Дрейссеналар

Дрейссеналар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Моллюскалар
Класс: Пластинка айғолаҡлылар
Суб-класс: Разнозубые
Отряд: Veneroida
Ғаилә: Дрейссениды
Ырыу: Дрейссены
Латинса исеме
Dreissena Beneden, 1835
ITIS 81338
NCBI 45951

Дрейссеналар (лат. Dreissena, рус.  Дрейссены ) — ике ҡабырсаҡлы моллюсктар ғаиләһе. 10-дан артыҡ төрө билдәле. Дрейссеналар ҡабырсағы йәшкелт-һары төҫтә, 3—5 см оҙонлоҡта, алғы өлөшө осланған. Личинкалары — иркен йөҙөүсе велигерлар. Һыу аҫты предметтарына беркетелеү өсөн махсус шайыҡса бүлеп сығарыусы махсус биҙҙәре менән башҡа ҡабырсаҡлы моллюскларҙан айырыла. Үрсемле, ныҡ булыуҙары арҡаһында Дрейссеналар, 1 м2 га 16 меңгә ҡәҙәр үрсеп, 10 м тирәнлеккә ҡәҙәр колониялар барлыҡҡа килтерә. Дрейссеналар колониялары гидротехник ҡоролмаларҙың - һыу ағыҙғыстар, торбалар эшен ҡыйынлаштыра.


  • Жизнь животных. М., 1968. Т. 2; Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977.