Дәрүиш (фарс. درویش [derviš] «фәҡир, хәйерсе») шулай уҡ каландар йәки календер — Исламдағы монах, аскет аналогы; суфыйлыҡҡа бирелгән кеше. Суфый дәғүәтсе-дәрүиште хөрмәт йөҙөнән — ата тип атау ҡабул ителгән булған (төр. ata «отец»)[1].
Мосафир дәрүиштәр һәм шәйехкә бирелеп «текие», ханакаларҙа йәшәүселәр була. Ханакаларҙа йәшәүселәр йыш ҡына ил гиҙеп сығып киткән, халыҡ биргән хәйер-саҙаҡаға көн күргән, әммә ваҡыт уҙыу менән йәшәгән еренә кире ҡайтып, бергәләп ураҙа тотҡан, намаҙ уҡыған.
Урта Азияның ҡайһы бер ҡалаларында (мәҫәлән, Бохара, Сәмәрҡәнд тә һ.б.) ҡала башлыҡтары дәрүиштәргә йәшәр өсөн ҡаҙна һәм хәйриә аҡсаһына ханака төҙөп биргәндәр.
Дәрүиштәр бер ниндәй мөлкәте булмау менән айырылып торған. Дәрүиш хатта кейемен дә үҙенеке тип әйтә алмаған, былар барыһы ла Аллаһы тәғәләнеке. Берәй нәмәгә эйә булып ҡуйһа, ул бының менән бүлешергә тейеш булған. Дәрүиш етеш йәшәй торған булһа, быны ул йомартлығы һәм киң күңеллелеге менән ҡайтарырға тейеш булған — үҙенә, хатта ғаиләһенә бер ни ҡалдырмай ҡунағына биреп ебәрә алған.[2].
Ҡайһы саҡ дәрүиштәрҙе монахтар менән сағыштыралар, әммә был бары яҡынса оҡшашлыҡ, сөнки дәрүиш өйләнә алған, үҙ тормошо, мөлкәте менән йәшәй алған[3].
Ябай кешеләргә дәрүиштәрҙең әйләнеп бейеүе кеүек күренгән тамаша суфыйҙар өсөн ғибәҙәт һанала, ул – «семә» йәки «мәүләүи табыныуы» тип атала. Башҡарыусылар – семәзәндәр – суфыйҙарҙың мәүләүи тәриҡәтенә инә. Был тәриҡәткә нигеҙ һалыусы- XIII быуат шағиры – мистик Йәләлетдин (Джалаладдин) Руми, ул «Мәүләнә» (ғәрәпсә «хужабыҙ») тип атала. Был тәриҡәт беҙҙең көндәргәсә йәшәүен дауам итә, ул Төркиәлә генә түгел, Европала ла, мәҫәлән, үҙенең фекерҙәштәрен таба. Әлбиттә, хәҙер «дәрүиш» тип атау яҡынса ғына, был тәриҡәт ағзалары илдән-илгә йөрөгән фәҡир мосафирҙар түгел. Улар ҡәҙимге тормош менән йәшәй, ғаиләләре, эштәре бар, хәлле генәләре лә осрай. Йыл һайын 10 - 17 декабрҙә был кешеләр Төркиәгә, Конья ҡалаһына килеп тула, улар Мәүләнә ерләнгән кәшәнәгә бара һәм семәлә ҡатнаша.
Мәүләнә кәшәнәһе музей итеп йыһазландырылған, бында китаптар (шул иҫәптән Мәүләнәнең «Мәснәүии» тигән китабы)һәм дәрүиштәрҙең кейемдәрен күрергә мөмкин. Бүлмәләрҙә дәрүиштәр нисек йәшәгәнен, ғибәҙәттәрен, иң мөһиме - семәне нисек үтәгәндәрен ҡарарға була. Был ритуалды Мәңләнә үҙе барлыҡҡа килтергән тип һанайҙар. Бер мәл ул баҙар буйлап китеп барғанда сүкештәр туҡылдағанын ишетеп ҡалған да ҡапыл шул көйгә ҡулдарын күкккә күтәреп, мауығып әйләнә башлаған, тиҙәр [4]
Башҡорт әҙәбиәтендә дәрүиш образын һынландырған бер әҫәр — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы бар. Дәрүиш унда кире образ итеп һынландырыла[5].
Әҫәр буйынса шул уҡ исемле фильм төшөрөлгән[6].