға маташтылар, әммә 4 апрелдә ул да вафат булды.
Катя Доспанованың ике аяғы ла һынған ине. Ул ысынлап та теге донъянан кире ҡайтты. Тулыһынса гипсҡа ҡатырылған Катяны Ессентукиға алып киттеләр. Бер аҙ ваҡыт үткәс, рентген һөйәктәрҙең яңылыш уңалғанын күрһәтә. Гипсты боҙоп, һөйәктәрҙе урынына ҡуялар. Бәләкәй Катюша иңенә шул тиклем күп ыҙа төштө.
Әммә йәшәүгә ынтылыш еңеп сыҡты. Өс ай тирәһе үткәндән һуң Катя Доспанова полкка әйләнеп ҡайта һәм тиҙҙән, көслө ауыртыуҙарҙға бирешмәй, ҡабаттан хәрби заданиеларға оса башлай. Шулай ҙа беҙгә уны штаб эшенә күсерергә тура килде. Катюша Доспанова (ҡаҙаҡса Хиуаз) — медицина институты студенткаһы, беҙҙең полкыбыҙҙа берҙән-бер ҡаҙаҡ ҡыҙы, дөрөҫөрәге — хәрби заданиеларға штурман сифатында осҡан берҙән-бер Ҡаҙағстан ҡыҙы… Шундай матур итеп, юғары саф тауыш менән ул милли йырҙарын йырлай ине.
Кемдер был катастрофала ғәйепле ине, иғтибарын ситкә ебәреп, алда барған машина силуэтын күрмәгән. Һәм беҙ шуның өсөн өс ғүмер менән түләнек…
— Ракобольская И., Кравцова Н. Нас называли ночными ведьмами. Так воевал женский 46-й гвардейский полк ночных бомбардировщиков. 2-е издание, дополненное. - М.: Изд-во МГУ, 2005.