Екатерина II
Герб
Зат
ҡатын-ҡыҙ [ 1] [ 2] [ 3] […]
Гражданлыҡ
Рәсәй империяһы [ 4] Пруссия
Хеҙмәт итеүе
Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме
нем. Sophie Friederike Auguste von Anhalt-Zerbst
Титул
Бөтә Рәсәй императоры , императрица-консорт [d] , великая герцогиня [d] һәм German Prince [d]
Тыуған көнө
2 май 1729 ({{padleft:1729|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}} ) [ 5] [ 6] [ 7]
Тыуған урыны
Щецин [d] , Пруссия
Вафат булған көнө
6 (17) ноябрь 1796 [ 8] [ 9] (67 йәш)
Вафат булған урыны
Санкт-Петербург , Рәсәй империяһы [ 10] [ 11] [ 12]
Үлем төрө
тәбиғи үлем [d]
Үлем сәбәбе
инсульт
Ерләнгән урыны
Петропавловск соборы
Атаһы
Кристиан Август Ангальт-Цербстский [d]
Әсәһе
Иоганна Елизавета Гольштейн-Готторпская [d]
Бер туғандары
Фридрих Август Ангальт-Цербстский [d]
Хәләл ефете
Пётр III [d]
Внебрачный партнёр
Станислав Август Понятовский [d] , Григорий Григорьевич Орлов [d] , Александр Семёнович Васильчиков [d] , Григорий Александрович Потёмкин [d] , Сергей Васильевич Салтыков [d] , Пётр Васильевич Завадовский [d] , Зорич, Семён Гаврилович [d] , Римский-Корсаков, Иван Николаевич [d] , Ланской, Александр Дмитриевич [d] , Ермолов, Александр Петрович [d] , Александр Матвеевич Дмитриев-Мамонов [d] һәм Платон Александрович Зубов [d]
Балалары
Павел I [d] , Анна Петровна [d] һәм Алексей Григорьевич Бобринский [d]
Нәҫеле
Аскании (младшая Ангальт-Цербстская ветвь) [d]
Туған тел
Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле
Немец теле
Һөнәр төрө
сәйәсмән , монарх , сәнғәт коллекционеры , аристократ
Биләгән вазифаһы
Бөтә Рәсәй императоры
Әүҙемлек урыны
Рәсәй [ 13]
Социаль синыф
член королевской семьи [d] һәм Дворянлыҡ
Хәрби звание
полковник [d]
Командалыҡ иткән
лейб-гвардии Преображенский полк [d] , Семёновский лейб-гвардии полк [d] , Измайловский лейб-гвардии полк [d] һәм Конный лейб-гвардии полк [d]
Һуғыш/алыш
войны Екатерины II [d]
Ғәскәр төрө
Русская гвардия [d]
Кем хөрмәтенә аталған
Екатерина Александрийская [d]
Ойошма ағзаһы
Пруссия фәндәр академияһы [d] һәм Академия изящных искусств [d]
Милке
Царицыно [d] , ГМЗ «Павловск» [d] , Болото [d] , Коллекция Кроза [d] , Young woman with earrings [d] , Portrait of a Member of the Haarlem Civic Guard [d] , View of Nyenrode Castle [d] , Барка на реке при закате солнца [d] , Эсфирь перед Артаксерксом [d] , Пейзаж со служанкой у колодца [d] , Pair of Flintlock Pistols of Empress Catherine the Great (1729–1796) [d] , Italianate Landscape with Nymphs [d] , River Landscape with a View of the Pellecussenpoort [d] һәм A Polish Nobleman [d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәр
Civilization V [d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы
Милли һынлы сәнғәт музейы [d] һәм Филадельфия художество музейы [d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы
авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән [d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы
Catherine II of Russia
Екатерина II Викимилектә
Бөйөк Екатерина II Алексеевна (2 май 1729 йыл — 17 ноябрь 1796 йыл ) — 1762—1796 йылдарҙа Рәсәй императоры .
София Августа Фредерика Ангальт — Цербстская , кенәз Ангальт — Цербстскийҙың ҡыҙы.
Екатерина власҡа популяр булмаған ире Петр III тәхеттән ҡолатҡан һарай түңкәрелешенән һуң килә.
Екатерина дәүере крәҫтиәндәрҙең максималь крепостнойлығы һәм дворянлыҡтың хоҡуҡтарын киңәйтеүе менән билдәләнә.
Екатерина Бөйөк осоронда Рәсәй империяһының сиктәре көнбайышҡа (Речь Посполитаяның бүленеүе) һәм көньяҡҡа табан (Новороссияны ,Ҡырымды ҡушып алыу, өлөшләтә — Ҡафты ) байтаҡҡа киңәйә.
Екатерина II ваҡытында Пётр I осоронан алып беренсе тапҡыр дәүләт идара итеү системаһы реформалаштырыла.
Мәҙәни яҡтан Рәсәй бөйөк Европа державалары араһына инеүен нығытып ҡуя, быға сәбәпсе әҙәби эшмәкәрлек менән мауыҡҡан, һынлы сәнғәт шедеврҙарын йыйған һәм француз мәғрифәтселәре менән хатлашыуҙа торған шәхсән үҙе императрица була. Дөйөм алғанда, Екатеринаның сәйәсәте һәм уның реформалары XVIII быуаттың мәғрифәт абсолютизмына тап килә.
София Фредерика Августа Ангальт — Цербстская 1729 йылдың 2 майында Померанияның баш ҡалаһы (хәҙер Щецин, Польша) Штеттин немец ҡалаһында тыуған.
Буласаҡ императрица донъяға килгән Штеттин замогы
Атаһы, Август Кристиан Ангальт — Цербстский, сығышы буйынса Ангальт нәҫеленең цербст — дорнбург тармағынан булған һәм Пруссия короле хеҙмәтендә торған, полк командиры, комендант, һуңынан — Штеттин ҡалаһының губернаторы булған, артабан Курляндия герцоглығына депутатлыҡҡа һайлана, әммә уңышһыҙ, хеҙмәтен Пруссия фельдмаршалы вазифаһында тамамлай. Әсәһе — Иоганна Елизавета, Готторп владетельный нәҫелдән, буласаҡ Петр Өсөнсөнөң ике туған инәһе була. Иоганна Елизаветаның шәжәрәһе Дания , Норвегия һәм Швеция короле, Шлезвиг-Голштейнтың беренсе герцогы, Ольденбург династияһына нигеҙ һалыусы Кристиан Беренсегә барып тоташа.
Әсәһе яғынан олатаһы Адольф — Фридрих 1743 йылда швед тәхете вариҫы итеп һайлана, 1751 йылда Адольф — Фредрик исеме аҫтында тәхеткә ултыра. Икенсе олатаһы, Карл Эйтинский, Екатерина I уйы буйынса, уның кейәүе булырға тейеш булған, әммә туй алдынан ғына вафат булып ҡала.
Екатерина Рәсәйгә килгәндән һуң, Луи Каравак портреты
Герцог Цербстский ғаиләһендә Екатерина өй тәрбиәһен ала. Инглиз , француз һәм итальян телдәрен, бейеү , музыка , тарих , география , дини тәғлимәтте өйрәнә. Ул ҡыҙыҡһыныусан, шаян ҡыҙ булып үҫә, малайҙар алдында үҙенең батырлығы менән ҡупырайырға ярата. Әсәһе уны бала сағында Фике йәки Фикхен тип атай (нем. Figchen — Frederica исеменән килеп сыҡҡан, йәғни «бәләкәй Фредерика»).
1743 йылда Рәсәй императрицаһы Елизавета Петровна үҙенең вариҫы бөйөк кенәз Петр Федоровичҡа (буласаҡ император Петр III) кәләш эҙләй башлай. 1744 йылда Цербст принцессаһы әсәһе менән бергә Рәсәйгә Петр Федорович (өс туған ағаһы)менән никахҡа инеү өсөн саҡырыла. Тәүге мәртәбә буласаҡ ирен Эйтин замогында 1739 йылда күрә.
Яҡынса 1744 йылдың 12 февралендә ун биш йәшлек принцесса әсәһе менән бергә Рига аша Рәсәйгә килә. Рәсәйгә килгәс тә, ул урыҫ телен , тарихты , православиены, урыҫ традицияларын өйрәнә башлай, сөнки яңы илен үҙенең яңы тыуған Ватаны итеп ҡабул итә. Уның уҡытыусылары араһында Симон Тодорскийҙы (православие уҡытыусыһы), тәүге урыҫ грамматикаһының авторы Василий Ададуровты (урыҫ теле уҡытыусыһы), балетмейстер Лангты (уҡытыусы бейеү) айырып күрһәтәләр.
Принцесса София Ангальт Цербскаяның француз теленән яҙма күнегеүҙәре
Урыҫ телен тиҙерәк үҙләштерер өсөн буласаҡ императрица ҡышҡы һыуыҡта йыш асыҡ тәҙрә янында ултыра. Тиҙҙән ул үпкә шешеүе ауырыуы менән сирләп китә. Уның хәле шул тиклем ауыр булмаһа, хатта әсәһе лютеран пасторын килтерергә тәҡдим итә, әммә София баш тарта һәм Симон Тодорскийҙы саҡырта. Был хәл урыҫ һарайында уға популярлыҡ өҫтәй. 1744 йылдың 28 июлендә (9 июль) лютеранлыҡтан православиеға күсә һәм Екатерина Алексеевна исемен ала (әсәһе Елизавета — Екатерина Беренсеке кеүек), ә икенсе көндө император менән никахлаша.
Екатерина Алексеевна ире бөйөк кенәз Петр III Федорович менән
1745 йылдың 21 авгусында (1 сентябрь) 16 йәшлек Екатерина 17 йәшлек Петр Федорович менән никахлаша, ул уның өс туған ағаһы була. Тәүге йылдарҙа Петр ҡатыны менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, улар араһында ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре булмай.
Екатеринаның улы Павел Петрович I, (1777 )
Екатерина белемен үҙ аллы камиллаштырыуы менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ул тарих, философия, юриспруденция буйынса китаптар, Вольтер , Монтескье , Тацит, Бейлдең әҫәрҙәрен һәм бик күп башҡа әҙәбиәт уҡый. Уның төп шөғөлдәре — һыбай йөрөү, бейеү һәм маскарадтар.
1754 йылдың 20 сентябрендә Екатерина Павел улын таба. Бәпесләү бик ауыр булыуы арҡаһында сабыйҙы әсәһенән императрица Елизавета Петровна ҡушыуы буйынса тартып алалар. Бөйөк княгиня балаһын беренсе тапҡыр 40 көн үткәс кенә күрә һәм артабан да баланы тәрбиәләүҙән мәхрүм ителә. Баланың ысын атаһы тураһында бәхәстәр әленән-әле ҡубып торған.
Алексей Григорьевич Бобринский — императрицаның никахтан тыш табылған улы
Павелдың тыуыуынан һуң Екатеринаның Петр һәм Елизавета Петровна менән мөнәсәбәттәре бөтөнләй боҙола. Петр үҙенең ҡатынын "запастағы мадам"тип йөрөтә. Улар икеһе лә азат тормош алып барыуҙа бер-береһенә ҡамасауламай.
Инглиз илсеһе Уильямс был осорҙа Екатеринаның ышаныслы кешеһә һәм яҡын дуҫы була. Ул күп тапҡыр уға ҙур суммаға субсидия рәүешендә заем бирә: 1750 йылда ғына 50 000 һум тапшырыла, был хаҡта уның ике распискаһы бар; ә 1756 йылдың ноябрендә уға 44 000 һум тапшырыла, алмашҡа ул Екатеринанан төрлө конфиденциаль мәғлүмәт ала — телдән һәм яҙма формаларында. Атап әйткәндә, 1756 йылдың аҙағында Пруссия менән Ете йыллыҡ һуғышы башланғандан һуң Уильямс Екатеринанан һуғышҡа ингән урыҫ армияһының торошо һәм урыҫ һөжүменең планы тураһында депеша ала, был хатты Уильямс Лонданға һәм Берлинға Пруссия короле Фридрих II ебәрә. Уильямс киткәндән һуң ул аҡсаны Кейттан ала. Уильмсҡа яҙған бер хатта ул Рәсәйҙе Англия араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен булдырыуҙы вәғәҙә итә.
1756 йылдан башлап, бигерәк тә Елизавета Петровнаның ауырыған осоронда, Екатерина буласаҡ императорҙы (үҙенең ирен) тәхеттән төшөрөү планын башында йөрөтә, бының турала күп тапҡыр Уильямсҡа яҙа. Ошо маҡсатта, тарихсы В. О. Ключевский һүҙҙәренсә, Англия короленән бүлек биреп шаһиттарҙы һатып алыр өсөн үтескә 10 мең стерлинг һорап ала, гвардия полкы командиры К. Разумовский менән йәшерен килешеүгә килә. План менән канцлер Бестужев та таныш була.
1758 йылдың башында императрица Елизавета Петровна урыҫ армияһының баш командующийы Апраксинды (Екатерина уның менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була), шулай уҡ канцлер Бестужевты ла, хыянатта ғәйепләй. Икеһе лә ҡулға алына һәм язалауҙарға дусар булалар; әммә Бестужев, ҡулға алынғанға тиклем, Екатерина менән хатлашыуын юҡ итеп өлгөрә һәм Екатерина йәберләүҙән ҡотолоп ҡала. Ошо уҡ ваҡытта Уильямс Англияға ҡайтарыла. Шулай итеп, уның элекке фавориттары юҡҡа сыға, әммә яңылары барлыҡҡа килә: Григорий Орлова һәм Дашкова.
Елизавета Петровна вафаты (1761 йылдың 25 декабре) һәм Петр Федоровичтың тәхеткә ултырыуы ир менән ҡатын араһын тағы ла нығыраҡ бер-беренән алыҫайта. Петр III асыҡ рәүештә һөйәркәһе Елизавета Воронцова менән йәшәй башлай. Екатерина Орловтан бала таба, бәпесләү ваҡыты еткәс, уға тоғро булған камердинеры Василий Григорьевич Шкурин үҙ йортон яндыра. Бындай тамашаны ҡарарға яртаҡан Петр яҡындары менән янғын ҡарарға китә, ошо арауыҡта Екатерина имен-аман бушана. Шулай итеп, донъяға Алексей Бобринский килә, һуңынан ҡустыһы Павел I уға граф титулын бирә.
Түңкәрелеш етәкселәренең береһе Григорий Орлов. Федор Рокотов портреты, 1762—1763
Тәхеткә ултырғас, Петр III үҙенә ҡарата офицерҙар корпусын ҡаршы ҡуя. Мәҫәлән, ул Рәсәй өсөн уңайһыҙ булған Пруссия менән килешеү төҙөй, рәсәй Пруссияны Ете йыллыҡ һуғышта еңгәндән һуң, уға тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтара. Бер үк ваҡытта ул Данияға ҡаршы сығыш яһарға ниәтләнә. Петр III шулай уҡ Урыҫ сиркәүенең мөлкәтенә секвестры, монастырь ер биләүселеге тураһында иғлан итә һәм сиркәү йолаларының реформаһы тураһыда һүҙ йөрөтә. Түңкәрелеш яҡлылар Петр III наҙанлыҡта, аҡылһыҙлыҡта, рәсәйҙе яратмауҙа ғәйепләйҙәр. Уның менән сағыштырғанда 33-йәшлек Екатерина бик ыңғай баһалана.
Екатерина түңкәрелештә ҡатнашырға ҡарар итә. Уның төп фекерҙәштәре — ағалы-ҡустылы Орловтар, вахмистр Потемкин һәм адъютант Федор Хитрово.
1762 йылдың 28 июнендә (9 июль) иртә менән Екатерина Алексей һәм Григорий Орловтарҙың оҙатыуында Петергофтан Санкт-Петербургка килә, бында уға гвардия частары тоғролоҡҡа ант килтерәләр. 1762 йылдың 28 июнендә Петр III, ҡаршылашыуҙан файҙа сыҡмаҫын аңлап, икенсе көндө тәхеттән баш тарта, һаҡ аҫтына алына һәм билдәһеҙ шарттарҙа һәләк була.
Тарихсы Н. И. Павленко яҙыуынса, «Императорҙың үлтерелеүе ышаныслы дәлилдәр менән иҫбатлана»" — Орловтың Екатеринаға хаттары һәм башҡа бик күп дәлилдәр менән. Мәҫәлән, 4 июлдә, императорҙың үлеменән ике көн алдан, Екатерина уның янына табип Паульсенды йүнәлтә, һәм Павленко яҙыуынса, «Паульсен Ропшаға (императорҙың һарайы) дарыуҙар менән түгел, ә кәүҙәне ярыу өсөн тәғәйенләнгән хирургия инструменттары менән ебәрелә».
Ире тәхеттә баш тартҡандан һуң, Екатерина Алексеевна тәхеткә Екатерина II исеме аҫтында килә, манифестында Петрҙың дәүләт динен һәм Пруссия менән килешеүҙе үҙгәртеү ниәте тәхеттән төшөрөү сәбәбе итеп күрһәтелә. 1762 йылдың 22 сентябрендә (3 октябрь) Мәскәүҙә тәхеткә ултыра. Шулай итеп, В. О. Ключевский фекеренсә, Екатерина икеләтә захват эшләй: иренән хакимлыҡты тартып ала һәм улына ла, атаһының вариҫына, хакимлыҡты тапшырмай.
1773 — 1775 йылғы Пугачев ихтилалы тураһында хәбәрҙе алыу менән Екатерина 1773 йылдың октябрь айында ихтилалды баҫтырыуҙы ойоштороу буйынса Дәүләт хәрби коллегияһына тейешле бойороҡ бирә һәм ил халҡына мөрәжәғәт итә. Екатерина Хәрби коллегияһының эшмәкәрлеген тулыһынса үҙ контроле аҫтында тота, шулай уҡ генералдар В. А. Кар, А. И. Бибиков , П. М. Голицын, Ф. Ф. Щербатов, П. И. Паниндарҙың ғәскәрҙәр менән командалыҡ итеү мәсьәләләре, Ҡаҙан һәм Ырымбур йәшерен комиссиялары шефы генерал-майор П. С. Потемкиндың, Ырымбур губернаторы генерал-поручик И. А. Рейнсдорптың эшмәкәрлеге уның ҡарамағында була. Пугачевҡа ҡаршы манифестар баҫтырып сығара (1773 йылдың 29 ноябренән һәм 23 декабренән, 1774 йылдың 15 мартынан). 1774 йылдың ғинуарында Е. И. Пугачёвтын указдарын һәм манифестарын, башҡа ихтилал документтарын юҡ итеү мәсьәләһе буйынса Сенатҡа мөрәжәғәт итә; үҙ сиратында, Сенат указы менән (1774 йылдың 10 ғинуарынан) бөтә учреждениеларға, хәрби командаларға Пугачевтың һәм ихтилалдың башҡа етәкселәренең өндәмәләрен, манифестарҙы, указдарҙы йыйып, күмәк кеше алдында үртәргә бойорола[ 14] .
Екатерина II Салауат Юлаевтың исемен тәүге тапҡыр 1774 йылдың февралендә Бибиковтың белдереүенән белеп ҡала. Әлеге хатта Бибиков Салауат Юлаевтың һәм И. С. Кузнецовтың 29 ғинуарҙа яҙылған өгөт-нәсихәте (увещевание) тураһында һүҙ бара. Бибиковтың һәм П. С. Потемкиндың белдереүҙәрендә Салауат Юлаев «Пугачевтың иң яҡын фекерҙәше» тип атала. П. И. Панин императрицаға ебәргән реляцияһында Салауат Юлаевты һәм уның атаһын «боланың төп юлбашсылары», «башҡорт халҡының төп юлбашсыһы» тип баһалай (Салауат Юлаевты ҡулға алыу, Юлай Аҙналинды тотоу саралары, башҡорт халҡын ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн бер нисә мең йылҡы малын конфискациялау аша язалау кәрәклеге тураһындағы реляция).
1774 йылдың аҙағында — 1775 йылдың башында Пугачевтың һәм уның көрәштәштәренең суд процесы менән етәкселек итә. 1775 йылдың 27 ғинуарында П. Панинға Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин өҫтөнән тикшереү процесын Йәшерен комиссияһының Мәскәү бүлексәһендә үткәреү тураһында рескрипт бирелә. Екатерина II Йәшерен экспедицияһының 1775 йылдың 16 мартында хөкөм сығарған саҡта хәл иткес роль уйнай. 1775 йылдың 19 мартында башҡорттарҙан «енәйәтәре өсөн яза» рәүешендә 4000 йылҡы малын йыйып алыу тураһынғы указға ҡул ҡуя (штраф формаһында)[ 14] .
Санкт-Петербург
Одесса
Краснодар
Екатеринослав (юҡҡа сығарылған)
Симферополь (юҡҡа сығарылған, 2016 йылда тергеҙелгән)
Вильна (юҡҡа сығарылған)
Вышний Волочёк
Великий Новгород, «Тысячелетие России» һәйкәле
«200 лет с Россией» һәйкәле, Владикавказ
Ассебург А. Ф. фон дер. Записка о воцарении Екатерины Второй 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . / Пер. и предисл. Л. Н. Майкова // Русский архив, 1879. — Кн. 1. — Вып. 3. — С. 362—369.
Богданович М. И. Русская армия в век Императрицы Екатерины II . — СПб. : Типография Департамента уделов, 1873. — 36 с.
Борзаковский П. К. Императрица Екатерина Вторая Великая. — М. : Панорама, 1991. — 48 с.
Брикнер А. Г. История Екатерины II. — М. : Современник, 1991.
Грибовский А. М. Записки о императрице Екатерине Великой: репринтное воспроизведение издания 1864 года. — М.: Прометей, 1989. — 96 с.
Грот Я. К. Воспитание Екатерины II 2014 йыл 5 июль архивланған . // Древняя и новая Россия, 1875. — Т. 1. — № 2. — С. 110—125.
Екатерина II и её время: Современный взгляд / Философский век, альманах. № 11. — СПб., 1999. (ideashistory.org.ru)
Екатерина: Путь к власти / Я. Штелин, Мизере, Т. Димсдейл и др. — 2-е изд. — М.: Фонд Сергея Дубова, 2012. — 384 с. — (История и России и Дома Романовых в мемуарах современников. XVII—XX вв.). — 700 экз., ISBN 978-5-94177-013-7
Журнал Адмиралтейств-коллегии 1766 г. (Извлечение) 2019 йыл 3 октябрь архивланған . // Русская старина, 1896. — Т. 88. — № 11. — С. 434—435. — В ст.: Бильбасов В. А. Походы Екатерины II по Волге и Днепру (1767 и 1787 гг.).
Журнал высочайшего путешествия её величества государыни императрицы Екатерины II, самодержицы Всероссийской, в полуденные страны России в 1787 году . 2014 йыл 6 июль архивланған . — М.: В универс. тип., 1787. — 137 с.
Заичкин И. А., Почкаев И. Н. Русская история: От Екатерины Великой до Александра II. — М. : Мысль, 1994.
Записка современника, грузинского архиерея, о вступлении на престол императрицы Екатерины II 2014 йыл 28 апрель архивланған . // Чтения в Императорском Обществе истории и древностей российских, 1900. — Кн. 4 (195). — Отд. 4. — С. 17-24.
Зорин А. Русская ода конца 1760-х — начала 1770-х годов, Вольтер и «греческий проект» Екатерины II
Иоанна-Елизавета Ангальт-Цербстская . Известия, писанные княгиней Иоанной-Елизаветой Ангальт-Цербстской, матерью императрицы Екатерины, о прибытии её с дочерью в Россию и о торжествах по случаю присоединения к православию и бракосочетания последней. 1744—1745 годы 2014 йыл 5 июль архивланған . // Сборник Российского исторического общества, 1871. — Т. 7. — С. 7-67.
Исабель де Мадариага . Россия в эпоху Екатерины Великой 2014 йыл 23 декабрь архивланған . . — М. , 2002. — 976 с. — ISBN 5-86793-182-X
Исторические материалы, хранящиеся в Библиотеке дворца города Павловска . 2013 йыл 3 декабрь архивланған . // Русская старина, 1873. — Т. 8. — № 11. — С. 649—690; № 12. — С. 853—884; 1874. — Т. 9. — № 1. — С. 37-56; № 2. — С. 277—300; № 3. — С. 465—512; № 4. — С. 667—684; Т. 10. — № 5. — С. 60-70; № 6. — С. 309—320; № 7. — С. 549—560; № 8. — С. 735—742.
История России: В 2 т. Т. 1: С древнейших времен до конца XVIII в. / А. Н. Сахаров, Л. Е. Морозова, М. А. Рахматуллин и др. ; Под редакцией А. Н. Сахарова . — М. : ООО «Издательство АСТ»: ЗАО НПП «Ермак»: ООО «Издательство Астрель», 2003. — 943 с.
Лаппо-Данилевский, Александр Сергеевич . Очерк внутренней политики императрицы Екатерины II. — СПб.: Тип. М. М. Стасюлевича, 1898.— 65 с.
Казовский Михаил. «Екатерина: мудрость и любовь» — «Подвиг», 2010.
Петрова М. А. Екатерина II и Иосиф II: Формирование российско-австрийского союза: 1780—1790. — М.: Наука, 2011. — 419 с., 1000 экз., ISBN 978-5-02-036720-3
Каменский А. Б. «Под сению Екатерины…»: Вторая половина XVIII века. — СПб., 1992.
Каменский А. Б. Жизнь и судьба императрицы Екатерины Великой. — М. , 1997.
Екатерина II / Каменский А. Б. // Динамика атмосферы — Железнодорожный узел. — М . : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 630—633. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] ; vol. 2004—2017, вып. 9). — ISBN 978-5-85270-339-2 .
Кирьяк Т. П. Письмо к И. М. Долгорукову от 9 ноября 1796 г. / Сообщ. Л. И. Долгоруков 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . // Русский архив, 1867. — Вып. 10. — Стб. 1266—1275. — Под загл.: Частное письмо в Москву о кончине Екатерины II-й.
Ключевский В. О. Курс Русской истории, часть V. — М. : Государственное Социально-Экономическое Издательство, 1937.
Лангер К. О пределах и важнейших представителях политической науки: Торжественное слово по случаю празднования Августейшей и Могущественной Всероссийской императрицы и самодержицы Екатерины II Великой, 1771 г., апреля 22 дня / Сост. А. В. Топычканова. — М.: Издательство Московского университета, 2011. — 128 с., 1000 экз., ISBN 978-5-211-06220-7
Колюпанов Н. Очерк внутреннего управления в России при императрице Екатерине II 2019 йыл 16 сентябрь архивланған . // Русская мысль, 1883. — Кн. 2. — февраль. — С. 63-99.
Омельченко О. А. «Законная монархия» Екатерины Второй. — М. , 1993.
Описание коронации, миропомазания и причащения императрицы Екатерины II-й 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . // Русская старина, 1893. — Т. 80. — № 12. — С. 487—496. — В ст.: Труворов А. Коронация императрицы Екатерины Второй.
Массон К. Мемуары Массона о России. / Извлечения 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . / Пер. П. Степановой // Голос минувшего, 1916. — № 4. — С. 157—171., № 5-6. — С. 157—180. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . , № 7-8. — С. 341—354. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . , № 10. — С. 23-44. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған .
Месяцослов с росписью чиновных особ в государстве на лето от Рождества Христова 1779. Часть первая. — СПб. : Типография при Императорской Академии наук, 1779. — 444, XVIII с.
Нассау-Зиген К.-Г. Императрица Екатерина II в Крыму. 1787 г. Отрывки из дневника и переписки 2011 йыл 29 сентябрь архивланған . / Перевод и публ. В. В. Т. // Русская старина, 1893. — Т. 80. — № 11. — С. 283—299.
Нассау-Зиген К.-Г. Рассказ очевидца о путешествии Екатерины II в Крым. Извлечение 2013 йыл 21 февраль архивланған . // Исторический вестник, 1893. — Т. 53. — № 9. — С. 819—821.
Павленко Н. И. Екатерина Великая. — М. : Молодая гвардия, 2000.
Пайпс Р. Истоки гражданских прав в России — год 1785. — М. — Московская школа политических исследований — 2010
Переворот 1762 года. — М.: Московское Книгоиздательское Товарищество «Образование», 1909.— 160 с.
Похождение известных петербургских действ / Публ. А. Лазаревского 2019 йыл 16 апрель архивланған . // Осьмнадцатый век. — Кн. 2. — М.: В типографии Т. Рис, 1868. — С. 631—633.
Протасьев Н. Пребывание Екатерины Второй в 1767 году в Костроме 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . / Публ. А. Н. Протасьевой // Русский вестник (журнал), 1810. — Ч. 9. — № 2. — С. 74-99.
Россия и Романовы : Россия под скипетром Романовых. Очерки из русской истории за время с 1613 по 1913 год / под.ред. П. Н. Жуковича. — М. : Россия; Ростов-на-Дону: Танаис, 1992.
Ростопчин Ф. В. Последний день жизни императрицы Екатерины II-й и первый день царствования императора Павла I-го 2013 йыл 29 октябрь архивланған . // Архив князя Воронцова. — Кн. 8. — М., 1876. — С. 158—174.
Рунич П. С. Заметки Рунича о царствовании Екатерины II 2013 йыл 3 декабрь архивланған . // Русская старина, 1870. — Т. 2. — Изд. 3-е. — Спб., 1875. — С. 163—174.
Де Санглен, Яков Иванович. Записки Якова Ивановича де-Санглена. 1776—1831 гг. / Сообщ. М. И. Богданович 2018 йыл 4 декабрь архивланған . // Русская старина, 1882. — Т. 36. — № 12. — С. 443—498.
Сподвижники Екатерины II. Материалы 2019 йыл 19 июнь архивланған . / Публ. и примеч. Я. К. Грота, А. Ф. Бычкова, А. П. Пятковского, Э. К. Гуттен-Чапского, Н. К. Богушевского // Русская старина, 1873. — Т. 8. — № 11. — С. 691—733; № 12. — С. 885—909.
Трофимович Р. С. Запись современника о кончине Екатерины Великой 2019 йыл 3 октябрь архивланған . // Русский архив, 1909. — Кн. 3. — Вып. 11. — С. 202—203.
Тургенев А. М. Рассказы А. М. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . Тургенева об императрице Екатерине II. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған . // Русская старина, 1897. — Т. 89. — № 1. — С. 171—176.
Улюра А. А. Исторические драмы Екатерины II «в подражание Шекспиру»
Чечулин Н. Д. Очерки по истории русских финансов в царствование Екатерины II . — СПб. : Сенатская типография, 1906. — 380 с.
Юрезанский В. Т. Исчезнувшее село. Исторический роман о казаках во времена Екатерины II. Москва, ЗИФ, 1930. Также переиздания: М.: Гослитиздат,` 1939 г. 264 с.; М.: Советский писатель, 1956 г., 288 с.; там же, 1958 г. 287 с.; там же, 1969 г., 280 с.
Экстракт из журнала плавания её императорского величества на галерах по реке Волге, от Твери до Симбирска, в 1767 году 2019 йыл 3 октябрь архивланған .
// Русская старина, 1896. — Т. 88. — № 11. — С. 436—441. — В ст.: Бильбасов В. А. Походы Екатерины II по Волге и Днепру (1767 и 1787 гг.).
И. Г. Илишев, И. М. Гвоздикова, А. М. Сулейманов, З. Г. Ураксин, Г. Б. Хусаинов. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, 114—115 биттәр
А. г Брикнер Тарихы Екатерина Икенсе (4 томда) сайтында Руниверс.
А. в. Бильбасов Тарихы Екатерина Икенсе (2 томда) руниверс сайты
Екатерина II // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб. , 1908—1913.
Екатерина II. Ирекле, әммә переложение шакеспир көсһөҙ булып, һәм комедия-яраҡ бына ниндәй була кәрзине
Бөйөк Екатерина II. 2016 йыл 9 апрель архивланған . Рәсәй тарихы дәүере екатеринина 2016 йыл 9 апрель архивланған .
Екатерина II мемуар
Бөйөк ата-бабаларыбыҙ императрица Екатерина II
Екатерина ii хакимлығы осоро
Екатерина II әҫәрҙәре сайты Lib.ru: Классигы .
Чечулин Н. Д . рус финанс екатерина ii батшалыҡ тарихы буйынса очерктар. СПб. — 1906 йылда руниверс сайты