Ебәк — ебәк күбәләге (тут ағасы күбәләге) ҡурсаҡ көптәренән алынған ептән һуғылған йомшаҡ туҡыма. Башта ебәк Ҡытайҙа етештерелгән һәм унан мөһим тауар булараҡ Европаға Ебәк юлы буйлап оҙатылған[1]. Бер көптән алынған еп 400—1500 м етә. Ептең арҡыры киҫелеше өсмөйөш барлыҡҡа килтерә һәм призма кеүек үк яҡтылыҡты һындыра — тап ана шул матур ялтырау барлыҡҡа килтерә лә инде.
Хәҙерге заманда ебәкте иң күп етештереүсе илдәр — Ҡытай (донъяла етештерелгәндең яртыһы). Һиндостан — 15 %, уның артынан Үзбәкстан (яҡынса 3 %) һәм Бразилия (яҡынса 2,5 %). Иран, Таиланд һәм Вьетнам да ярайһы күп етештерә.
Ҡытайҙа ебәк етештереүнеолит осоронда уҡ башланған булған. Боронғо Ҡытай легендаһында, ебәк етештерә башлау илгә нигеҙ һалған мифик Һары императорҙың ҡатыны тырышлығы менән барлыҡҡа килгән, тип әйтелә, сөнки тап ул ебәк ҡарышлауыҡтарын үрсетергә һәм еп етештереп, туҡырға өйрәткән имеш, ти. Археологтар тапҡан иң боронғо ебәк ҡорто көбө неолит тораҡта Шаньси провинцияһында табылған (яҡынса б.э.т. 2200—1700 йй.), ә беренсе ебәк киҫәге көньяҡ Ҡытайҙағы ҡәберлектә табылған (б.э.т. 475—221 йй.). Яңы эра башланыу осорона Ҡытайҙа инде бер нисә төр ебәк етештерелгән булған:
Күп быуаттар ебәк етештереү ысулын Ҡытайҙан башҡа ерҙә белмәгәндәр. Серҙе сискән өсөн оҫталарға үлем язаһы ҡаралған булған. Был серҙе асыр өсөн ни генә ҡыланмағандар.
Хотан дәүләтендә ебәк етештерә башлау серен нисек асҡандары тураһында легендала ил батшаһы серҙе асыр өсөн Ҡытай принцессаһын һоратҡан, ә тегеһе ебәк кейеп йөрөр өсөн сәсенә ебәк ҡарышлауыҡтарын йәшереп алып сыҡҡан, йәнәһе хеҙмәтселәр итеп ебәк етештереү оҫталарын һәм яйламаларын алып килгән, ти.
Икенсе бер легендала, 550 йылда Византия императоры Юстиниан I Персия монахтарын Ҡытайҙан ебәк ҡарышлауығы көптәрен алып ҡайтырға күндергән. Тегеләр көптәрҙе бамбук таяҡтары ҡыуышлығына йәшереп алып сыҡҡан, тип әйтелә.
Ысыны нисек булғандыр, нисек булһа ла сер асылған.
XVIII быуатҡа ебәк етештереү тотош Көнбайыш Европала таралып китә.
Ебәк епсәһе 75 % фиброиндан һәм 25 % серициндан тора. Бынан тыш ебәктә балауыҙ һәм май, шулай уҡ инераль матдәләр бар[2]. Ебәк епсәнең киңлеге — яҡынса 32 мкм, оҙонлоғо километр ярымға еткеләй. Өҙөлөү өсөн 40 кгс/мм² (1 кгс/мм² = 107н/м²) көсөргәнеш кәрәк, ә өҙөлгәнсәгә һуҙылыуы 14—18 %[2].
Көп сеймалын сортҡа бүләләр, тағаталар, серицинын сығарыу өсөн ебетәләр һәм киптерәләр. Артабан төрлө ысул менән тетәләр. Шунан инде сиратып, туҡыма һуғалар (Туҡыма (биология))
Һабынлы һыуҙа серицинын тамам бөтөрөү өсөн ҡайнатып сығара яҙалар (95 градус), буяйҙар, ялтыр төҫ бирер өсөн һеркәгә һалалар.
Заманса башҡа ысулдар ҙа файҙаланалар[3][4].
үҙенсәлектәре
тейешле эшкәртеүҙән һуң:
Ебәк Викимилектә | |
Ебәк Викияңылыҡтарҙа |