Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований, ҡыҫҡартмаһы ОКТМО) 2005 йылдың 14 декабрендә раҫланған.
Кәрәкле ОКТМО кодын ОКТМО эҙләү 2017 йыл 4 август архивланған. аша белергә була.
2014 йылдың 1 ғинуарынан Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторының яңы версияһы индерелә һәм статистика ғәмәлиәтенә керетелә: ОК 033—2013[1]. Яңы версияның төп айырмаһы — тораҡ пункттар өсөн ОКТМО кодының булдырылыуы.
2014 йылдың 1 ғинуарынан һалым түләү поручениеларында нәҡ ОКТМО-ны күрһәтергә кәрәк (ОКАТО урынына, шул уҡ шаҡмаҡҡа яҙырға).
ОКТМО-ла классификациялау объекттары булып түбәндәге муниципаль берәмектәрҙең территориялары тора:
Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы квартал һайын ОКАТО кодтарының ОКТМО кодтарына тап килеүен асыҡлай торған таблицаларҙы баҫа[2].
ОКТМО ике киҫәктән тора, уларға муниципаль берәмек һәм муниципаль берәмеккә ингән тораҡ пункттар инә[3].
ОКТМО коды структураһының формулаһы беренсе киҫәктә (8 билдә): XX XXX XXX, унда:
ОКТМО коды структураһының формулаһы икенсе киҫәктә (11 билдә): XX XXX XXX XXX, унда: